Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
4 Октябрь 2019, 16:00

Уңмағанды ҡыума.

Борон-борондан халыҡ педагогикаһын сағылдырған, яҡшылыҡҡа өндәгән, кешене көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡурсаларға ярҙам иткән тыйыуҙар бар. Мәҫәлән, Йома көн кер, иҙән йыуырға ярамай. Ҡорбанға салынған малдың итен ашаған саҡта һөйәген һындырырға ярамай, быуындарын ысҡындырып өлөштәргә бүләләр. Ҡөръәнде йыртырға ярамай, ҡәҙерләп кенә һаҡлайҙар, таҙа урында тоталар. Изге китапты үбеп, ялған ант бирергә ярамай, нәҫелең ҡорор. Борондан килгән тыйыуҙар. Айға ҡарап һоҡланырға ярамай, яңғыҙ ҡалыуың ихтимал. Йорт эйәһенә тейергә, атырға ярамай нәҫелең ҡорор.

Ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешеләрҙең һәр аҙымы, хатта ниәт-маҡсаттары ла борондан ҡанундарға яраҡлаштырылған. Һәр милләттең үҙенә күрә үҙенсәлекле тыйыуҙары бар. Уларҙың күбеһе ышаныу, һынамыштарға нигеҙләнгән. Һеҙгә халыҡ педагогикаһын сағылдырған, яҡшылыҡҡа өндәгән, кешене көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡурсаларға ярҙам иткән тыйыуҙарҙы тәҡдим итәбеҙ. Ислам динендә киң таралған тыйыуҙар:

Йома көн кер, иҙән йыуырға ярамай.

Ҡорбанға салынған малдың итен ашаған саҡта һөйәген һындырырға ярамай, быуындарын ысҡындырып өлөштәргә бүләләр.

Ҡөръәнде йыртырға ярамай, ҡәҙерләп кенә һаҡлайҙар, таҙа урында тоталар. Изге китапты үбеп, ялған ант бирергә ярамай, нәҫелең ҡорор.

Борондан килгән тыйыуҙар.

Айға ҡарап һоҡланырға ярамай, яңғыҙ ҡалыуың ихтимал.

Йорт эйәһенә тейергә, атырға ярамай нәҫелең ҡорор.

Ҡоштарҙың ояһын туҙҙырырға ярамай, үҙеңдең дә ғаиләң пыран-зыран килер.

Ҡул арты ауыр кешегә мал йәки ҡош-ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң, бүтән малың ишәймәҫ, ғото китә. Аҡса бирһәң – аҡсаң булмаҫ.

Малдарҙы, хайуандарҙы рәнйетергә ярамай, үҙең зыян күрерһең.

Өй алдында ҡайын ултыртырға ярамай, башың ҡайғынан сыҡмаҫ.

Сүплектә, бырсаҡ урындарҙа йөрөргә ярамай, ен һуғыуы ихтимал.

Һыуға эңерҙә, ҡараңғы төшкәс барырға ярамай, бараһың икән, шишмә эйәһенән ризалыҡ һорағыҙ.

Алдашмағыҙ, алдашҡандарҙың, кеше һөйләргә яратыусыларҙың телдәре эйәктән аҫҡа аҫылып тора, ти, теге донъяла.

Аҡты (һөттө) көн байығас кешегә бирмә – һыйырыңа зыян килер. Аҡсаны ла кис еткәс бирмәйҙәр – бәрәкәте китә.

Бер уңмаған эштең артынан ҡыума.

Бысаҡтың йөҙөн өҫкә ҡаратып һалма, дошманлыҡ теләйһең.

Буш һауытты башыңа ҡаплама – аслыҡ булыр.

Баланың беренсе сәсен ташламайҙар, һаҡлайҙар. Шулай итһәң, бала бәхетле була.

Баланың буш сәңгелдәген бәүетмә, балаң илаҡ булыр.

Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай. Нәмәгә аптырайһың, алдыңа шул килер.

Бәйләм бәйләгәндә энәңде сығармай тороп китмә – үлгәндә йәнең бүленер.

Бәләкәс баланы көҙгөгә ҡаратмайҙар, ҡурҡып, телһеҙ ҡалыуы ихтимал.

Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.

Икмәкте бер ҡул менән һындырмайҙар, ризыҡтың бәрәкәте кәмей.

Иҫке ағасты яңыртып юнырға ярамай, ҡайғың яңыра.

Иҙән һепергәндә яңылыштан аяҡты һеперергә ярамай, кәмһетелерһең.

Иҙәнде ишек төбөнән башлап йыума – мәйет теләй.

Йылға буйында йырламайҙар, ҡайғың һыу буйы кеүек булыр.

Көрәкте һөйәп ҡуймайҙар – ҡәбер теләй.

Күршең һөт индерһә, һауытын йыуып бирмә – быҙауың үгеҙ булыр.

Күсеп китеп барғанда артҡа боролмайҙар, кире ҡайытыуҙы теләр.

Ҡыҙ кейәү йортона күсенгән саҡта артынан гөл биреп ебәрмәйҙәр, гөл ғүмере ҡыҫҡа булған кеүек, ҡыҙ ғүмере лә ҡыҫҡа булыуы ихтимал.

Ҡыҙ баланың артына типмәйҙәр, бәхетһеҙ була.

Өс биҙрә менән һыуға барма – мәйет теләү булыр.

Сәсте үрнгәс, осон төйнәмә – бәхетең төйнәлер.

Туҙбаш йыланды үлтермә, ҡаза килер.

Туғандарға эт йәки бесәй бүләк итмәйҙәр. Аралар эт менән бесәйҙеке һымаҡ булыр.

Тупһаға баҫырға ярамай, аша атлап сығырға кәрәк. Сөнки ул “Һин дә минең кеүек бәхетһеҙ булы, аяҡ аҫтында ят”, - тип ҡарғай, ти.

Тупһаға ултырма, ул етемлек теләй, бәхетһеҙ булырһың.

Утынды киҫкәндә, ярғанда өҙмәй ҡалдырма – бурысың өҙөлмәҫ.

Үҙ сәсеңде үҙеңә ҡырҡырға ярамай, бәхетеңде ҡырҡаһың.

Үрмәкесте үлтерергә ярамай, сөнки ул мәйғәмбәрҙе ҡотҡарған, зат-зәүереңдең ҡороуы бар. Ырыуҙан ҡалған кеше генә үлтерә ала. Үрмәкес бик ырымлы мәхлүк. Уны стаканға ябып ҡуйһаң, яҡшы урын булһа – ау үрә, насар урында – түбән төшөп ята.

Шаршамбы көн тырнаҡ киҫмә – йән тырнаҡ осона килгән була.

Энә урламайҙар – урлашырға әйҙәп тора.

Аҙағы бар.
Читайте нас: