Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
8 Октябрь 2019, 10:43

Иң яҡшы хеҙмәткәр - Ҡәйепҡолда

Учалы ауылының район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип аталған конкурсы үтте ошо арала.

Учалы ауылының район мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип аталған конкурсы үтте ошо арала.

Сараны мәҙәниәт бүлеге ойошторҙо.

Был тармаҡта ал-ял белмәй эшләүселәрҙең һөнәри кимәлен, ижади оҫталыҡтарын үҫтереү, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау маҡсатында уҙғарылған конкурста ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ булып сыҡты. Туғыҙ кеше көс һынашты. Миндәк күп функциялы мәҙәниәт йортонан - Светлана Ларионова, Илсенән - Илүзә Ильясова, Иманғолдан - Вилиә Әлхәмова, Сәфәр клубынан - Эльвира Моратшина, Ишмәкәйҙән - Анфиса Ураҙаева, Ҡолоштан - Рима Минһажева, Яңы Байрамғол ауыл мәҙәниәте йортонан - Сәғиҙулла Лоҡманов, Кирәбенән - Зәкиә Мөхәмәтйәнова, Ҡәйепҡолдан - Гөлнур Вәлиуллина. Конкурсанттарҙың сығышын мәртәбәле жюри ағзалары - мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лира Сафиуллина, уның урынбаҫары Рәфиә Әсәҙуллина, мәҙәниәт бүлегенең методика кабинеты мөдире Лида Зевакина, район мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Бәхтийәрова ғәҙел баһаланылар.

- Хәҙерге заманда мәҙәниәт ойошмалары йәмғиәтебеҙҙә мөһим роль уйнай. Кеше ғүмеренең бер генә көнө лә сәнғәтһеҙ, мәҙәниәтһеҙ үтмәй. Айырыуса ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары халыҡ өсөн ныҡ кәрәк, олоһо ла, кесеһе лә клубҡа барып ял итеп, күңел асып ҡайта. Төбәгебеҙҙең мәҙәни эшмәкәрлеге маҡтауға, баһаға лайыҡ. Клуб хеҙмәткәрҙәре һөнәренә бирелеп, тырышып эшләйҙәр. Бөгөнгө сара йыл һайын уҙғарыла. Конкурстың төп маҡсаты булып клуб хеҙмәткәрҙәре ниндәй кимәлдә эшен яҡшы белеүен, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтеүе булды. Икенсенән, ошондай кисәләр бергә йыйылып, тәжрибә уртаҡлашып ҡайтыу, аралашыу өсөн дә һөҙөмтәле, - тине Рәфиә Әсәҙуллина.

Конкурсанттарға «визитка» (үҙең менән яҡындан таныштырыу), ижади һәләтеңде күрһәтеү, өйгә эш, импровизациялау кеүек һынауҙар бирелде. Һәр этапты конкурсанттар ижади ҡомар менән лайыҡлы үтеп сыҡты.

Ниһайәт, еңеүселәрҙе билдәләр ваҡыт етте. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла етди әҙерләнгән, уларҙың һәр береһе юғары баһаға лайыҡ ине. Ләкин конкурс шарттары буйынса Гран-приға бер кеше генә дәғүә итә ала. Шулай итеп «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе тип Ҡәйепҡол клубы мөдире Гөлнур Вәлиуллина танылды. Гөлнур Рәшит ҡыҙы бик талантлы ханым. Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ. Белорет педучилищеһын тамамлағандан һуң тәүҙә Яңы Байрамғол мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Һуңынан Ҡәйепҡол мәҙәниәт усағына мөдир итеп ҡуялар. Һөнәрен яратып, бар күңелен һалып башҡара еңеүсебеҙ.

- Ауылыбыҙ бәләкәй, мәктәп, балалар баҡсаһы юҡ, шуға ла клуб халыҡтың күҙ терәп торған урыны. Барлыҡ саралар ҙа ошонда үтә, - ти ул. Ауыл халҡы бик әүҙем, фольклор төркөмө эшләй.

Быйыл район кимәлендә уҙған «Фольклорҙың бер көнө» конкурсында беренсе урын алғандар. Ҡәйепҡолда балалар ҙа байтаҡ ҡына, 14 йәшкәсә 22 ҡыҙ-малай иҫәпләнә. Уларҙы Гөлнур ханым ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә.

Конкурсҡа яҡшы әҙерлек менән килә, йырлап, ҡалаҡта, ҡумыҙҙа уйнап жюри ағзаларын таң ҡалдыра. Тамашасылар биргән һорауҙарға ла йөкмәткеле яуап бирә, ә инде залда ултырыусыларҙы үҙеңә йәлеп итеү һынауында педагогик тәжрибәһе ярҙамға килә оҫта мәҙәниәт хеҙмәткәренең, лайыҡлы үтә.

Гөлнур ханым йәмәғәт эшендә бик әүҙем, ауылдаштары ла үҙен хөрмәтләй, өсөнсө мәртәбә ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тимур улына - 12, ҡыҙы Алһыуға - 10 йәш, кинйәкәйҙәре Динә ике йәшен тултырған.

- Конкурста еңеүем көтөлмәгән хәл булды минең өсөн. Ярышты ойоштороусыларға, коллегаларыма, минең һәр аҙымымды ҡеүәтләп, илһамландырып тороусы яҡындарыма, ауылдаштарыма бик рәхмәтлемен, - ти еңеүсе ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

1-се урын лайыҡлы рәүештә Яңы Байрамғол ауылы клубынан Сәмиғулла Лоҡмановта. Икенсе урында - Илүзә Ильясова (Илсе мәҙәниәт усағы), өсөнсө урында - Зәкиә Мөхәмәтйәнова. «Ижади эҙләнеүҙәре өсөн» номинацияһында - Эльвира Моратшина, «Һөнәренә тоғролоҡ һәм һөйөү өсөн» номинацияһында - Светлана Ларионова (Миндәк), «Үҙенсәлекле эшләү» номинацияһында - Анфиса Ураҙаева, «Иң үҙенсәлекле» номинацияһында - Вилиә Әлхәмова һәм «Иң яҡшы ойоштороусы» номинацияһында Рима Минһажева еңеү яуланы. Еңеүселәргә дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡушылабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ!



Читайте нас: