Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
10 Октябрь 2019, 11:58

Йорт һалырға ағас кәрәкме?

Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәре йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙың ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә.

Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәре йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙың ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты ултырышында хөкүмәттең законды парламентҡа индереүен билдәләне. Был норма ауыл ерендә йәшәгән һәм шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларына эйә граждандарға ҡағыла.



«Өй һалыуға — 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем, өйҙө ремонтлауға – 5 йыл дауамында 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөүгә – 5 йыл дауамында 50 кубометрға тиклем, ошондай ҡаралтыларҙы ремонтлауға – 3 йыл дауамында 15 кубометрға тиклем, йылытыуға йылына 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған», — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында граждандарҙың ағасты уларға урман участкаһын бирмәйенсә һатып алыу-һатыу килешеүҙәре нигеҙендә әҙерләүҙәрен һөйләнеләр. Килешеү буйынса ағас өсөн түләү күләме Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәтенең ҡарарҙары менән раҫланған ставкаларға ярашлы билдәләнә.


Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев киләһе пленар ултырышта депутаттарҙың закон проектын ҡараясағын әйтте. Уның һүҙҙәренсә, тәҡдим ителгән сара халыҡтың мохтаж ҡатламдарына һиҙелерлек ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Башинформ
Читайте нас: