“Дауа - үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында”, ти, Мансур ауылында йәшәүсе Зәйнәп Вилданова. Ханым был шөғөлдө күптән инде үҙ иткән.
- Үлән йыйыу менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнәм. Урман-тауҙарҙан шифалы үҫемлектәр йыйыу күңелемә ныҡ яҡын. Һәр үлән хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙермен.
Зәйнәп ханым һәр йыл үҙҙәренә етәрлек, хатта һораусыларға бирерлек шифалы үлән йыя. Уның иң яратҡан эштәренең береһе - үлән сәйе (фитосәй) әҙерләп, уны махсус һауытҡа тултырыу.
-Көн дә иртә менән ҡарағат, ҡурай еләге, бөрлөгән, сейә япраҡтары, мәтрүшкә, һары мәтрүшкәнән сәй әҙерләйем. Үлән сәйен әҙерләү өсөн үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән шифалы үләндәрҙе генә файҙаланам. файҙаланам. Көрән һәм һары мәтрүшкәләр, гөлйемеш, энәлек емеше, гөлйемеш сәскәһе, ҡайын еләге, ҡарағат, ер еләге япраҡтарын ваҡытында йыйып, күләгәлә киптереп ҡуям да кәрәк саҡта ҡулланабыҙ.
Шулай уҡ Зәйнәп Ғаяз ҡыҙы төрлө сирҙәр өсөн махсус үләндәр йыя.
-Әлеге ваҡытта сирень майы эшләү менән мәшғүлмен. Был ҡатнашма ауыртҡан, һыҙлаған ергә бик килешә. Йүткергәндә эсһәң дә файҙалы. Ул былай әҙерләнә: таҙартылмаған көнбағыш майын 40 градусҡа еткәнсе ҡайнатырға һәм сирень сәскәһен һалып 3-4 көн ултыртып ҡуйырға. Шунан һуң сәскәһен һөҙөп алып, яңы сәскә йыйып һалырға кәрәк. Шулай итеп өс тапҡыр алмаштырырға.
Шулай уҡ меңъяпраҡ сәскәһенә араҡы ҡойоп төнәтергә ултыртып ҡуям. Себен, серәкәй тешләгән урындарға һөртһәң килешә. Ҡарағайҙың ошо ваҡытта яңы сыҡҡан ............ шулай уҡ араҡыға һалам. Был иһә бронхит, астма ауырыуҙарынан яҡшы дауа.
400 грамм һарымһаҡҡа бер аҙ көнбағыш майы өҫтәп бер ай төнәтергә ултыртам. Быныһын инде бил ауыртҡанда, аяҡ һыҙлағанда ҡулланырға була.
Әрекмән һутын һығып алып, шуға 700 грамм бал, 700 грамм “Кагор” шарабын ҡушып 10 көн төнәтергә. Көн дә иртә менән ас ҡарынға 1 балғалаҡ эсһәң, бөйөрҙәге кистаны бөтөрә.
Алма-яра гөлө япрағын теш, ҡолаҡ һыҙлағандан ҡулланам.
Шифалы үләндәрҙе файҙала¬ныусыларға кәңәш биреп китер инем: уларҙы оҙайлы осор, хатта йылдар дауамында дөрөҫ итеп ҡулланғанда ғына файҙаһы тейә. Шулай уҡ һәр шифалы үҫемлектең тәғәйен ҡулланыу ваҡыты хаҡында ла оноторға ярамай. Ҡайһыла¬рын ҡалаҡлап эсеү ҙә етә, икенселәрен күберәк ҡулла¬ныу кәңәш ителә. Һәр осраҡта уны белгән кеше менән кәңәшләшергә кәрәк, - ти Зәйнәп апай.
Беҙҙең аяҡ аҫтында күпе¬реп үҫкән үләндәрҙең күбеһе шифалы, ә беҙ ауырып та өлгөр¬мәйбеҙ, йүгереп дарыухананан ҡыйбат хаҡҡа дарыу һа¬тып алабыҙ. Үҙебеҙҙең төбәктә үҫкән файҙалы үлән¬дәрҙе ҡулланып, сирҙе иҫкәр¬теү өсөн файҙаланғанда ла ауырымаҫ инек.
Йәшел үлән¬дәр баш ҡалҡытҡан осор етте. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шифалы үлән¬дәрҙе йыяйыҡ, уны файҙа¬ланырға өйрәнәйек. Һыуыҡ ҡышта йәмле йәйҙең матур көндәрен хәтерләткән хуш еҫле үлән сәйе һәр кемдең өҫтәлендә булһын.