Яйыҡ
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
11 Октябрь 2019, 17:57

Өләсәйем әүлиә

“Ахырзаман етер алдынан ерҙе үрмәксе ауы ҡаплар, күктә тимер ҡоштар күбәйер, ата - улын, ҡыҙ әсәһен танымаҫ”, - тип әйтә торған ине өләсәйем. Урам буйлап тартылған электр сымдарына ҡарап, осҡан самолеттарҙы күҙәтеп, ахырзаманға күп ҡалмаған тип ҡурҡа торғайным бала саҡта.

Өләсәйем - әүлиә, йәки иртәгә ахырзаман

“Ахырзаман етер алдынан ерҙе үрмәксе ауы ҡаплар, күктә тимер ҡоштар күбәйер, ата - улын, ҡыҙ әсәһен танымаҫ”, - тип әйтә торған ине өләсәйем. Урам буйлап тартылған электр сымдарына ҡарап, осҡан самолеттарҙы күҙәтеп, ахырзаманға күп ҡалмаған тип ҡурҡа торғайным бала саҡта. Хәҙер шуларҙы иҫкә төшөрәм дә, өләсәйем әүлиә булғандыр ул, тип уйлап ҡуям. Ул бит тап беҙ йәшәгән ваҡытты һөрмәләткән. “Үрмәксе ауы” тигәнен генә алып ҡарайыҡ. Бала саҡтағы тимер сымдар - бүстәк. Кәрәҙле элемтә, телевидение, радио, интернет тулҡындары, ысынлап та, бөтә Ер шарын ҡаплап алған түгелме? “Тимер ҡоштар” тигәненә күсәйек. Мин ҡурҡҡан “тимер ҡош” - самолет - бер зыянһыҙ йән икән. Хәҙер күкте ҡаплаған һуғыш самолеттарын, вертолеттарҙы, космос караптарын, дрондарҙы, квадрокоптерҙы һөрмәләтмәнеме икән өләсәй?

“Атай - улын, ҡыҙ әсәһен танымаҫ” тигәне хәҙерге замандың иң яман шешелер. Әҙәм мәсхәрәһе бит. Ирҙәр - ирҙәргә, ҡатындар ҡатындарға өйләнә башланы. Уныһы ғына нимә? Эйфель башняһына өйләнгән ир йораты кем ул? Үҙ автомобиле менән енси мөнәсәбәткә ингән тигәне кем була?

Хоҙай биргән енесен үҙгәртеүселәргә аптырарһың. Имеш, ир булаһым килмәй, күкрәк үҫтерегеҙ тигән “кеше” кеше исемен йөрөтә аламы? Йәки, бала табаһым килмәй, мин “мужик” булам тигәнгә ниндәй исем табырға? Хатта бит “урта енес” (русса “оно”) тигән төшөнсә уйлап таптылар. Элегерәк йомшағыраҡ, эшлекһеҙ ирҙәрҙе “бисә Вәхит” тип йөрөтә торғайнылар. Ә бында бит бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Был тәбиғәт закондарын боҙоп, тәбиғи ҡанундарға арҡылы китеү.

Бына шулай, йәмәғәт. Өләсәйҙең өс шарты ла тура килде. Шуларҙы уйлаһаң , уйың уйылып китә, ҡурҡыу ала. Әллә, ысынлап та, иртәгә ахырзаманмы икән?
Читайте нас: