Яйыҡ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
21 Октябрь 2019, 19:12

Милли йырҙарҙы үҙ итһәгеҙ

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Конкурста урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының вокал бүлектәре студенттары һәм уны тамамлаусылар ҡатнаша ала.

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Конкурста урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының вокал бүлектәре студенттары һәм уны тамамлаусылар ҡатнаша ала.

«Иҙел» фестивале лауреаты» исемен алыу өсөн конкурсанттар түбәндәге номинациялар буйынса ярышасаҡ: «Башҡорт халыҡ йыры», «Татар халыҡ йыры», «Академик йыр», «Балалар номинацияһы» һб.

Өсөнсө тур 15 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Икенсе кө-нөнә билдәле артистар һәм еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт уҙасаҡ. Документтар ҡабул итеү 31 октябрҙә тамамлана. Мәғлү-мәттәрҙе idel-festival.ru сайтында һәм vk.com/idel-festival төркөмөндә алырға мөмкин. Заявкаларҙы һәм ҡыҙыҡһын-

дырған һорауҙарығыҙҙы [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ.


Диана БАЙТУРИНА.


Читайте нас: