Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф, мәҙәниәт
29 Октябрь 2019, 10:53

Рух көсөн нығытты

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы икенсе тапҡыр ойош-торолған «Тере шишмәләр» республика тасуири уҡыу конкурсын быйыл халҡыбыҙҙың ар-ҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнаны.

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы икенсе тапҡыр ойошторолған «Тере шишмәләр» республика тасуири уҡыу конкурсын быйыл халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнаны.

Сарала Өфө, Октябрьский, Межгорье, Благовещенск, Бөрө, Бәләбәй ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Архангель, Краснокама, Баҡалы, Дүртөйлө, Күгәрсен, Бөрө, Дыуан, Ҡариҙел, Саҡмағош, Учалы, Миәкә райондары мәктәптәренән етмештән артыҡ уҡытыусы һәм уҡыусылар ҡатнашты, ижади ярышты.

Әйткәндәй, яҙыусының ижадына учалылар айырыуса битараф түгел. Белеүегеҙсә, Мостай ағай төбәгебеҙҙә биш йыл рәттән һаулығын нығытып, ял итергә килә. «Өс таған» китабындағы хәл-ваҡиғалар тап беҙҙең Өргөн ауылында бара бит. Персонаждары ла үҙебеҙҙең яҡташтар.

Был сарала районыбыҙҙың данын Сәфәр һәм Озерный мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары яҡланы.

- Ижади конкурс Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының ректоры, психология фәндәре докторы, профессор Гөлназ Шафиҡованың сәләмләү һүҙе менән асылды.

- Мостай Кәрим ижады - юғары һүҙ сәнғәте ул. Халыҡ шағиры поэзияһының, драматургияһының һәм проза әҫәрҙәренең күркәм өлгө-ләре әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондын тәшкил итә. Уларҙа халыҡтың меңәр йыл тупланған әҙәп-әхлаҡ, эстетик, рухи тәжрибәләре ижади үҙләштерелеп, яңыса, заманса балҡыш ала, - тине ул сығышында.

Ул килгән ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм бындай әҙәби-мәҙәни сараларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләп үтте.

Әҙәби сараға шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирәһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Ҡусҡарбаева саҡырылғайны. Конкурстың төп маҡсаты - Мостай Кәримдең ижади мираҫына ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт һәм йәш быуында һүҙ сәнғәтенә ҡарата һөйөү уятыу ине. Бәйгелә ике номинация («Уҡытыусы һәм уҡыусы», «Уҡыусы һәм уҡыусы») иғлан ителгәйне.

Сығыш яһаусылар конкурсҡа бик етди ҡараған: костюм, декорация, техник саралар әүҙем ҡулланылды. Беренсе номинацияла беренсе урынды Йосопова Ирина Салауат ҡыҙы һәм Ғәлиә Шәйәхмәтова, Эльвина Иликеева, Зиләрә Мөхәмәтйәнова, Айгөл Мөхәмәтйәнова, Алтынай Булатова, Диләрә Йосопова (Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһынан килгән уҡыусылар) яуланылар. Беҙ уҡыусым Илмира Хөснуллина менән «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк сәхнәләштереп, икенсе урын алып ҡайттыҡ. Өсөнсө урынға Гәзизуллина Миндиниса Әхәт ҡыҙы һәм Айгизә Садиҡова, Камила Хәмиҙуллина сыҡты

(М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы). Икенсе номинацияла беренсе урын Баҡалы районы уҡыусыһына бирелде.

Озерный мәктәбенән барған 5-се класс уҡыусыһы Руфина Ғибәҙуллина (уҡытыусыһы Зилә Рим ҡыҙы Ғибәҙуллина) «Иң оҫта йәш башҡарыусы» номинацияһында еңеү яулап ҡайтты. Ғөмүмән, ярыш бик ҡыҙыу барҙы.

Уҙған йыл был конкурс Зәйнәп Биишеваның ижадына арналған ине. Унда уҡыусым Вилена Әхмәткирәева менән «Китап - рух нигеҙе» номинацияһында билдәләнгән инек.

Бөтә еңеүселәргә лә диплом һәм бүләктәр тапшырылды! Кисә йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Алмас һәм Айҙар Юнысовтарҙың дәртле бейеү көйҙәре, БДУ студенттары Зөлфиә Хафизованың «Башҡортмон» йыры, Ҡәҙриә Зөбәйерованың «Заһиҙә» бейеүе бөтәһенең дә күңеленә ифрат хуш килде.

«Дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына», - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Арҙаҡлы шәхесебеҙгә арналған «Тере шишмәләр» республика тасуири уҡыу конкурсы ла рух көсө өҫтәне, илһам ҡанаттарын нығытты, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина. Афарин!

Читайте нас: