Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли уйындар
22 Июнь 2018, 13:02

«Ылаҡ» уйыны, беҙҙекеләр икенсе

15-16 июнь Әбйәлил районының Яҡты-күл күле буйында Халыҡ-ара Күсмә халыҡтар уйындарының Рәсәй этабы үтте. Байрам 4 мең ярымдан ашыу кешене йыйған. Унда ҡатнашыусылар көрәш, уҡтан атыу, ат сабыштары кеүек ярыштарҙан тыш, «Ылаҡ» уйынында ла көс һынаша. Саранан учалылар ҙа ситтә ҡалмай.

15-16 июнь Әбйәлил районының Яҡты-күл күле буйында Халыҡ-ара Күсмә халыҡтар уйындарының Рәсәй этабы үтте.

Байрам 4 мең ярымдан ашыу кешене йыйған. Унда ҡатнашыусылар көрәш, уҡтан атыу, ат сабыштары кеүек ярыштарҙан тыш, «Ылаҡ» уйынында ла көс һынаша. Саранан учалылар ҙа ситтә ҡалмай.

Быйылғы һабантуйҙа «Ылаҡ» уйынында еңгән Абҙаҡ командаһының да был сарала ҡатнашасағы тураһында яҙғайныҡ. Был юлы ла һынатмағандар, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән командалары араһында икенсе урын яулап ҡайтҡандар. Еңеүсе баймаҡтар иһә сентябрь айында Ҡырғыҙстанда үтәсәк Халыҡ-ара Күсмә халыҡтар уйындарына юлланасаҡ.

Абҙаҡтарҙы район һабантуйында ҡыҙыҡһынып тамаша ҡылғайныҡ. Миңә ҡалһа, әлегә тиклем һабантуйға фәҡәт ат сабышын ҡарар өсөн генә бара торғайным, быйыл иһә тәү күреүҙән «Ылаҡ»тың фанатына әйләндем дә ҡуйҙым. Футбол, хоккейың ары торһон! Айырмаһы шунда, туп урынына кәзә кәүҙә-һе, ә ҡапҡаларҙы ҙур тәгәрмәстәрҙән яһалған «ҡаҙан» алмаштыра. Бына ҡайҙа ул ысын ир-егеттәр алышы. Ул бер-нисә йыл элек кенә үҫешә башланы. Әлегә уйынды пропагандалауға Урал аръяғы ныҡлап тотонған, республиканың бер-нисә үҙәк райондарында ла командалар ойошторолоуы хаҡында ишеттек.

Ярышта баймаҡтарға етеүсе булмаған. Әммә беҙҙекеләр һис һүҙһеҙ еңерҙәр ине, 100 процент ышаныс менән, әгәр ҡайһы бер сәбәптәр булмаһа. Әлегә тө-бәгебеҙҙә «Ылаҡ» уйынына етди ҡарап бармайҙар. Ғөмүмән, абҙаҡтарҙың уның менән ни рәүешле мауыға башлауҙары тураһында команданың капитаны Әхтәм Фәтҡуллиндан һораштыҡ. Хәлдәр түбәндәгесә: - Өс-дүрт йыл элек ауыл хакимиәте башлығы Ишбулды Батыршин был төр уйын тураһында бәйән итте. Уны уйнау тәртибен өйрәтергә районға берәү килгән ине. Үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ, оҡшаны, мауыҡтырҙы. Тәүҙә һабантуйҙарҙа күрһәтмә сығыш яһаныҡ, һуңынан ауыл советтарынан килгән командалар менән көс һынаша башланыҡ.

Һабантуйҙа командабыҙ - Абҙаҡ егеттәре Айтуған Ғәниев, Хәлит Кирәев, Зөлфәт Айбатов, Рәмил Насыров, Илмир Сәйфүтдиновтар менән сығыш яһаныҡ. Әбйәлилгә Айтуған Ғәниев, Илшат Ғәниев, Тәлғәт Ғәниев, Илһам Сиражетдинов, Наил Рәхмәтуллин менән барҙыҡ.

Еңеүгә лә өмөт бар ине, әммә һуңынан аттарыбыҙ баҙаны. Баймаҡтар ун ике ат алып барған, ә беҙҙең алтау ғына. Улар алыштырып торҙолар. Уларҙа был уйын төрө иғтибар үҙәгендә, уны үҫтереүгә ҙур көс һалалар. Район етәкселеге үҙенең ҡанаты аҫтына алған тиһәң дә була. Аттар һатып алып биргәндәр, ярыш-сараларға йөрөү өсөн «КамАЗ» машиналары бар. Аттары яҡшы, уйнап торалар. Бәләкәйҙән уҡ ошо уйын өсөн махсус өйрәтелгәндәр.

Ә беҙгә иһә ярышҡа барасағыбыҙҙы бер көн ҡалғас әйттеләр. Тегенән-бынан ат алдыҡ та юлға сыҡтыҡ. Күнекмәләр үтергә ваҡыт та булманы. Беҙҙең район етәкселеге лә «Ылаҡ» уйынын үҫтереүгә ярҙам ҡулы һуҙһа ине, тип өмөтләнәбеҙ. Уның менән хәҙер йәштәр күп ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, минең улым Динар түҙем-һеҙлек менән ун һигеҙ йәше тулыуын көтә.

Тиҫтерҙәре лә бөгөндән өйрәнергә әҙерҙәр, әммә аттар юҡлығы ғына аяҡ сала. Һәм, әлбиттә, финанс яҡтан да ярҙам кәрәк, - тип уй-ниәттәре менән бүлеште Әхтәм ағай. Баймаҡтарҙың үҙҙәренә «Ылаҡ» уйынына саҡырыуҙарын да бәйән итте ул. Барырға теләктәре ҙур, тағы ла шул юл сығымдары, аттар юҡлығы бәкәлгә һуға. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, алдағыһына өм-өт менән ҡарайыҡ.

Бәлки, уйынды үҫтереүгә ярҙам итеп ебәрер кешеләр табылыр арабыҙҙа. Әхтәм ағай ҙа күңелен төшөрмәй.

- Егеттәрҙе лә дәртләндереп, хуплап торам. Һуңғы ваҡыт «Ылаҡ» уйыны республикала киң ҡолас ала башланы бит, - тине ул.

Интернетта «Ылаҡ» уйынында тере кәзәне ыҙалатҡандар тигән хәбәр ҙә сыҡты. Бәхәс тә ҡупты. Сарала булған, кәзә түшкәһе өсөн шәхсән үҙе алышыусы Әх-тәм ағайҙан һорағас, буш хәбәр икәнен, әйтте.

- Һуйылған кәзә түшкәһе ине, башы һәм тояҡтары киҫеп алынған. Хәлле генә, сама менән 30-35 килограмм булғандыр, - тип асыҡлап китте.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: