Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли уйындар
13 Июль 2018, 12:37

Һәйтәктәр «бәпкә сәйенә» йыйылды

Оя-оя ҡаҙҙар үҫтергән, туғайҙа бәпкәләр көткән, уйнай-көлә ҡаҙ өмәләре үткәргән ваҡыттар тарихта ғына ҡалып бара ине кеүек бер килке. Әммә һуңғы йылдарҙа йәнә был йорт ҡошон аҫраусылар күбәйҙе. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауға килгәндә, ауылдаштарым, Һәйтәк ауылы халҡы бик уңған. Донъя көтөргә тырышып яталар.

Оя-оя ҡаҙҙар үҫтергән, туғайҙа бәпкәләр көткән, уйнай-көлә ҡаҙ өмәләре үткәргән ваҡыттар тарихта ғына ҡалып бара ине кеүек бер килке. Әммә һуңғы йылдарҙа йәнә был йорт ҡошон аҫраусылар күбәйҙе.

Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауға килгәндә, ауылдаштарым, Һәйтәк ауылы халҡы бик уңған. Донъя көтөргә тырышып яталар. Уҙған йәкшәмбе үҙемде «бәпкә сәйе»нә саҡырып ҙурланылар. Быға тиклем кәкүк сәйе тураһында ғына ишеткәнем бар ине, баҡтиһәң, бәпкәнеке лә була икән.

Йоланы тергеҙәләр

Сараны Ғәлиә Сәфиуллина күрше-күләне менән ойошторған. Ғәлиә ханым тормош иптәше Нарис ағай менән матур тормош ҡорғандар. Өс ҡыҙ үҫтереп аяҡҡа баҫтырғандар, ике ейәнсәре, ике ейәндәре бар. Әүҙемдәр, уйламаған ерҙән байрам ойоштороп ебәргәндәр.

Байрам урыны биҙәлгән, хужабикәнең ҡул эштәре әллә ҡайҙан күҙҙең яуын ала. Уртала һыйлы табын ҡоролған. Өҫтәлдәрендә нимә генә юҡ, тәмле-татлы бәлештәр, ауыҙҙа ирегән бауырһаҡ, ҡаҙ түшкәһе менән картуф, Әнүзә Йәһүҙина буҙа ҡойған, Илүзә Ғәбиҙуллина ҡымыҙ килтергән. Музыка ла сығарып ҡуйғандар, үҙебеҙҙең башҡорт йыр-көйҙәренә «тыпырлағы» ғына килә. Бер ситтә теҙелешеп ятҡан ҡаҙ бәпкәләре лә үҙҙәренең хөрмәтенә байрам үткәргәндәрен белгәндәй, тыныс ҡына күҙәткән булалар.

- Миәкә районының Исламғол ауылынан килен булып төшкән-мен. Тыуған ауылымда үҙемде белә-белгәндән әсәй-өләсәйҙәр күрше-тирәләр йәй миҙгелендә, бәпкә көтөргә сыҡҡанда йыйылышып байрам үткәрә торғайнылар. Һәйтәккә килгәс, ҡәйнәм Мәрйәм Нуретдин ҡыҙы ла әхирәттәре Рәҡиә, Хайрафа, Зәкиә, Мәймүнә, Сабира апайҙар менән бәпкә көткәндә сәй ҡайнатып, үҙҙәре менән килтергән тәм-томдар менән һыйланып, хатта борщ бешереп ашағандары иҫ-тә ҡалған. Ул ваҡытта бәпкәләрҙе өйҙә баҫтырып сығаралар ине. Бөгөн беҙ ҙә ошо боронғо йоланы тергеҙергә булдыҡ. Күршеләрем бигерәк әүҙем, тәҡдимемде шундуҡ күтәреп сыҡтылар, - ти Ғәлиә ханым. Был урамда йәшәүселәр ысынлап та шәптәр, үҙ-ара татыуҙар ҙа. Бөгөнгө көндә яҡшы күрше алтынға бәрәбәр. Был йәһәттән, үҙҙәренә һүҙ тейҙерерлек түгел. Бер-берҙәренә ярҙам ҡулы һуҙып, татыу ғүмер кисерәләр. Ғәлиә һәм Нарис Сәфиуллиндар, Зөһрә һәм Рәмил Мөхәмтйәновтар, Азалия һәм Заһир Ғәбиҙуллиндар, Филүзә һәм Рәшит Сәғиҙуллиндар, Аймара һәм Рамаҙан Сәғиҙуллиндар, Айгөл һәм Илнур Исаевтар, Флүрә һәм Закир Исаевтар, Рәмилә Кәлимуллина, Фәймә һәм Мөхәмәтғәли Исаевтар (һәм башҡалар - барыһын да теҙеп һанап бөтөрлөк түгел) бер ғаилә булып тормош көтәләр. Ҡош-ҡортто күпләп аҫрайҙар, ҡаҙҙар ғына йорт һайын кәмендә 30-50-гә яҡын. Аймара һәм Рамаҙан Сә-ғиҙуллиндарҙың иһә 300 баш ҡаҙ бәпкәһе бар. Йәшәгән урындары ҡаҙ көтөр өсөн уңайлы, эргәлә йылға.

Бала-саға күп бында

«Бәпкә сәйе»нән ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалмаған. Зөһрә Урал ҡыҙының ҡәйнәһе Фәниә Шәмсүтдинова, Азалия Ғәбиҙуллинаның ҡәйнәһе Илүзә Ғәбиҙуллина, Әнүзә Йәһүҙина, Гөлнара Тимербаева ла матур сараны күрергә килгәндәр.

- Элек ошо урамда йәшәнем. Хәҙер бында улым Заһир менән киленем Азалия донъя көтә. Көн һайын килеп уларҙың хәлен белешәм, ейәнсәрҙәремде бер көн күрмәһәм, түҙмәйем. Заманында күршеләрем - Ғәлиә, Рәйсә, Флүрә апай менән бәпкә көткәндә сәйгә йыйылып ала торғайныҡ. Йоланың тергеҙелеүе-нә шатмын, - ти Илүзә Ғәбиҙуллина.

Аймаҡта балаларҙың күп булыуы ҡыуандыра. «Бәпкә сәйе»ндә улар ҙа ихлас ҡатнаштылар. Ғәлиә Сәфиуллина төҙөгән сценарий буйынса бәләкәс ҡаҙ бәпкәһе тураһында инценировка сәхнәләштерҙеләр. Апалы-һеңлеле Алһыу һәм Ильзира Исаевалар, Илнар Исаев ролдәрен килештеп, бирелеп башҡарҙылар. Әйткәндәй, Илнарҙы апайҙар, беҙҙең алыштырғыһыҙ бәпкә ҡараусыбыҙ, тип маҡтай. Үҙе арғы оста йәшәй, йәйгелеккә апаһы Азалияға бәпкә ҡарашырға килгән. Күршеләрҙекенә лә күҙ-ҡолаҡ булып өлгөрә икән малай.

Масштабы киңәйер

Ҡыҙ-малайҙар шиғыр һөйләүгә лә оҫта булып сыҡтылар. Дүрт йәшлек Алмас әсәһе Айгөл бәпкә тураһында яҙған дүрт йыллыҡ шиғыр ятлап барыһын да ҡыуандырҙы. Балаларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо. Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, скакалкала һикереү һәм башҡаһы. Өлкәндәр ҙә уйын-дарҙа ҡатнашып бала сағын иҫкә төшөрҙөләр. Әйткәндәй, байрамда ҡатнашыусылар приздар өсөн 200-әр һумдан аҡса йыйылғандар. Шуға ла ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Сара музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы, әсәле-ҡыҙлы Әнүзә Йәһүҙина менән Гөлнара Тимербаева моңло итеп йырланылар. Ә беҙ байрам табыны артында мул һыйҙан ауыҙ итеп тамаша ҡылып ултырҙыҡ. Ни арала һурпалы аштары ла бешеп сыҡты, бигерәк өлгөрҙәр инде. Флүрә һәм Закир Исаевтарҙың күстәнәскә килтергән хуш еҫле балын ҡайнар сәй менән тирләп-бешеп ауыҙ итергә лә насип булды. Шулай итеп уйламағанда бәләкәй генә сара оло байрамға әйләнде лә ҡуйҙы.

- «Бәпкә сәйе»н киләсәктә ауыл халҡы менән ойошторорға иҫәп бар. Иншаллаһ, бәпкәләребеҙ ҙурайһа, ҡаҙ өмәһен дә үткәрербеҙ. Боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙергә кәрәк, - ти Ғәлиә Сәфиуллина.

Ауылдаштарымдың бәпкә сәйенән матур тәьҫораттар менән, илһам-дәрт алып ҡайттым. Йыйылып осрашыу - үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Ысынлап та, сара - ҙур тамаша, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булып ҡаласаҡ

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: