Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли уйындар
27 Июль 2018, 11:19

Ҡолоштар йыйыны матур үтте

Гүзәл тәбиғәт ҡосағында, тау-урмандар ҡаплап алған, сылтырап аҡҡан саф Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡолош ауылы бар ул-ҡыҙҙарын йыйҙы. Сара ауыл уртаһында урынлашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында башланды.

Гүзәл тәбиғәт ҡосағында, тау-урмандар ҡаплап алған, сылтырап аҡҡан саф Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡолош ауылы бар ул-ҡыҙҙарын йыйҙы.

Сара ауыл уртаһында урынлашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында башланды. Был обелиск 2000 йылда асылғандан бирле реставрация күрмәгән, ветерандарҙың да исемлеге тулы түгел ине. Был изге эште үҙ инициативалары һәм үҙ аҡсаларына Зариповтар ғаиләһе атҡарып, ауыл өсөн ҙур бүләк яһанылар. Ҙур рәхмәт!

Яңыртылған һәйкәл асылғандан һуң, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар байрамса биҙәлгән урамдар буйлап Хәҙис Сәфиуллин ойошторған милли-тарихи һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейына юлланды. Барған ыңғайы бергә йәшәүҙәренең быйыл 55 йыллығын туйлаған Камил ағай һәм Фәйрүзә апай Әфләтуновтарҙың өйҙәре алдындағы милли орнаменттар менән биҙәлгән урындыҡ-өҫтәл тирәләй йыйылып, тәмле-татлы милли аштарҙан ауыҙ иттеләр.

Ә Х.Сәфиуллиндың ихатаһында урынлашҡан музей үҙенең биш йыллығын билдәләй. Был ваҡыт эсендә музейҙа меңәрләгән экспонат һәм тарихи материалдар йыйылған. Ҡыҙыҡһыныусылар күп. Әйтәйек, был көндә лә, хатта, сығышы менән Көньяҡ Африканан булған, әлеге мәл Ғәрәбстанда эшләгән сит ил ҡунағы ла булды, ҡыҙыҡһынды.

Байрам Шәгәр йылғаһы буйындағы яланда дауам итте. Йыр-моңға бай концерт программаһы спорт уйындары менән аралаштырып алып барылды. Ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр артистарынан тыш, район мәҙәниәт йортонан килгән ҡунаҡтар байрамға йәм өҫтәне. Ойоштороусылар тарафынан ҡаралған номинацияларҙа ауыл кешеләре төрлө приздарға лайыҡ булды.

Байрамды төп ойоштороусылар - ауыл клубы мөдире Рима Минһажева, китапхана мөдире Әлфиә Сафина һәм уларҙың ғаиләләре күп көс һалғандар, әлбиттә.

Шулай уҡ, ауылдан сыҡҡан һәм әлеге ваҡытта ситтә йәшәгән кешеләр ауылдаштары өсөн был байрамда үҙ аҡсаларына призлы спорт уйындары ойоштороуын айырым билдәләргә кәрәктер.

Мәҫәлән, йыл һайын традицион рәүештә ауылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә «хәтер кисәләре» йыйып килгән Минямал Вәрис ҡыҙы Хөснитдинова волейбол ярыштары үтеүгә булышлыҡ итһә, Артур Баҡыев гер күтәреү, ҡул көрәшен ойоштора.

Байрам алдынан ауыл матур итеп йыйыштырылған, сүп үләндәре сабылған, өйҙәр, йорт-ҡуралар төҙөкләндерелгән һәм буялған - балҡып китте! Был инде ауыл халҡының әүҙемлеген, тырышлығын күрһәтә.

Кискә тиклем барған сара береһен дә битараф ҡалдырмағандыр.

Ауылдың тарихын байҡаһаң да, әлеге тормошонда ла маҡтанырлыҡ, күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ шәхестәр һәм ваҡиғалар байтаҡ. Күп тапҡыр киләсәктә ошолай йыйылырға насип булып, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, беҙ үҙебеҙ - Ҡолоштар!» - тигән ауаздар яңғырап торһон!

Ләлә АДАМОВА.
Читайте нас: