Яйыҡ
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2021, 15:33

Сәләмәтлек һәм хәүефһеҙлеккә – айырым иғтибар

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эшмәкәрлеккә арадаш һөҙөмтәләр яһалды.

Персоналды тәьмин итеү маҡсатында алты айҙа 24 мең дананан артыҡ махсус кейем, аяҡ ҡейеме һәм шәхси һаҡланыу саралары һатып алынған. Предприятие объекттарында һәм ул эшмәкәрлек алып барған бөтә урындарҙа (ә улар Башҡортостандан тыш Рәсәйнең йәнә алты төбәге һәм Төнъяҡ Ҡаҙахстанда урынлашҡан) коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу маҡсатында биналарҙы дезинфекциялау һәм мотлаҡ термометрия, хеҙмәткәрҙәрҙе вакциналау кеүек саралар уңышлы рәүештә бойомға ашырыла. Эшселәрҙең сәләмәтлек торошон контрольдә тотарға медицина тикшереүзәре ярҙам итә: уларҙы меңдән артыҡ кеше үткән, йыл ахырына ҡәҙәр йәнә ете меңгә яҡын кеше тикшереләсәк. Ялан-ҡыр шарттарында эшләүсе персоналға прививкалар эшләтелгән: өс меңдән ашыу хеҙмәткәр талпан энцефалитынан вакцина һалдырған.Етештереү объекттарында килеп сығарға мөмкин булған ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм аварияларҙы кисәтеү, уларҙың һөҙөмтәләрен локализациялауға әҙерлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән меңдән артыҡ уҡыу-өйрәнеү күнекмәләре үткәрелгән.–Өйрәнеү күнекмәләренә магистраль торбаүткәргестәрҙең линиялы өлешендәге объекттарҙы, технологик йыһазҙарҙы, автоматизация системаларын эшләтеүсе һәм махсус техника ҡулланыусы подраздениелар һәм хеҙмәттәр йәлеп ителде. Күнекмә занятиеларының һөҙөмтәләре персоналдың йыһазҙар эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килгән осраҡта уларҙы төҙәтергә тулы әҙерлеген, норматив документацияны яҡшы белеүен, хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт, янғынға ҡаршы һәм экологик хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен тәүәл үтәүен дәлилләне, – тип билдәләне “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Данир Әхмәров.Хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларҙың төп күләме 2021 йылдың икенсе яртыйыллығында ғәмәлгә ашырыласаҡ: шәхси һаҡланыу саралары һәм хәүефһеҙлек билдәләрен һатып алыу, уҡыу класстарын йыһазлау, һауа мохитен контролдә тотоу приборҙарын һатып алыу дауам итә. Бынан тыш, предприятиела хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге ISO 45001 :2018 халыҡ-ара стандартына тәңғәл килеүгә тышҡы аудиттар һәм башҡа төрлө саралар ойоштороласаҡ.

Читайте нас: