Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май , 15:35

Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс

Башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү – ошондай маҡсаттар ҡуя Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс
Телде һаҡлау – мөҡәддәс бурыс

Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа бик күп эштәр башҡарыла. Был халҡыбыҙҙы донъяла милләт итеп күрһәтеүҙә бик тә мөһим.

Нимәләр эшәнә - маҡсаттар, бурыстар

“Башҡорт теле яҡлауға мохтаж, әммә был, тәү сиратта, битарафлыҡтан, алдан күрә белмәүҙән, эшләй белмәүҙән килә. Бөгөн күп балалар һәм өлкәндәр башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнергә әҙер. Туған телебеҙҙе кәрәкле, модалы итергә кәрәк. Телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алырға тейешбеҙ. Беҙҙең өсөн башҡа бер кем дә быны эшләмәйәсәк!”-тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. (Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма). Ойошма үҙенең эшмәкәрлеген 2019 йылдың февраленән башланы. Фонд мәғрифәтселек эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, ә 2019 йылдан яңы проект – башҡорт теленән халыҡ-ара диктант индерелде. Был акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. 2019 йылда унда 70 мең кеше ҡатнашһа, 2024 йылда 408 меңгә етеп, ул халыҡ-ара киңлекте алды.

2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге тапҡыр беренсе онлайн-олимпиада ла уҙғарылды. Акция ярҙамында һәр теләүсе үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27614 кеше ҡатнашты. 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар үткәрелә башланы. “Телде яңы өйрәнеүселәр”, дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Эшлекле башҡорт теле”, күрше төбәктәрҙә (Силәбе өлкәһе, Пермь крайы, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе, Һамар һ.б.) йәшәүселәр, йәмғеһе 5 меңдән ашыу кеше уларҙа ҙур теләк менән белем алды. 2020 йылдан “Башҡорт теле: яңы ҡараш” тигән сара үтә. Уның буйынса башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ән ашыу проект тәҡдим ителде. 2021-2022 йылдарҙа башҡорт телле блогерҙар менән “Республика” блог-туры проекты тормошҡа ашырылды. 300 блогер 12 күсмә саралар үткәрҙе, уларҙы 5 млн ашыу кеше ҡараны. 2022 йылда Рәми Ғариповҡа арнап балалар һәм өлкәндәр араһында “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсы старт алды, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйөүсе ҡатнашты.

Әсә телендәге методик ҡулланмалар ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән “Эшлекле башҡорт теле”, “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0” уҡыу әсбаптары нәшер ителгән, уларға мобиль уҡыу ҡушымтаһы эшләнгән (https://app.bashkorttele.ru/) һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу-дидактик материалдары әҙерләнде, уларҙа уҡыу өсөн китап һәм “Кубики-пазлы” үҫеш йыйылмаһы бар; “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел” уҡыу әсбабы баҫылды. Улар республикала ғына таралып ҡалманы, ә Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта 8500 кеше файҙалана.

Башҡорт телен һанлаштырыу буйынса ла ҙур эштәр алып барыла. 2020 йылда туған телдәрҙе дистанцион өйрәнеү өсөн “Туған тел донъяһы” белем биреү платформаһы булдырылды (https://bash-mir.ru/), “Бергәләп башҡорт телендә” һәм “Башҡорт теле: Яңы ҡараш” уҡыу видеороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө. “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында “Башҡорт теле минуттары” проекты старт алды. Һәр проект буйынса 4-5 миллион кеше теркәлгән, был үткәрелгән сараларҙың популярлығын күрһәтә. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә онлайн-тәржемәсе булдырылды. Әйткәндәй, уны төҙөү өсөн баҫмаларыбыҙҙың бер нисә йөҙ тәржемә мәҡәләләре ҡулланылды.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығында айырым структур бүлексә – милли мәғариф идаралығы, БР мәғарифты үҫтереү институтында – милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге булдырылды. Һөҙөмтәлә 2019 йылда I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы, 2020 йылда I төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса I халыҡ-ара форумы үткәрелә. Һөҙөмтәлә бер нисә ҡарар ҡабул ителде, улар ярҙамында 2019-2023 йылдарҙа 8 полилингваль мәктәп асылды (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында). Быйыл Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай мәктәптәр асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге - урындағы халыҡтың (башҡорт, татар, мари, удмурт һ.б.) телен тәрән өйрәнеү мөмкинлеген асыу. Дөйөм финанслау 3520621,0 мең һумды тәшкил иткән “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде. 2019 йылдан 2023 йылға тиклемге осорҙа бөтәһе 133 кабинет интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылды. 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең дөйөм белем биреү ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 30905 дана уҡытыу һәм уҡытыу-методик әҙәбиәт ебәрелгән. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыу төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәргә һәм педагогтарға эш хаҡы 15 процентҡа арттырылды. Ә 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә түләү индерелә, был уларҙың дөйөм эш хаҡы кимәленә һиҙелерлек йоғонто яһай. 2022 йылда “Туған телдә уҡытыу менән мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” айырым һөнәри оҫталыҡ конкурсы, 2023 йылда “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған “Туған телдә уҡытҡан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы булдырылды. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларына бирелгән премиялар арттырылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. 2019 йылдан телде популярлаштырыу маҡсатында был көндә саралар, төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, республиканың тораҡ пункттары урамдарында реклама баннерҙары урынлаштырыла. Ҡатнашыуға бар халыҡ йәлеп ителә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында М. Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелә. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә башҡорт телендә кәңәшмәләр үтә. Бынан тыш район-ҡала буйынса эшләгән телдәр буйынса комиссия сауҙа нөктәләре, учреждениелар буйынса рейдтар үткәреп, алтаҡталарҙың дөрөҫ тәржемә ителешен тикшерә. Был йәһәттән Учалы ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау, ғаиләлә балалар менән башҡорт телендә һөйләшеү, мәктәптәрҙә балаларға милли шәхестәребеҙҙе өйрәтеү, әсә телендәге баҫмаларға яҙылыу буйынса улар ғәйәт ҙур эш алып бара.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә БР Башлығы гранттары конкурсы булдырылды – йыл һайын финанслау 50 миллион һумды тәшкил итә. Бынан тыш, башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фонды 2019-2020 уҡыу йылында республиканың күп профилле полилингваль мәктәптәре уҡытыусыларына грант ярҙамына конкурс уҙғарҙы. Дөйөм суммаһы 2 760 000 һумды тәшкил иткән 48 сертификат тапшырылған. 2023 йылдың сентябрендә тәүге тапҡыр физик шәхестәр өсөн башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттарға грант ярҙамына конкурс ойошторолоп, 10 эш 900000 һумлыҡ ярҙам алды. 2023 йылда М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла “Полилингваль белем биреүҙә филология дисциплиналарын уҡытыуҙың заманса технологиялары” тип аталған айырым магистр программаһы асылды. “Медиайыйын” республика журналистар форумы йомғаҡтары буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетында 2022-2023 уҡыу йылында “Журналистика” йүнәлеше буйынса башҡорт төркөмө тергеҙелде.

Учалылар диктант яҙҙы

Йыл һайын республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә көн иткән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплаған башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу хәҙер күптән матур йолаға әйләнде.

Учалылар был акцияға йыл һайын дәррәү ҡушыла. Быйыл да 27 апрель көнө 11 сәғәттә Учалы ҡалаһының Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейы майҙансығында “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024” сараһына дәррәү йыйылдылар. Район мәктәптәрендә халыҡ-ара акцияға ҡушылып диктант яҙырға теләүселәр өсөн майҙансыҡтар эшләне.

С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейында был көндө кеше күп ине. Диктант яҙыуҙа уҡыусылар, уҡытыусылар менән бергә район етәкселеге, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ата-әсәләр, төрлө һөнәр эйәләре, ветерандар ҡатнашты. Диктант яҙырға теләүселәрҙең күп булыуы телебеҙгә ҡарата иғтибарҙың һәм ихтирамдың арта барыуы, халыҡтың әүҙем булыуы тураһында һөйләй.

- Был, ысынлап та, ҙур байрам, сөнки беҙ быйыл унынсы тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ. Был бик мөһим сара, йылдан-йыл үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙең һаны арта бара. Быйыл акцияла ике меңләгән учалылар ҡатнашты, акция онлайн һәм офлайн форматта үтте. Телде белеү кимәленә ҡарап, диктанттың төрөн һайлау мөмкинселеге булдырылды. Башҡорт теленән диктант яҙыусыларға акцияла ҡатнашыуҙарын раҫлаусы электрон сертификаттар ебәрелде, - тине мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса баш белгесе Зилә Шәрәфетдинова.

Диктант яҙыусылар араһында коллегабыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, “Учалинская газета” хәбәрсеһе Әнисә Янбаева ла булды.

- Башҡалар менән бергә мин дә үҙемдең белемемде һынап ҡараным һәм телебеҙҙең матурлығына, байлығына тағы ла бер инандым. Күптән рус гәзитендә эшләһәм дә, башҡорт рухлы булып ҡалам һәм бының менән ғорурланам. Диктанттың һөҙөмтәһе бик яҡшы – “бишле” булыуы һөйөндөрҙө, - ти ул.  

Учалы ҡалаһындағы 1-се Башҡорт лицейының 9-сы класында белем алыусы Камилла Камалетдинова ла был сарала йыл һайын ҡатнаша икән.

- Ғаиләлә беҙ өс бала тәрбиләнәбеҙ – мин, Руслан ҡустым, 3 йәшлек Йәсминә һеңлебеҙ үҫеп килә. Өйҙә беҙ тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Ата-әсәйем ҡуйған төп талаптарҙың береһе шул. Ғөмүмән, мин үҙемде тотошлайы менән башҡорт мөхитендә тәрбиәләнәм, тип әйтә алам. Сөнки белем алған 1-се Башҡорт лицейында ла, өйҙәге кеүек, башлыса башҡорт рухы, башҡорт мөхите хөкөм һөрә. Милләте буйынса башҡорт булған уҡытыусыларыбыҙ ҙа беҙҙең менән туған телдә аралаша, - ти телһөйәр ҡыҙыҡай.

Тел – халыҡтың булмышы

Башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыу даирәһен киңәйтеү – ошондай маҡсаттар ҡуя Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Радий Фәрит улы үҙе әйтмешләй, тел - халыҡтың булмышы, уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш.

Был талаптар бөгөн дә актуаль. Мәҫәлән, Сәфәр мәктәбе уҡыусылары был хаҡта яҡшы белә. Сөнки бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина балаларҙа патриотик рух, туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә.

- 2010 йылда хыялым тормошҡа ашты - Өфөләге башҡорт филологияһы факультетын тамамланым! 2016 йылдан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. 2017 йылда мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштарым, мәғариф системаһы үҫешенә индергән тос өлөшөм өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләндем. 2018 йылда Учалы мәғариф планына ярашлы “Тел - халыҡтың тере тарихы, уның рухы һәм уның мираҫы” исемле төбәк-ара семинар үткәрҙем. 2018 йылда уҡытыу һәм әҙәбиәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәтем өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Рәхмәт хаты алдым.

Мин - ябай ауыл уҡытыусыһы! Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, ышанып та бала күҙҙәре ҡарай. Ябай сабыйҙар түгел улар. Улар - беҙҙең киләсәк! Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын! Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Башҡорт теле уҡытыусыһы булыу минең иңемә айырыуса мөһим бурыстар йөкмәтә. Балаларҙа телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, йәш быуын туған телдә аралашһын, унан ситләшмәһен өсөн замана менән бергә атларға, үҫешергә тура килә, - тип бәйән итте беҙҙең менән әңгәмәлә Айгөл Хәлит ҡыҙы.

Башҡорт телен үҫтереүҙә һәм уны һаҡлауҙа үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе Учалы ауылының Башҡорт гимназияһында ла эшләй. Ул – Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы Хәкимова. Педагогик эшмәкәрлек йылдарында ул туған телгә һөйөү тәрбиәләүгә генә түгел, үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, башҡорт халҡының милли рухи ҡиммәттәрен һаҡлау эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.

Гөлдәр Хәкимованың төп ҡаҙаныштарының береһе - өлгөлө «Бөҙрәкәй» балалар театры булдырыу. Уның тәрбиәләнеүселәре бөйөк артистар булмаһа ла, актерлыҡ оҫталығынан күпкә күберәк алдыра. Ә бит заманында, 1995 йылда, бөгөн өлгөлө исемен яулаған театр ни бары Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙының телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу үҫтереү алымы булған түңәрәк кенә һанала. Театр тәрбиәләнеүселәренең төрлө республика, төбәк-ара конкурстарҙағы еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Миҫал өсөн, «Урал батыр» 25-се төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсының “Сәхнәләштереү” турында уҡыусыһы Лилиә Таһирова «Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосында Һыуһылыу образын бик оҫта башҡарып, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар роле” номинацияһында еңеүсе була. “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр XXV төбәк-ара көньяҡ-көнсығыш райондары һәм ҡалалары өсөн зональ этабы конкурсында Яҙгөл Нуретдинова призер исемен яулай. Сәхнәләштереү буйынса уңышлы сығыш яһап, Арыҫлан Йосопов, Мирас Абыҙгилдин, Алһыу Әсәҙуллина һәм Лилиә Таһирова икенсе урын яулайҙар. Һуңғы йылдарҙа Гөлдәр Хәкимова Бөтә Рәсәй, республика, муниципаль олимпиадаларында һәм ижади конкурстарҙа тиҫтәләгән еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән.

Туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эштәге юғары күрһәткестәре өсөн Гөлдәр Арыҫланғәли ҡыҙы күп тапҡырҙар мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, дипломдары менән наградлана. “БР Мәғариф отличнигы” билдәһе, БР хөкүмәтенең, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнә. М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты. 2016 йылда мәғариф өлкәһендәге юғары профессиональ оҫталығы өсөн уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

Учалыла - полилингваль мәктәп

Учалы ҡалаһында былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән үҙ ишектәрен асҡан 9-сы күп профилле полилингваль мәктәпте лә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ҡалҡан булыусы белем усаҡтарының береһе, тип иҫәпләргә мөмкин.

18,3 мең квадрат метр майҙан биләгән 4 ҡатлы бина (бер-береһе менән тоташҡан ике уҡыу корпусы) 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дизайн менән биҙәлгән киң коридорҙар, стандарттарға ярашлы төҙөлгән яҡты кабинеттар, заманса оҫтаханалар, лингафон кабинеттар, техник дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн ҡулланылған лаборатория ҡорамалдары, иркен китапхана, ҙур һәм яҡты тамаша залы. Мәктәптең үҙенең музейы ла эшләйәсәк. Бының өсөн дә айырым бүлмә һәм стеллаждар ҡаралған. Йәмәғәт саралары өсөн иркен акт залы һәм заманса ашхана 500 кешегә иҫәпләнгән. Бер түгел, ике спорт залдары ла бар (тренажерҙар, кейем алмаштырыу, тренер, инвентарь һаҡлау өсөн бүлмәләр, саңғы һаҡлағысы, айырым душ һәм бәҙрәф бар). Башланғыс кластар өсөн уйын зоналары менән айырым блок төҙөлгән. Мәктәп биләмәһендә ете уйын майҙансығы, баскетбол, волейбол һәм гимнастика өсөн хәүефһеҙ япмалы, шулай уҡ йүгереү өсөн универсаль майҙансыҡтар, тренажерҙар ҡаралған.

Мәктәп инфраструктураһы шул тиклем күп функциялы һәм төрлө, ул дәрестән тыш дәрестәр системаһын уҡыусыларҙың спорт һәм хеҙмәт тәрбиәһе мәсьәләләрен иҫәпкә алып үҫтерергә мөмкинлек бирә. Мобиль булмаған уҡыусылар өсөн дә шарттар булдырылған: инеү баҫҡыстары пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт бар.

Бер һүҙ менән, заманса белем алыу, күнекмәләр үткәреү һәм ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған бында. Шулай булмай ни, бөтә Башҡортостанда иң ҙур мәктәптәрҙең береһе бит!

- Беҙҙең мәктәптә уҡытыу дүрт телдә алып барыла – башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә. Әлбиттә, башҡорт теле, дәүләт теле булараҡ, мәктәбебеҙҙә өҫтөнлөклө һанала. 2023 йылдың сентябренән беҙҙә 569 башланғыс класс уҡыусыһы белем ала ине, быйыл 5-се класс уҡыусыларын да ҡабул иттек, - тип бәйән итте мәктәп директоры Эльвира Мөхәмәтйәрова.

Әйткәндәй, бөгөн республикабыҙҙа 8 полилингваль мәктәп эшләй. Икәүһе – Өфөлә, ҡалғандары Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында урынлашҡан.

Быйыл “Туған телдәр сәғәте”ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Һуңғы йылдарҙа тел йүнәлешендә беҙ әҙерләгән проекттар киң таралды. Улар әүҙем тормошҡа ашырыла һәм ҙур ихтыяж менән файҙалана. Беҙгә хәҙер тағы ла ниндәйҙер ҡыҙыҡлы яңылыҡ уйлап табырға кәрәк”, - тип белдерҙе.

Бик мәслихәт! Шулай дауам итһен. Туған телебеҙ һәр башҡорт ғаиләһендә ишетелһен. Халҡыбыҙ үҙ телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлаһын һәм үҫтерһен, тип теләйбеҙ.

Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас: