Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
15 Ноябрь 2016, 12:37

Йәшәү рәүеше сәләмәт булһын

Ҡала-райондың предприятие, ойошма-учреждение, ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, ә төрлө кимәлдәге ярыш-сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Уҙған шәмбе булып үткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр фестивалдәре уларҙың спорт менән дуҫлыҡтарын дәлилләне.
Ижад һарайының спорт залы гүзәл зат вә-килдәре менән тулған. Ярыш башланғансы берәүҙәр баскетбол кәр-зиненә туп ырғытып, икенселәр сәпкә уҡ атып оҫталығын шымарта. Шундуҡ иғтибар оло йәштәге апайға төштө. Көйәрмәнгә оҡшамай - спорт костюмы кейгән, тәүәккәл йөҙ менән баҫып тора. Рима Ғәлимйәнова фестивалдең иң оло ҡат-нашыусыһы икән, уға 80 йәш.
- Оло быуын вәкиленә йәштәр менән бергә спорт залына йөрөп булмай, ә төрлө түңәрәктәр, секциялар - түләүле. Ошон-дай сара уҙғарыласағын ишеткәс, ҡатнашырға булдым. Бер яҡтан тәнде яҙырға, икенсенән, йәш-тәрҙең дәртле кәйефен «йоҡтороп» ҡайтырға килдем, - тине ул.
Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты уҙғарған фестиваль программаһы быйыл да үҙгәрешһеҙ ҡалды: дартс, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү, эскәмйәгә таянып ҡул-дарҙа кәүҙәне күтәреү һәм эстафета. Ярышта бөтәһе 9 команда үҙ көсөн һынаны.
Ахун ауыл Советы район спартакиадаһы иҫәбенә үткәрелгән ярыштарҙың барыһында ла ҡатнаша. Быйыл ахундарҙы аш-наҡсы, китапханасы, уҡыусы һәм уҡытыусы вәкилләне.
- Йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ призлы урындар алып ҡайта, шәхси беренселектә лә уңыштарым бар. «От-жимание»нан ғына ҡур-ҡынҡырайым, ә ҡалған төр дисциплиналар еңел бирелер, тип уйлайым, - тине етәкселәре Лилиә Янсапова.
Команданың көслө яҡтары шундуҡ һиҙел-де: Ахун ҡатын-ҡыҙҙары оҙонлоҡҡа һикереүҙә, кәрзингә туп ырғы-тыуҙа үҙҙәрен яҡшы күрһәттеләр.
Миндәктәр ҙә еңеү маҡсаты менән килгән-дәр. «Әлегә тиклем ауыл Советы тик алдынғы урындар ғына ала килде, быйыл да һыр бирмәҫбеҙ», - тине етәкселәре Гөлшат Сәләхова. Ауылдың ике мәктәбендә лә спорт залы әүҙем эшләй, теләге булған һәр кеше унда шөғөлләнә ала.
Һөҙөмтәләргә кил-гәндә, I төркөмдә 1-се урынды - мәғариф бүлеге, 2-се урынды - «Урал таштары», 3-сө урынды «Батыр» йәмғиәте алды. II төркөмдә урындарҙы ҡала ултырағы (1-се), «Газпром. Газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Учалы ҡа-лаһындағы филиалы (2-се), «Учалыводоканал» предприятиеһы (3-сө) бүлеште. Миндәктәр ауыл Советтары араһында 1-се урынды яуланы. Икенсе баҫҡыста - Ахун, өсөнсөлә Уральск ауыл Советтары килә.
Шәхси беренселектә иһә Алена Трифонова (Миндәк ауыл Советы), Юлиә Зарипова («Урал таштары»), Ирина Хари-сова (мәғариф бүлеге), Гүзәл Ғәлимйәнова (ҡала ултырағы) 1-се урындарҙа.
Ҡала филармония-һының спорт залына - «Ир-егеттәр» фестиваленә юлланабыҙ. Бында ла ярыштың иң ҡыҙған мәле. Туғыҙ команда көсөн, етеҙлеген һәм сы-ҙамлығын күрһәтә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙан айыр-малы рәүештә программа-ға турникта тартылыу, гер күтәреү дисциплиналары ингән.
Артур Заһиҙуллин ме-нән Зөфәр Йомағужин Ураҙ ауылы Советын вә-килләнеләр. Егеттәрҙең икеһе лә спорт менән дуҫ.
- Бар нәмә теләктән ҡала. Ауылда махсус спорт залы булмаһа ла спорт менән шөғөлләнәм тигән кеше ысулын таба. Көн дә иртән тороп саф һауала йүгереүҙе берәү ҙә сикләмәй бит. Йәки, мәҫәлән, Зөфәр өйөндә үҙенә бәләкәй спортзал эшләгән. Үҙ һау-лығы өсөн һәр кем үҙе тырышырға тейеш, - тине Артур.
Ир-егеттәр команда-лары араһында I төркөмдә мәғариф бүлеге - 1-се, «Урал таштары» - 2-се, «Ба-тыр» йәмғиәте 3-сө урын-ға сыҡты. II төркөмдә бе-ренселекте ҡала ултырағы алды, унан килә «Газпром. Газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Учалы ҡа-лаһындағы филиалы һәм «Учалыводоканал» пред-приятиеһы. III төркөмдә юғары баҫҡыста - Ахун ауылы Советы, 2-се урын - Учалы ауыл Советында, 3-сө - ураҙҙарҙа.
Шәхси беренселеккә килгәндә, үҙ йәш төр-көмдәрендә Марсель Хәсә-нов («Урал таштары»), Марсель Сөләймәнов («Учалыводоканал»), Наил Нәбиуллин (ҡала ултырағы), Олег Позд-няков (ҡала ултырағы) 1-се урындарға өлгәштеләр.
Балалар күп нәмәне ата-әсәһенән күреп өйрәнә. Спортты яратыусы, уның менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егет-тәр булғанда сәләмәт тормошто йәшәү рәүеше итеп алған быуын үҫеренә өмөт бар.
Читайте нас: