Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
22 Ноябрь 2016, 12:33

Йәнә бер гөрләп үтте

«Яйыҡ» гәзите призына «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» фестивале йәнә бер гөрләп үтте.

Спорт байрамының баҫмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналыуы бик мәртәбәле булды. Әйтергә кәрәк, быйыл фестиваль программаһы тулыһынса үҙгәртелгән ине. Ул бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булды һәм, башлыса, спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнмәгән ябай ғаиләләргә иҫәпләнгәйне.
Ярышҡа ун команда йыйылды. Улар ара-һында фестивалдә даими ҡатнашҡан күптән-ге таныштар менән бергә яңы йөҙҙәрҙе лә күреүебеҙгә ихлас һө-йөндөк. Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Римма Солтанованың сәләмләү һүҙҙәренән, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарына тигеҙләнеп, дәүләт гимндарын тыңлағандан һуң спорт байрамына рәсми старт бирелде.
«Иртәнге гимнастика» - шулай аталды тәүге конкурс. Ысынлап та, ул ҡатнашыусыларҙа ярыш рухын уятып, күңелдәрен дәртләндереп ебәрҙе. Конкурс шарттары буйынса һәр командаға бер шар тотторолдо. Атай уны өрөп тултырырға, әсәй еп менән бәйләргә, ә бала мөмкин тиклем тиҙерәк спорт залының икенсе осонда урынлаш-ҡан кәрзингә алып барып һалырға һәм кире килергә тейеш ине. Конкурс барыһы өсөн еңел бирелде, тик ҡабаланған ҡатнашыусыларҙың йә шарҙарының ептәре өҙөлдө, йә ул кәрзин эсен-дә ятмай ҡаңғыртты.
Йөҙҙәре алһыуланған Исхужиндар өсөн тәүге этап бик ҡыҙыу үткән, күрәһең. Команда Уральск ауыл Советын вәкилләне. Зөлфиә һәм Азамат Исхужиндар өс бала тәрбиәләйҙәр. Игеҙәк ҡыҙҙарының береһе - Айгүзәл менән улар ике йыл элек, икенсеһе - Наҙгөл менән уҙған йыл фестивалдә ҡатнашҡандар. Бы-йыл иһә 6 йәшлек Азалия менән килгәндәр. Игеҙәктәр ҙә ситтә ҡал-маған, яҡындары өсөн йоҙроҡтарын төйнәп, янып-көйөп ултырҙылар.
- Ҡыҙҙарыбыҙ бик әүҙем, спорт менән шөғөлләнәләр, сәнғәт мәктәбенә йөрөйҙәр. Мин балалар баҡсаһында тәрбиәсе, тормош ип-тәшем ирекле янғын һүндереү часында эшләй. Уҙған йыл 3-сө урынды алып ҡайтҡан инек, бы-йыл да һыр бирмәҫбеҙ, тип уйлайым, - тине Зөлфиә ханым.
Учалылар өсөн хоккей - яратҡан спорт төрҙәренең береһе. Уны профессионалдар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә яратып уйнай. Фи-лармонияның спорт залында боҙ булмаһа ла, ҡатнашыусылар үҙҙәрен хоккейсы ролендә һы-нап ҡараны. «Шайба, шайба...» тип аталды икенсе конкурс. Уға ярашлы команданың һәр ағзаһы хоккей клюшкаһы ярҙамында тупты кегли араһынан үткәреп, билдәләнгән бер урынға тиклем барып етеп, кире килергә тейеш ине. Уңышҡа өлгәшеү өсөн башҡарыу техникаһын күҙәтеү мө-һим булғандыр: артыҡ ҡабаланырға ла, тупты ҙур көс менән этәрергә лә кәрәкмәй, йыйнаҡлыҡ һәм теүәллек кәрәк. Кире хәлдә, туп кегли аша сығып китә, уның артынан ҡыуып ваҡыт сарыф ителә.
Ахун ауылынан Янсаповтар ғаиләһен район спартакиадаһы иҫәбенә уҙған ярыштарҙың күбе-һендә осратырға мөмкин. «Яйыҡ» фестивалендә лә улар тәүге тапҡыр түгел. Өс йыл элек ғаилә өлкән ҡыҙҙары менән үҙ көсөн һынаған, быйыл 9 йәшлек Азалина менән килгәндәр. Физкультура уҡытыусыһы Лилиә менән төҙөүсе булып эшләгән Шамил балаларҙа спорт менән дуҫлыҡты баштан уҡ тәрбиәләү мөһим тип иҫәпләй. Улар балалары менән ауылдағы, район кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша, шулай уҡ тә-биғәт ҡосағындағы әү-ҙем ялды ярата.
Быйылғы фестивалде үҙенсәлекле итеп уҙғарыу ҡыҙыҡлы спорт инвентары ярҙамында мөмкин булды. Улар менән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тәьмин итте. Өсөнсө конкурс ботинкалар кейеп йүгереүгә ҡоролдо. Ни ауырлығы бар, тиерһегеҙ. Ауыр шул, сөнки ботинкалар ғәҙәти түгел, тын тултырылған, ҙур, уңайһыҙ. Алпан-толпан баҫып, абына-һөрөнә йүгергән өлкәндәр һәм балалар барыһының да йөҙөндә йылмайыу уятты.
Яңы Байрамғол ауыл Советы башлығы Сажиҙә Шәрипова үҙ командаһы - Әхмәткирәевтар өсөн янып-көйөргә килгән.
- Ауылда ошондай әүҙем, матур итеп балалар тәрбиәләгән, татыу йәшәгән ғаиләләр бар.
Был ярышта беҙҙән тағы ике команда булырға тейеш ине, әммә килә ал-манылар.
Роза һәм Шафиҡ Әхмәткирәевтар ярыш-ҡа ике улдары менән килгәндәр. Айрат ғаилә данын яҡланы, ә Азамат яҡындарын дәртләндереү өсөн тауышын йәлләмәне. Конкурстарҙы бик ойош-ҡан рәүештә генә үтеп сыҡҡан команда үҙен татыу, бер һүҙҙән булыуын күрһәтте.
- Спорт ярыштарында йыл һайын ҡатнаша-быҙ. Ижади конкурстар ҙа ситтә ҡалмай. «Йәш ғаилә» конкурсында 3-сө урынға өлгәшкәйнек. Иң мөһиме - әүҙем тормош позициябыҙҙы күреп балаларыбыҙ ҙа ошолай булып үҫһендәр. Ҡышҡы һыуыҡ көндә ваҡытты бушҡа уҙғармай күңелле лә, файҙалы ла ял итәбеҙ. Ғөмүмән, телевизор алдында ултырмайбыҙ, саң-ғы шыуабыҙ, тәбиғәткә сығабыҙ, спорт залына, бассейнға йөрөйбөҙ, - тине улар.
Киләһе конкурста ла ғаиләнең һәр ағзаһы берҙәй тырышҡанда ғына яҡшы һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин ине. Ҡатнаш эстафетаны әсәй башлай. Ул билдәле арауыҡҡа тиклем һикереп барып, ҡоршау эсенә скакалкаһын ҡалдыра. Артабан баланың тубы һәм аяғына кейеп һикергән атайҙың тоғо ла түңәрәк эсендә урын алырға тейеш.
Вәлиуллиндар үҙәк ҡала дауаханаһын вәкилләне. Улар ярышҡа улдары Марсель менән килгәндәр. Ғаилә өс бала тәрбиәләй.
- Өлкән улыбыҙ Эмилгә 6 йәш булғанда беҙ ғаилә менән спорт ярыштарында ҡатнаша башланыҡ. Хәҙер уға 18 йәш. «Яйыҡ» фестивалендә лә тәүге тапҡыр түгелбеҙ. Сират 6-сы йәше менән барған ҡыҙыбыҙ Айселгә етеп килә. Еңеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйманыҡ, иң мөһиме - балалар менән бергә ошолай әүҙем ял итеү, тимәк ғаилә эсендәге татыулыҡты, берҙәмлекте нығытыу.
Уральскийҙа йәшәгәндә ауыл Советы исеменән сығыш яһай торғайныҡ. Бөгөн ауылдарҙан килеү-селәрҙең әҙ булыуы бер аҙ моңһоуландырҙы. Ҡалала йәшәүселәргә былай ҙа мөмкинлектәр киң бит ул, ә ауыл кешеһенә мал-тыуарынан, донъяһынан айырылып сығып китеүе ҡыйын. Ауылдарҙа бик дәртле кешеләр йәшәй. Бында килһәләр улар, һис шикһеҙ, үҙҙәренә ял, позитив көс алып ҡайтырҙар ине. Ошондай күңелле сара бүләк иткәндәре өсөн «Яйыҡ» гәзитенә рәхмәт, - тине Алһыу Вәлиуллина.
Фестивалдең иң мәрә-кәле этабы - һуңғы конкурс булғандыр. Старт һыҙығында «ҡа-рышлауыҡ» ята. Команда бирелгәс бөтә ғаилә ҡарышлауыҡ эсенә инә лә юғары яғын артҡа ебәреп алға табан атлай. Билдәләнгән урынға барып еткәс кире әйләнәләр. Конкурсты еңел генә атҡарып сығыусылар менән бергә, йығылған, «ҡарышлауыҡ»тарын ҡулдан ысҡындырған ғаиләләр ҙә булды. Ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы үтте был этап.
Бехтеревтар ғаиләһе уҙған йыл фестивалдә беренсе урынды алыуға өлгәшкәйне. Көсөн һынарға улар быйыл да килгәндәр. Дарина ҡыҙҙары ла икенсе йыл ҡатнаша. Команда ҡала ултырағы исеменән сығыш яһаны. Эльмира - саңғы ярышы, ғаилә башлығы Александр - футбол буйынса балалар тренеры.
- Быйылғы фестиваль, беҙҙеңсә, күпкә күңеллерәк үтте. Спорт өлкәһе кешеләре булараҡ беҙ ауырлыҡтарға кү-неккәнбеҙ, шуға күрә иң ябай булған беренсе конкурс беҙҙең өсөн иң ҡыйыны булды. Бигерәк тә «Ботинкалар» һәм «Ҡарышлауыҡ» ярышы ныҡ оҡшаны, - тип хис-тойғолары менән уртаҡ-лашты улар.
Шулай итеп, спорт байрамы аҙағына ла яҡынлашты. Еңеүселәр командалағы баланың йәшенән сығып ике төр-көмдә билдәләнде. 5 йәш-тән 9 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләр араһында 3-сө урынды - Исхужиндар (Уральск ауыл Советы), 2-не - Бехтеревтар (ҡала ултырағы) һәм 1-се урынды Шаймөхәмәтовтар («Батыр» йәмғиәте) алды. 10 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалы командалар араһында 3-сө баҫҡыста Вәлиуллиндар (үҙәк ҡала дауаханаһы), 2-селә - Зәйнуллиндар (Учалы ауылы) һәм иң юғарғы баҫҡыса Әх-мәткирәевтар (Яңы Байрамғол). Еңеүселәр аҡсалата бүләктәргә, ә бар ҡатнашыусылар гәзиткә ярты йыллыҡ подпискаға эйә булды.
Читайте нас: