Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Ноябрь 2016, 12:32

Тормош балалар менән йәмле

Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөнөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла?

«Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул», - тип сағыштырған Риф Мифтахов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Был йәһәттән, Рәсүл ауылында йәшәүсе Әлфинә Камалетдинова бәхетле ҡатын. Ул биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Әлфинә Айрат ҡыҙы Иҫтамғол ауылы һылыуы, тормош иптәше Харис Талха улы Ҡотойҙан. Тәү-ҙә тормош иптәшенең ауылында йәшәйҙәр, һу-ңынан Әсәлек капита-лына Рәсүлдән йорт һатып алып шунда күсәләр.
Йөҙөнән йәшәү дәрте, нур бөркөлөп торған был мөләйем, һомғол буйлы ҡатынды биш бала әсәһе тип әйтмәҫһең дә. Өл-кән ҡыҙы Лилианаға 16 йәш, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлегендә белем ала. Әйткәндәй, Әлфинә үҙе лә бейеүсе, заманында «Ләйсән» ан-самблендә бейей, ҡыҙы ла әсәһенән күрмәксе, үҙен сәнғәт өлкәһендә һы-нарға уйлай. Руфинаға - 9, Заринаға 8 йәш, мәктәптә уҡыйҙар. Ата-әсәһенең йөҙөн ҡыҙарт-май уҡырға тырышалар ҡыҙҙар. 5 йәшлек Арсен менән 4 йәшлек Аслан әлегә балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Шуға ҡара-маҫтан, хәрефтәрҙе яҡ-шы таныйҙар, һанарға ла өйрәнгәндәр. Апалары белгәндәрен ҡустыларына өйрәтә, буш ваҡыттарында бергәләшеп әкиәттәр уҡыйҙар. Эшһөйәрлек хистәрен балаларға бә-ләкәйҙән һала башларға кәрәк, тип иҫәпләй ата-әсә. Был йәһәттән ул-ҡыҙҙары үҙҙәре лә шәп. Яҡындарына һәр яҡлап ярҙамлашалар.
Ғаилә ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш ултырталар. Бы-йыл арбуз, ҡауын да үҫ-тергәндәр.
- Заманалар ауыр, донъя көтөүе көндән-көн ҡатмарлаша, тиҙәр. Шунлыҡтан, күптәр бер-ике сабый менән генә сикләнеүҙе хуп күрә. Ә донъяның ҡасан еңел булғаны бар һуң? Һуғыш ва-ҡытында әсәй-өләсәйҙәр кәм тигәндә алты бала тапҡандар. Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа, ти бит халыҡ. Йортобоҙҙоң балалар тауышы менән ту-лы булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Өйҙә булмаһа-лар, үҙемә урын таба алма-йым. Уларҙың мәктәптән, баҡсанан ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтәм. Иң мөһиме - сабыйҙарым ауырымаһын, иҫән-һау булһындар. Туғандар күп булһа, күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит ул. Тормош иптәшемдең терәген, яр-ҙамын тоймаһам, ишле балалар табырға баҙнат итмәҫ инем, - ти Әлфинә Айрат ҡыҙы.
Камалетдиновтарҙың күп балалар тәрбиәләү батырлығын дәүләт тә юғары баһалаған. Ошо көндәрҙә Әлфинә Айрат ҡыҙы «Әсәлек да-ны» миҙалы менән бү-ләкләнгән.
- Хөкүмәтебеҙ күп балалы ғаиләләргә йылы мөнәсәбәттә. Льготалар менән файҙаланабыҙ, пособие түләнә. Балалар мәктәптә бушлай туҡ-лана. Әсә көнө айҡанлы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ошо бөйөк исемде ла-йыҡлы күтәреүҙәрен, тәүфиҡлы, мәрхәмәтле балалар тәрбиәләүҙәрен, донъялары түңәрәк, илебеҙ тыныс булыуын теләйем, - тине ханым.
Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас