Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Ноябрь 2016, 12:31

Мөмкинлектәр бихисап

25 ноябрҙә Учалы районына эш сәфәре менән БР иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков килде.

Ул бер нисә урындағы сәнәғәт предприятиеларында булды. Эш сәфәре аҙағында моноҡалаларҙы үҫтереү федераль фондының (ФРМ) әһәмиәте тураһында кәңәшмә уҙғарҙы.
Сергей Новиков 2004 йылда Учалы урман машиналар эшләү заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «РИВС» заводында булды. Предприятиеның генераль директоры Вя-чеслав Ким сәнәғәт объ-ектының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. За-вод Рәсәй, Монголия, Ҡаҙағстан, Әрмән-стан, Үзбәкстан тау-байыҡтырыу предпри-ятиеларына ҡорамалдар етештереү һәм монтажлау менән шөғөлләнә. Бы-йыл бер партия ҡо-рамалды Вьетнамға ебәргәндәр, шулай уҡ Чили һәм Бразилия предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү тура-һында һөйләшеү алып баралар. «РИВС» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте-нең төп предприятиеһы Санкт-Петербургта урынл-ашҡан. Учалыла иһә тех-нология, минералогия, гидрометаллургия, руда әҙерләү лабораториялары, сәнәғәт ҡулайламалары цехы эшләй. Компа-ния киләсәктә произ-водствоның ҙур өлө-шөн бында күсерергә, завод ҡеүәтен байтаҡҡа арттырырға ниәтләй.
Һуңғы йылдарҙа пред-приятие ныҡлап үҫешә, Учалылағы подразделениены мо-дернизациялауға ғына 180 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡса-ға цехтарҙа капиталь ремонт эшләнгән, заманса ҡорамалдар һатып алғандар. Завод етәксеһе әйтеүенсә, әлеге ваҡытта механик тикшере-участкаһы төҙөлә, был участка етештерелгән продукцияның номен-клатураһын киңәйтергә ярҙам итәсәк. Үҙебеҙҙә эшләнгән 8 токар станогы ҡайтартҡандар. Юғары технологиялы тикшереү лабораторияһы эшләй башлаясаҡ, бының өсөн бина алғандар ҙа инде. Лабораторияла рудала файҙалы металдарҙың күпме булыуын тик-шерәсәктәр. Был үҙ сиратында ниндәй ят-ҡылыҡ мәғдәнгә бай икәнлеген белергә яр-ҙам итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу 30-ға яҡын яңы эш урын-дарын булдырырға, продукцияны ебәреү гео-графияһын киңәйтер-гә мөмкинлек бирәсәк. Әлбиттә, бының өсөн инфраструктура кәрәк, министр әйтеүенсә, уны төҙөү өсөн предприятие моноҡалаларҙы үҫтереү федераль фондынан суб-сидия алыуға иҫәп тота ала.
Тағы бер тормошҡа ашырыла башлаған инвестпроект - «Русь-КормСнаб» йәмғиәте. Әлеге мәлдә ул хай-уандарға аҙыҡ етеш-тереү менән мәшғүл. Предприятие 2015 йылда асылған, 19 кеше эшләй. Продукцияға нигеҙҙә Эске эштәр министрлығының кинологик хеҙмәттәре заказ бирә. Мәскәү, Ҡазан, Новосибирск, Екатеринбург, Төмән, Архангельск, Великий Новгород ҡалаларына оҙатыла.
2015 йылда 340 тонна аҙыҡ етештерһәләр, 2016 йылдың 10 айы эсендә был һан 600 тоннаға еткән. Инвестор 2017-2020 йылдарҙа предприятиены ҙурайтырға 86 миллион һум аҡса бүлергә йыйына. Уның бер өлөшө ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк. 100-гә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. Сергей Новиков сығым-дарҙың күпмелер өлөшөн моноҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ-ты үҫтереү программаһы сиктәрендә ҡапларға мөмкин буласағын бил-дәләне.
Артабан министр «Тех-ноплекс» заводын ҡа-раны. 2014 йылда предприятие майҙанында мембраналар етештереү буйынса «PLANTER» заводы төҙөлдө. Объ-ект «Технониколь» корпорацияһы струк-тураһына ингән «Лод-жикруф» заводы фили-алы һанала. Артабан район хакимиәтендә «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды» коммерция бул-маған ойошманың му-ниципаль берәмектәргә күрһәткән ярҙамын нисек файҙаланыу тураһында кәңәшмә уҙғарылды. Район хакимиәте баш-лығы Фәрит Дәүләт-гәрәев осрашыуҙа ҡат-нашыусыларҙы райо-ныбыҙҙың иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Учалы республикабыҙҙың моноҡалалар иҫәбенә инә, һуңғы йылдарҙа бихисап инвестицион проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ярҙамында иҡтисадыбыҙ нығый. Сергей Новиков ҡалабыҙ-ға «Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды»нан аҡсалата ярҙам алыуға дәғүә итеү мөмкинлеге барлығын билдәләне. Учалы өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы статусы (ТОСЭР) алһа, ошо ярҙамды аласаҡ. Был башҡа эре инвесторҙарға ҡалабыҙҙа үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырып, финанс ярҙа-мы алырға, бизнестарын үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Сергей Новиков инвесторҙарҙың нин-дәй ярҙамға дәғүә итә аласаҡтарын һәм прог-рамманың шарттары менән таныштырҙы. Киләһе йыл башында республиканың Проект офисының күсмә ул-тырышы Учалыла үтә-сәк, кәңәшмәлә ин-вестицион проекттарға ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерәсәктәр. «Уча-лының мөмкинлектәре бик ҙур. Һәм ул мотлаҡ яңы инвестициялар өсөн «магнетизм» үҙәге булып торорға тейеш», - тине Сергей Новиков.
Читайте нас: