Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Декабрь 2016, 12:30

Уңыш еңел яуланмай

Тәүге ҡулланыусылар йәмғиәттәре райо-ныбыҙҙа 1913 йылда барлыҡҡа килә. Юҡҡа ғына ойошторолмайҙар улар

Тәү сиратта халыҡты көндәлек кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеү бурысы тора. Заманалар менән бергә был система ла байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Районыбыҙ ҡулланыусылар союзына ла уның шауҡымы теймәй ҡалмай, реформаларҙан һуң ул «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенә әйләнә.
Быйыл илебеҙҙең ҡулланыусылар йәм-ғиәттәре үҙҙәренең күр-кәм 100 йыллыҡ юби-лейҙарын билдәләне. «Нур» йәмғиәте лә эске сауҙаны үҫтереү, уның социаль мөһимлеген күтәреү өсөн бар-лыҡ мөмкинлектәрҙе файҙалана. Хеҙмәт-тәренең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы. Әйтәйек, 2016 йылдың 9 айы эсендә тауар әйләнеше 202 миллион һум тәшкил иткән. Бөгөнгө көндә 28 магазин, ике дарыухана, ике икмәк бешереү һәм колбаса цехы эшләй. Йәмғиәттә 170 кеше хеҙмәт итә. Сауҙа нөктәләрендәге бай ас-сортимент, хаҡтарҙың социаль йүнәлешлелеге, хеҙмәтләндереү кимәле - эштәре бар яҡлап та маҡтауға лайыҡ. Икмәк бешереү цехтарында икмәктән тыш төрлө ҡалас, кондитер изде-лиелары бешерелә. Айына 130 тонна икмәк-ҡалас етештерелә. Әйткәндәй, конкуренция ҙур булыу-ға ҡарамаҫтан, сауҙа нөктәләрендә «нур»ҙар бешергән икмәкте халыҡ сиратта тороп ала. Сере ниҙә һуң?
- Икмәк - ул иң ҡәҙерле ризыҡ. Шуға уны юғары сифатлы итеп ҡомалаҡ әсеткеһе менән әсетеп бешерәбеҙ. Технологияны еренә еткереп үтәйбеҙ, - ти икмәк бешереүсе Ай-гөл Солтанова.
Колбаса цехында 20-нән ашыу төр колбаса һәм ыҫланған ит про-дукцияһын етештереп һатыуға сығаралар. Итте халыҡтан һатып алалар. Продукцияларын районда ғына түгел, күрше Силәбе өлкәһенең сауҙа нөктәләрендә лә көтөп алалар. Әлбиттә, уңыштар еңел генә яуланмай. Юғары һө-ҙөмтәлелеккә, бөгөнгө һатып алыусының талаптарына һәм их-тыяжына йүнәлеш то-топ, сауҙа баҙарында үҙ урыныңды дөрөҫ билдә-ләп, дөйөм тырышлыҡ менән генә ирешеп була.
«Нур» ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Рәис Хәбибуллин коллектив эшмәкәрлеген тап шул рәүешле ойоштороуға ирешкән. Бының өсөн уға хеҙмәттәштәре лә, халыҡ та рәхмәтле.
Читайте нас: