Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Декабрь 2016, 12:28

Сирек быуат бергә!

5 декабрҙә район һәм ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Бер йыл эшмәкәрлек тураһында комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зилә Шәрәфүтдинова сығыш яһаны. Зилә Ғизетдин ҡыҙы бихисап башҡарылған эштәр, яҡын киләсәккә уй-ниәттәр тураһында ентекләп бәйән итте. Милли үҙаңды уятыу һәм тергеҙеү яйыраҡ күренһә лә, ышаныслы баралыр. Һәр хәлдә лә Ҡоролтай делегаттарын сәләмләгән уҡыусы балалар сығышы барыһын да тетрәндерҙе, ә хәҙер инде сағыу йондоҙсоҡ булып балҡыған Ләйсән Золотареваның «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүе, дөрөҫөрәге, сәхнәләштереп күрһәтеүенән күптәрҙең күҙҙәренә йәш бәреп сыҡты. Афарин, балалар!
Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әмине-ваның телмәре лә тәү сиратта йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланды:
-Башҡорт телен һаҡлап ҡа-лыу мәсьәләһе киҫкен тора. Донъялағы бар кешеләр бер генә телдә һөйләшһә яҡшы булмаҫ инеме, ниңә туған телдәрҙе һаҡларға кәрәк, тигән һорауҙар юҡ түгел. Һәр тел - Хоҙай биргән байлыҡ! Милләтте милләт итеп һаҡ-лап ҡалыу ҡоралы ул. Күреп торабыҙ бит: әсә телен инҡар иткәндәр үҙ милләттәренән ситләшә, ә барыбер икенсе халыҡ кешеһе булып ки-тә алмайҙар. Кеше шулай яратылған инде, һәр кем өсөн туған тел - күңел бөтөнлөгөн һаҡлау сараһы. Эске донъя үҙ урынында булһын өсөн, туған телдә үҙ-ара аралашырға ғына түгел, ҡоштар тауышын, шишмә ағышын, хатта төнгө тынлыҡты үҙ телеңдә ишетә белергә кәрәк...
Ғилми педагогикаға нигеҙ һалыусы Ян Коменский әле XVII быуатта уҡ асыҡлай: туған телдә уҡытылһа, ғилемдәр еңе-лерәк үҙләштерелә. Ә заман ғалимдары теүәл билдәләне - кеше күберәк тел белгән һайын, аҡыл ҡеүәһе юғарыраҡ үҫешә.
Әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусылары хәлдәренән килгәндең барыһын да эшләй, ләкин әсә телен өйрәтеүҙәрен, тәү сиратта, ата-әсәнән талап итергә кәрәктер. Ошо шарт үтәлмәйенсә, башҡорт телен ҡулланыу даирәһе йылдың йылы тарая барасаҡ. Сәйер түгелме - бер ата-әсәнән дә, балаңды математика йә биология фәндәренә уҡытайыҡмы, тип һорап та тормайҙар, туған тел тураһында һүҙ сыҡҡанда ғына тартҡылаштарға урын ҡалдырыла...
Барыбыҙҙың да рухи бурысы - ата-бабаларҙан туған телде ни ҡиәфәттә алғанбыҙ, ошо килеш, түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға тапшырыу.
Эйе, милләтте һаҡлап ҡа-лыу өсөн барған көрәштең «фронт һыҙығы» фәҡәт туған тел даирәһенән үтә. Әҙип Мәүлит Ямалетдинов сығышын данлыҡлы аҡыл эйәләренең туған тел тураһындағы фекер-ҙәренән цитаталар менән биҙәне. Беҙҙең хәтергә иң уйылғаны Сынғыҙ Айтматовтың әйткәне булғандыр - «Халыҡтың үлемһеҙлеге - туған телендә». Тап шулай бит! Халыҡ нин-дәй генә ҡаҙаныштарға иреш-мәһен, нисек кенә бай һәм етеш йәшәмәһен, туған теленә хыянат итә икән, Ер йөҙөнән юҡ буласаҡ... Тарихта бындай аяныслы миҫалдар бихисап. Мәүлит Байгилде улы үҙе етәкләгән «Ҡуңыр буға» ижади йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге тураһында бәйән иткәндә, тәү сиратта, балалар һәм йәштәр менән эш итеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Ойошманың мәктәптәрҙә «Тәүге китабым» конкурсы үткәреүе юғары баһаға лайыҡ. Уҡыусы балаларҙың тәүге шиғыр-хикәйәләрен китапсыҡ итеп нәшер итеү йәш ижадсыларҙың иңдәренә ҡанат ҡуя, илһам һәм дәрт бирә, башҡорт теленең ҡалған телдәрҙән һис тә кәм түгел икәнлеген ҡоро һүҙ менән генә түгел, эш менән дәлилләй. Был башланғысты мөмкин тиклем киңерәк йәйелдереү өсөн күберәк матди һәм ойоштороу ярҙамы күрһәтеү бер ҙә ҡамасауламаҫ ине! М. Ямалетдинов Ҡоролтайҙың башҡарма комитетында «Минең беренсе китабым» ижади конкурсы бу-йынса комиссия булдырырға тәҡдим итте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов, әлбиттә, мәҙәниәт өлкәһен хәстәрләне:
-Кесе Ҡоролтайҙың баш-ҡарма комитетында мотлаҡ мәҙәниәт бүлеге булдырырға кәрәк. Йәш быуындың үҙ тамырҙарына тоғро булып тәрбиәләнеүендә милли сән-ғәттең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Бында инде һәр айырым шәхес ҙур роль уйнай. Ҡайҙалыр булғаны һүрелә бара, ҡайҙалыр, киреһенсә, сәскә ата. Бына, Ҡунаҡбай мәктәбендә директор Ринат Ямалиевтың тырышлығы менән бөгөнгө көндә 4 өлгөлө ансамбль эшләй! Ә бит башта йүнле ниҙер килеп сығыуына ышанмаусылар ҙа булды. Ринат Хөснулла улына ниндәйҙер айырым шарттар ҙа кәрәк булманы, финанс көрсөктәр ҙә ҡамасауламаны, маҡсат итеп ҡуйҙы ла, тормошҡа ашырҙы. Ундай шәхестәрҙән өлгө алыу күптәребеҙгә артыҡ булмаҫ ине!
Ә бына икенсе атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡорама мәҙәниәт йорто директоры Ғаяз Нияз улы Ибраһимов сы-ғышын йүнселлек темаһына бағышланы. «Икмәк булһа, йыр ҙа булыр» мәҡәленән сығып фекер йөрөтә.
- Халҡыбыҙ ғүмер буйы сауҙа-эшҡыуарлыҡҡа нисектер кәмһетеберәк ҡарарға күнеккән. Күптәр һаман да ниндәйҙер оран һалынып, ниндәйҙер бөйөк эштәр атҡарырға, яуға күтәрелергә көтөп ятҡан ке-үек. Ята торғас, һөрһөргә лә мөмкин! Заман башҡа, заң башҡа икәнлегенә төшөнөргә ваҡыттыр. Бына беҙҙең Ҡорама ауылында предприятие-коллектив хужалыҡтар бөткәс, артабан нисек булыр, тип ҡурҡа инек. Хәҙер ни, бер ҙә элеккенән кәм йәшәмәйбеҙ. Еләк-бәшмәк йыйып, миндек-һепертке бәйләп һатыу, мал тотоу, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү егәрлеләргә етеш йәшәргә ирек бирә. Иң мөһиме - сығарып һатырға, һатыулашырға тартынмаҫҡа кәрәк. Бер тапҡыр ҡыҙыҡ өсөн самалап иҫәпләнек - ауыл янындағы бер генә тау миҙгел үткәнсе 3 миллион һумлыҡ тауар (еләк һәм бәшмәк) бүләк итте. Халыҡтың психологияһы ла үҙгәрә. Балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәһенең ауыҙына ғына ҡарап тормай, йәй үткәнсе еләк-емеш менән аҡса эшләйҙәр ҙә, уҡыу йылына үҙҙәренә оҡшаған кәрәк-яраҡты үҙҙәре һатып ала.
Хәләл көс менән тапҡандың ояты юҡ, киреһенсә, кешенең баһаһын күтәрә. Ана бит, беҙ-ҙең тауар сифатлы һәм экология йәһәтенән саф булғас, күрше өлкә баҙарҙарында мут сауҙагәрҙәр әллә ҡайҙан килтергән йәшелсәләрен «Ҡорама бәрәңгеһе» тип алдап һата башлағандар. Был үҙе генә лә беҙгә ғорурлыҡ. Йүнсел һәм егәрле булайыҡ, милләттәштәр! Ә икенсе тәҡдимем - Башҡортостан Башлығы вазифаһының исемен ҡайтанан Президент итеп үҙгәртеүҙе юлларға кәрәктер, былар бөтөнләй битараф, тип уйлап ҡуймаһындар.
БДУ-ның Учалылағы вәкиллеге етәксеһе Зилә Рәхмәтуллина-ның сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Юҡҡа ғына Зилә Нурмө-хәмәт ҡыҙы философия фән-дәре кандидаты түгел икән!
Ата-бабаларыбыҙҙың тәжри-бәһе, йола-ғәҙәттәре бөгөнгө көндә лә ни яҡтан файҙалы икәнлегенә төплө анализ яһаны:
-йылҡы итенә өҫтөнлөк би-рергә кәрәк, сөнки химик сос-тав буйынса сәләмәтлек өсөн айырыуса файҙалы, шул иҫәптән зарарлы холестеринға ҡаршы эффектлы сара ул;
- ата-бабаларыбыҙ һыйыр һөтөн күп эсмәгән. Баҡһаң, кеше организмы сей көйөнсә һөттө насар эшкәртә икән. Ә бына ҡатыҡ, эремсек, ҡорот, май-ҡаймаҡ көйөнсә - тәмле лә, файҙалы ла. Йыл миҙгеленә ҡарап, айран, ҡымыҙ һәм буҙаны аралаштырыу хәйерле;
-башҡорттар әсетелгән ҡамыр ризыҡтарын һирәк ҡуллан-ған, сөсө күмәс-йәймәләргә өҫтөнлөк биргән. Ә бит сүпрә ысынында ла һаулыҡ өсөн зарарлы икәнлеген хәҙер фән дә таный;
-бал һыуыҡ тейгәндә генә түгел, аҙлап булһа ла, көндәлек ҡулланылырға тейешле ризыҡ;
-ашҡаҙандың өстән бер өлөшөн генә аш фәҡәт үҙе биләргә тейеш, тип иҫәпләнгән. Өстән бер өлөшө - һыу, ҡалғаны - һауа, йәғни буш ҡалыуы хәйерле.
- бөтә элекке күсмә халыҡтар-ҙа «тәүәккәллек гены» бар. Ысын мажара-ҡурҡыныстар янамаған осорҙа был генды хәмер ҡуҙғытыуы ихтимал, насар эҙемтәләргә килтерәсәк. Күп башҡа халыҡтарҙан айырмалы, башҡорт ҡаны алкоголде ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә эшкәртә алмай, тиҙ бирешә. Ошоно һәр саҡ күҙ уңында тоторға кәрәк;
-суицид кеүек касафатты кәметеү өсөн барыһына ла күберәк аралашырға кәрәк. Кеше - социаль зат, уның үҙ-үҙенә йомолоуы тәбиғәтенә ҡаршы килә һәм насар тамамлана. Йырлау рух именлеге өсөн ныҡ файҙалы. Тик, шартын боҙоп булһа ла, хатта иң моңһоу йырҙарҙы ла күтәренкерәк күңел менән башҡарыу зарур. Шәжәрә төҙөү, нәҫел тарихын өйрәнеү - үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кеүек гонаһтан һаҡлаған ышаныслы кәртә. Ваҡыты-ваҡыты менән йондоҙло күккә төбәлеп тороу ҙа файҙалы - йыһан менән сағыштырғанда һәр кемебеҙҙең хәсрәт-үпкәләре ниндәй ваҡ икәнлегенә кеше аҡыл менән генә түгел, күңеле менән төшөнә.
Тарихсы һәм эшҡыуар Фәнүр Шаһиевтың сығышы тамашаға әйләнде тиерлек - милли спорт тураһында һөйләү менән генә сикләнмәй, үҙе менән килтергән йәйә (ян) бөгөп, кереш тартып та күрһәтте бит. Аңлатма бирергә кәрәктер: уҡ атыу спорты бар донъяла популяр, ундағы янға тоҫҡауҙар, атыуҙы еңелләштергән механизмдар ҡуйыла, йәйә лә түгел, ниндәйҙер аппарат пәйҙә була. Компьютер һәм мотор беркетелгән ағас суҡмар һымаҡ инде. Шул уҡ ваҡытта традицион, боронғо заманаларҙағы һымаҡ яһалған уҡ-һаҙаҡтан атышыу ҙа киң тарала башланы. Был йәйә лә конструкция яғынан ябай түгел, «...таяҡ бөгөп бау бәйләү генә етмәй, ысын традицион яндан уҡты 150-200 метрға сөйөргә мөмкин», - тип тә иҫкәртте Фәнүр Фәнит улы. Әйткәндәй, 5 ноябрь көнө Өфөлә Күсәрбай Аҡсулпанов кубогына «Любизар» беренсе башҡорт атлы полкы» республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы) «Мәргән уҡсы» фестивале менән берлектә Халыҡтар берлеге көнөнә арналған республика уҡсылар турнирын уҙғара. Сара рухи мираҫыбыҙҙы - милли шөғөлдәрҙең береһе булған уҡтан атыуҙы пропагандалау, тергеҙеү һәм киләһе быуынға еткереү, үткәндәрҙе һәм тарихи кейем өлгөләрен өйрәнеү, 3-cө башҡорт полкы старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпановтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола. Рус тарихсыһы А.Н. Олениндың хеҙмәттәрендә билдәләнеүенсә, дворяндар тоҡомонан сыҡҡан Күсәрбай Аҡ-сулпанов 1788-1790 йылдарҙағы рус-швед һуғышында ҡатнашып, швед короле Густав III-гә уҡтан атыу оҫталығын күрһәтә. «Һыбай сабып барған ерҙән Күсәрбай һауаға йомортҡаны бәреп, төшөп килгән ыңғайы йәшен тиҙлегендәй атылған уғы менән яра. Ниһайәт, ул һаҙағынан иҫке уғын алып ергә ырғытты һәм һыбай килеш сабып барған еренән уҡты алып күккә сөйҙө һәм йомортҡаға атҡандағы кеүек яңы уғы менән уҡты урталайға ярҙы...» Һәм ошо ярышта яҡташыбыҙ Рөстәм Фазлетдиновтың беренсе урын-ға сығыуы ғорурлыҡ уятмауы мөмкин түгел!
Ултырышта башҡа сығыш-тәҡдимдәр ҙә булды, Ҡоролтай башҡарма комитетының яңы составы һайланды.
Улар иһә үҙ ултырыштарында ошо көндәрҙә яңы рәйес һайлаясаҡ. Шулай уҡ ойошманың эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән иптәштәр Рәхмәт хаттары менән дәртләндерелде, 15 йыллыҡ юбилей айҡанлы «Хазина» фольклор төркөмө ағзалары тәбрикләнде. Ә Ҡоролтайҙың икенсе өлөшө гәзитебеҙҙең 25 йыллыҡ юбилейына бағышланды.
Эйе, беҙҙең юбилей Ҡоролтай ултырышында, гәзит редакторы Римма Солтанова әйтмешләй «...төбәк башҡорттарының иң аҫыл ул-ҡыҙҙары вәкилдәре» алдарында үткәрелеүе оло бүләккә тиң булды. Ә иң оло бүләк - бар маңҡортлашмаған яҡташтарыбыҙҙың «Яйыҡ»ҡа киләһе йылға дәррәү яҙылыу-ҙары - был хаҡта ла тантанала күп әйтелде. Матди бүләктәрҙән дә ҡоро ҡалманыҡ - «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы исеменән «Учалы мәғлүмәт үҙәге» директоры Александр Борисов автомобиль (Рено Логан) асҡыстарын тотторҙо!
Бар редакция хеҙмәткәрҙәренә төрлө кимәлдәге Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Тантанаға гәзитте башлаған тәүге редакция хеҙмәткәрҙәре-ветерандар саҡырылғайны. Беренсе редактор Рәсих Сәләх улы Лоҡманов ҡыҫҡаса ғына беренсе аҙымдар тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Яйыҡ» - киң йәмәғәтселек һәм урындағы властарҙың хеҙмәттәшлеге, бер төптән тотоноуҙары һөҙөм-тәһендә барлыҡҡа килә. Юбилей йылында етәкселәрен телгә алыу ғәҙел булыр: КПСС-тың ҡала комитетының 1-се секретары - В.Ш. Ғәйфуллин, район Советы башҡарма комитеты рәйесе - М.С.Янбаев, «Ирәмәл» халыҡ үҙәге рәйесе - М.Б.Ямалетдинов.
Гәзиттең баш мөхәррире Римма Рәмил ҡыҙы сирек быуат гәзит уҡыусылар менән бергә атлаған юлды байҡаны:
- 1990 йылдың 27 сентябрендә район Советы ҡарары менән башҡорт телендә ҡала һәм район хеҙмәтсәндәренең ижтимағи-сәйәси гәзите булдырыла. Яңы баҫманың исеменә һәм мөхәррир вазифаһына конкурс иғлан ите-лә. Шулай итеп, 1991 йылдың 1 ғинуарында «Яйыҡ»тың тәүге номеры донъя күрә. Әлбиттә, нимәнелер башлап ебәреүе һәр саҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. «Яйыҡ»тың сыға башлаған ва-ҡытында эшләгән коллектив та ҙур ауырлыҡтар кисергәндер. Шуға ҡарамаҫтан, ул ваҡыттағы журналистар, редакция хеҙ-мәткәрҙәре тос фекерле, киң аң даирәле булыуҙары, намыҫлы хеҙмәттәре менән гәзиттең халыҡ араһында киң танылыу алыуына ирешкәндәр. Матбуғатты юҡҡа ғына тормош көҙгөһө менән сағыштырмайҙарҙыр: ул һәр яҡлап ысынбарлыҡты яҡтырта. Бөгөн дә редакция журналистары һәр уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн тырышып эшләй. Гәзиттә һәр кемгә иғтибар бүленә: оло кеше булһынмы, йәшме, йәки баламы «Яйыҡ»та һәр кем үҙенең күңеленә яҡын булған теманы таба ала.
«Яйыҡ» - ул бер генә кешенең хеҙмәт емеше түгел.Гәзит уҡыусыға барып еткәнсе уға әллә күпме күңел йылыһы, аҡыл ҡеүәһе һалына. Уны уҡымлыраҡ, халыҡҡа яҡыныраҡ итер өсөн төп хеҙмәткәрҙәребеҙҙән тыш, штаттан тыш хәбәрселәрҙең дә өлөшө ҙур. Йылына редакцияға 1000 гә яҡын хат килә икән - был күп нәмә тураһында һөйләй.
Беҙҙең коллектив үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурс-акцияларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Гәзитебеҙ бер нисә йыл рәттән Рәсәй матбу-ғатының алтын фондына инде, быйыл Рәсәйҙең социаль әһә-миәттәге гәзиттәр исемлеген тулыландырҙы. Республика кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеүҙәребеҙ бихисап.
Үҙебеҙҙең дә башланғыс-тарыбыҙ бар. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡса-тында редакция ойошторған «Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе» фестивале традицияға әйләнде. «Яйыҡ» һылыуы конкурсында ла башҡорт ҡыҙҙары ҙур активлыҡ күрһәтә. Бынан тыш, гәзит менән иң актив аралаш-ҡан авторҙар араһында «Йыл лауреаттары»н билдәләү штаттан тыш хәбәрселәрҙе күберәк йәлеп итергә, бының менән гәзиттең йөкмәткеһен тағы ла байытырға ярҙам итә.
Әлбиттә, тормош булғас бар нәмә лә шыма ғына бармай, төрлөһө була. «Яйыҡ» та үҙенең йәшәү дәүерендә байтаҡ структур үҙгәрештәр кисерҙе. Шуларҙың һуңғыһы, былтырҙан беҙ ҡала типографияһы менән бер предприятиеға ҡушылып, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалын тәшкил итәбеҙ. Оптимәл-ләштереү процесы ла беҙҙе урап үтмәне, 15 йыл элек штатта 16 кеше иҫәпләнһә, хәҙер 9 хеҙмәткәр тороп ҡалдыҡ. Белеүегеҙсә, элек аҙнаһына 3 тапҡыр сыға инек, хәҙер шишәмбе һәм шәмбе көндәре генә. Гәзиттең форматы ла ҡыҫҡартылды. Әммә был кире үҙгәрештәр һис кенә лә гәзиттең асылына йоғонто яһаманы, һеҙ уны тоймағанһығыҙҙыр ҙа.
Беҙҙе бөгөн иң борсоғаны - тираждарҙың кәмеүе. Ҡыҙ-ғанысҡа ҡаршы, был тенденция бөтә республика, бөтә Рәсәй кимәлендә күҙәтелә. Баҫма матбуғат саралары, бигерәк тә милли баҫмалар ҙур юғалтыуҙар кисерә. Был тәү сиратта, гәзит уҡыусыларҙың, бигерәк тә, йәштәрҙең бар мәғлүмәтте интернет селтәре аша алыуҙарына бәйле, байтаҡ гәзит-журналдар хәҙер хатта электрон вариантҡа күсә башланы. Яйыҡ гәзитенең дә үҙ сайты бар һәм унда айына 2500-гә яҡын кеше инеп мәҡәләләрҙе уҡып сыға. Заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр, йәш быуынды ла аңлап була, әммә гәзитте ҡулға алып, уны тойоп уҡыуға бер нимә лә етмәйҙер тип иҫәпләйбеҙ беҙ.
Сер түгел, тираждарҙың кәме-үе баҫма матбуғатҡа хаҡтар-ҙың үтә юғары булыуына ла бәйле, быныһы инде беҙҙән ҡалмай, гәзиткә хаҡтарҙы ойош-тороусыларыбыҙ билдәләй, һуң-ғы йылдарҙа таратыу өсөн почта сығымдары ла ныҡ күтәрелде.
Тормош шулай ҡоролған, бер заманда ла, бер кемгә лә еңел булмаған. Зарланыу - беҙҙең милләткә хас һыҙат түгел, күп нәмә үҙебеҙҙән ҡала. Һәр кемебеҙ туған телебеҙ яҙмышын, милләтебеҙ киләсәген ҡайғыртып, яуаплылыҡ тойоп үҙ миҫалында башҡорт телендә аралашып, туған телдә сыҡҡан китаптар, гәзит-журналдар уҡып балаһына, ейәненә өлгө күрһәтә икән, тимәк телебеҙҙең дә, милли матбуғатыбыҙҙың да киләсәге бар һәм буласаҡ. Бөгөн был ҡорға халҡыбыҙҙың тап шундай ул-ҡыҙҙары йыйылыуына иманым камил!
Читайте нас: