Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Декабрь 2016, 12:27

Тырыштар - донъя тотҡаһы

Ҡошсолоҡ - ауыл хужалығында иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа ҡош итенә һорау арта бара.

Был тәү сиратта уның диетик аҙыҡ булыуы менән аңлатыла. Ошоға тиклем ҡураларҙа өйрәк-ҡаҙ өҫтөнлөк итһә, хәҙер иһә халыҡ бройлер үҫтереү менән ныҡлап мәшғүл. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы табыш алыу маҡсатында тота.
Учалы ауылында йә-шәүсе Айһылыу һәм Таһир Ғәббәсовтар бынан өс йыл элек бройлерҙарҙы үҫте-реп итен һатыуға сығара башлай. Был кәсепкә уйламағанда тотоналар, ғаилә тәүҙә эре мөгөҙлө мал аҫрау менән шөғөлләнә. Һыйыр, һарыҡ тоталар. Әммә ҡасабала йәй-геһен көтөү юҡлығы шәхси хужалыҡтарын ҙурайтыуға форсат бирмәй. Малды ҡыр-ға сығармай, йыл әйләнәһенә ҡурала ябыҡ тотоуҙан ни файҙа? Бесән әҙерләүе лә мәшәҡәтле, алыҫ араға йөрөргә кәрәк, сығымдары күп. Ахырҙа, кәңәшләшкәндән һуң, малдарҙы бөтөрөп ҡош-ҡорт аҫрарға ниәт-ләйҙәр. Тәүҙә күрше өлкәләге ҡошсолоҡ фабрикаһынан кү-мәртәләп бройлер се-бештәре һатып алып халыҡҡа һата башлайҙар. Әлбиттә, эш башлауы еңелдән булмай. Яйлап күп нәмәгә өйрәнергә тура килә.
Хәҙер ғаилә бер айлыҡ бройлер себештәрен алып ҡайтып үҫтереп, итен һатыу менән дә шөғөлләнә. Яҡынса 1 мең баш бройлер үҫтерәләр. Хужа себештәрҙе ҡошсолоҡ фабрикаһына барып һатып ала. Улар өсөн махсус һарай эшләп ҡуйғандар. Себештәр торған урынды даими дезинфекциялап, йыуып-таҙартып то-ралар. Ҡошсоҡтарҙы яңы йәшәү урынына яраҡлаштырыу өсөн дә күпмелер ваҡыт талап ителә. Ауырыуға тиҙ бирешеп баралар. Мәҫәлән, быйыл халыҡҡа һатҡан себеш-тәр көтмәгәндә үлә башлаған, ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күбәй-гән. Һуңынан асыҡ-ланыуынса, фабрикала уҡ сырхағандар, ахырҙа кире тап-шырғандар.
- Төрлө фабрикалар менән эшләйбеҙ, хаҡта-рын сағыштырабыҙ. Ҙур партияларға за-казды алдан уҡ биреп ҡуябыҙ. Шәхси «Газель» машинабыҙ менән барып алабыҙ. Бойҙайҙы ла алдан, осһоҙ сағында хәстәрләп ҡуйырға тырышабыҙ. Ем күп китә, тонналап һатып алабыҙ. Бойҙайға хаҡ күтәрелде, ошо арҡала сығымдар ҙа артты, - ти Таһир Рифҡәт улы.
Әммә ҡош-ҡорт тигәс тә, иген менән генә туҡланмай, үлән йолҡоп ашатырға тура килә. Шәхси ихатала үҫкән, химия ҡушылмаған иткә һорау ҙур, йәрминкәләргә сығаралар, магазиндарға тапшыралар, өйҙән дә килеп алалар. Килограмы 170 һум тора. Бер бройлер 3-3,5 килограмм самаһы тарта. Йөрәк-бауырҙың, бүтәгәнең килограмын 130-150 һум менән һаталар. Үҙҙәренең даими клиенттары ла бар. Ит түшкәләрен һыуытҡыстарҙа һаҡ-лайҙар.
Бройлерҙан тыш, Ғәббәсовтар йыл һайын 150-нән ашыу күркә-өйрәк, 50-ләп ҡаҙ аҫрайҙар. Уларҙы ла һатыуға сығаралар. Өйрәк-себештәрҙе өмә яһап йолҡоп-таҙарттырырға тура килә. Мәшәҡәтле эш хужабикәнең генә ҡу-лынан килерлек түгел. Бройлерҙың берәүһен таҙартыу - 30, ҡаҙ 100-120 һум.
- Ауыр заманалар килде, күпкә өмөт итмәй, булғанын һаҡлап ҡалыр-ға тырышабыҙ, - тиҙәр Ғәббәсовтар.
Айһылыу Үзбәк ҡыҙы менән Таһир Рифҡәт улы өс бала үҫтерә. Эльза ҡыҙҙары ғаиләһе менән Мурманскийҙа йәшәй, Гүзәлдәре Мансурҙа төп-ләнгән, Динисламға 16 йәш, техникумда уҡып йөрөй. Әйткәндәй, Гүзәл ҡыҙҙары шәхси хужалыҡты алып барырға ныҡ ярҙам-лаша. Эшҡыуарлыҡ эше-нең нескәлектәрен яҡшы белә, ата-әсәһенең яҡын ярҙамсыһы.
Һәр аҙымдарын дөрөҫ файҙаланып, барына шөкөр итеп йәшәй ғаилә. Ҡошсолоҡ өлкәһендә үҙен төбәктә ышаныслы партнер итеп танытҡан Ғәббәсовтарҙың про-дукцияһына һорау йылдан-йыл арта, улар менән сағыштырырлыҡ конкуренттар ҙа һирәк. Йүнселдәргә кәсептә-рендә уңыштар ғына теләйбеҙ.
Читайте нас: