Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, 200-ҙән ашыу квитанция араһынан бүләк оттолар бит.
Зилә Хәлиулла ҡыҙы «Яйыҡ» гәзитен әсәһенә яҙҙырған. Ғәбиҙә Харис ҡыҙы Ҡолош ауылынан, һаулығы ҡаҡшағас ҡыҙы үҙенә күсереп алған, дүрт йыл бергәләшеп йәшәйҙәр. Ғәбиҙә Харис ҡыҙы 88 йәштә, бәләкәйҙән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татый. Үкенескә күрә, уҡып белем алырға насип булмай үҙенә, ике класты ғына тамамлай, һуңынан күрин киҫергә ебәрәләр. Бер туған ағаһы Мофассал Ленинград блокадаһында һәләк була.
- Әсәйемдең ҡолағы яҡшы ишетә, күҙе күрә. Уҡый белмәгәненә генә эсе боша. Шуға минән уҡыттыра, элек ҡыҙҙарым уҡып ишеттерә торғайны, - ти Зилә Мостафина.
Зилә ханыма ла бик йәшләй донъяның әсе нужаһын татырға тура килә. 26 йәшендә тормош иптәше фажиғәле һәләк була, өс бала менән тороп ҡала. Ун йылдан һуң бәхетен тағы бер ҡа-бат һынап ҡарай, әммә тормош аяуһыҙ, ире вафат була, улы атайһыҙ ҡала.
- Йөрәгемдәге ут-ялҡынды китап, гәзит-журналдар уҡып баҫтым. Китапханалағы бар-лыҡ китаптарҙы уҡып сыҡтым тиһәм дә хата тү-гел. Ошо көндәрҙә генә тағы бер ҡосаҡ әҙәбиәт алып ҡайттым, уҡып сығырға уйлайым. Гәзит-журналдарҙы ла күп алдырам, ауылда иң күп баҫмаға мин яҙыламдыр, моғайын. «Яйыҡ» гәзите ойошторған акцияла даими ҡатнашам, был-тыр календарь оттом. Әйткәндәй, лотерея уйындарында үҙемде йыш һынайым, отҡан саҡтар ҙа бар, - тип тәьҫораттары менән бүлеште ханым.
Зәки Ғиззәтуллин да гәзитебеҙҙең һәр һанын ентекле уҡып бара, лотерея уйынында ҡатнашып тора, әммә әлегә тиклем бүләк от-ҡаны булмаған. Шулай ҙа күңел төбөндә, бәлки бәхет йылмайыр, тигән бәләкәй генә өмөт ҡуҙы баҙлап янған икән. Бүләк отоуына сикһеҙ шатланды. «Аргументы и факты» гәзите ойош-торған лотерея уйы-нында ла ҡатнашҡан.
Зәки Сәйфулла улы оҙаҡ йылдар мәктәптә водитель булып хеҙмәт итә, хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшләп йөрөй. Тормош иптәше Гөлниса Варис ҡыҙы - китапханасы, әле хаҡлы ялда. Ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, дүрт ейәндәре бар.
Өсөнсө еңеүсебеҙ Иҫке Байрамғол ауылынан Зәйтүнә Юнысова. Һи-геҙ тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, «Яйыҡ» гәзитен алдырмай ҡал-ғаны юҡ. Баҫманың һәр һанын көтөп алам, башынан аҙағынаса уҡып сығам, ти ул. Алты бала үҫтереп аяҡҡа баҫтырған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше 11 йыл элек вафат булған. Егермегә яҡын ейән-ейәнсәре, бүләләре бар.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, аҙна һайын һеҙҙең өсөн өс приз уйнатыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Уйында ҡатнашырға теләһә-геҙ, «Яйыҡ»ҡа яҙылған квитанция күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ йәки үҙегеҙ алып килегеҙ. Ошоға тиклем квитанцияларын ебәргәндәр ҙә был уйында ҡатнаша.
Шулай уҡ «Суперприз от!» акцияһы дауам итә, унда ҡатнашыу өсөн бер республика баҫмаһына һәм бер район гәзитенә яҙылырға кәрәк. Кви-танция күсермәләрен 450077, Өфө, Киров урамы, 45-се йорт адресы буйынса «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә ебәрергә кәрәк. Уйын Өфөлә үткәрелә, унда ноутбук, ике һыуытҡыс, өс телевизор, биш микротулҡынлы мейес һәм ун мультиварка уйнатыласаҡ.
Машинаһы булғандар өсөн «Бәхетле авто» конкурсы бар. Уйын-да ҡатнашыу өсөн ярты йылға район гәзитенә яҙылырға һәм редакциянан ав-томобилдең тәҙрәһенә йәбештереү өсөн нак-лейка алырға кәрәк. Декабрь аҙағында акция-ла ҡатнашыусылар-ҙы уйын еңеүселәрен асыҡларға саҡырабыҙ, унда инструменттар, автокомпрессор, башҡа бүләктәр отоу мөмкин-леге бар.