Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Декабрь 2016, 12:26

Исеме халыҡ хәтерендә

8 декабрҙә Учалы филармонияһында Башҡорт халҡының автономия алыуына күп көс һалған, ҡаһарман полководец, легендар комбриг, дәүләт эшмәкәре булып танылған яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Башҡорт автономияһының барлыҡҡа килеүе, тарих һәм ысынбарлыҡ» тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция булып үтте.

Сара Учалы районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге менән берлектә ойошторолдо.
Шәхестең юбилейына яҡташтарыбыҙ ентекле әҙерләнгән. Филармония ҡаршыһында Мортазиндың фотоһы һәм һүҙҙәре яҙылған матур баннер элгәндәр. Килгән ҡунаҡтар араһында ша-ярыу ҡатыш, Ленин ба-бай һәйкәле урынына Мортазиндыҡын ҡуй-һалар бигерәк тә шәп булыр ине, тигән тәҡдим дә яңғыраны. Иң мөһиме - һәйкәлде эшләтһендәр генә, ҡуйырға урын та-былыр ул.
Конференцияла мәр-тәбәле ҡунаҡтар, билдәле фән эшмәкәрҙәре, рес-публикабыҙҙың төрлө төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, йәмә-ғәт ойошмалары вә-килдәре, Учалы ауылы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты. Конференция ҙур концерт менән башланды, ҡала-районыбыҙҙың ижади коллективтары, бейеү-селәр, ҡурайсылар ан-самблдәре, театр коллек-тивтары, «Байрамғол егеттәре» вокал ансам-бле, «Алпамыша» этно-төркөмө солистары тара-фынан сағыу тамаша күр-һәтелде. Йәш сәсәниә Ләйсән Золотареваның (ҡыҙсыҡтың артислыҡ һәләттәренең осо-ҡыры-йы юҡ - ҡумыҙҙа ат тояҡ-тары, ҡош тауышын им-провизациялауын ише-теп һоҡланып ултырҙым. Тамашасылар үҙен оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәне, күҙ генә тейеп ҡуймаһын инде), йырсы Илдар Жамаловтың сығышын халыҡ көслө алҡыштарға күмде. Махсус саҡыры-лған ҡунаҡ, алып барыусы Ҡадир Ишбулдин үҙенең көслө, ҡорос сыңындай тауышы менән кисәне айырыуса биҙәне. Учалы-быҙ таланттарға бай шул.
Фәнни-ғәмәли кон-ференцияның рәсми өлөшө мауыҡтырғыс, мәғлүмәткә бай булды. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урын-баҫары Зөһрә Гордиенко, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының мәғариф секторы мөдире Рәйсә Күзбәкова төбәгебеҙ өсөн генә түгел, республика кимәлендә лә мөһим бу-лып һаналған ҙур сарала ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләп сы-ғыш яһанылар.
Сара барышында сән-ғәт һәм мәҙәниәт, әҙәби-әт өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе, баш-ҡорт халҡының милли йолаларын тергеҙеүгә, үҫтереүгә һәм киләсәк быуынға еткереүҙә, хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә тос өлөш индереүселәр-гә Муса Мортазин исе-мендәге муниципаль пре-миялар тапшырылды. Әйткәндәй, 1991 йылда булдырылған арҙаҡлы шәхесебеҙ исемендәге премия быйылдан биш йылға бер биреләсәк. Был юлы уға мәҙәни-әтебеҙҙе һәм милли тра-дицияларҙы үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың рухи ҡим-мәттәрен һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн мәҙәниәт бүлеге на-чальнигы урынбаҫары Рәфиә Әсәҙуллина, үҫеп килеүсе быуынға рухи тәрбиә биреүҙә, ҡурай сәнғәтен үҫтереү һәм пропагандалау буйынса күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ҡунаҡбай ауылының сәнғәт мәк-тәбе уҡытыусыһы, «Толпар» өлгөлө ҡу-райсылар, «Аҡтабын» гармунсылар халыҡ ан-самблдәренең етәксеһе Шәфҡәт Йосопов, Муса Мортазинға бағышланған «Мәңге халыҡ хәтерен-дә» исемле тарихи-до-кументаль китабы өсөн филология фәндәре кан-дидаты Рәүеф Шаһиев һәм героик-патриотик йөкмәткеле йырҙар циклы өсөн Башҡортостан Республикаһының ат-ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре, композитор Мө-хәррәм Сәлимов лайыҡ булдылар. Лауреаттарҙы ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә яңы үрҙәр, ижади уңыштар, еңеү-ҙәрҙең һуңғыһы булмауын теләйбеҙ.
Конференцияла сығыш яһаусылар араһында фән эшмәкәрҙәре, ғалимдар, уҡытыусылар, яҙыусылар булды. Уларҙың һәр береһе төплө эҙләнеүҙәр алып барған, докладтарында шәхестең биографияһы-на ҡағылышлы төрлө миҫалдар килтерҙеләр. Әңгәмә барышында Муса Лут улының исе-мен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән проекттар ҡаралды. Мәҫәлән, шә-хестең тыуған ауылы Көсөк-Маяҡта һәйкәл-бюст ҡуйыу, Мортазин премияһын республика кимәленә күтәреү, ком-бриг исеменә көрәш турнирҙары ойоштороу, республиканың 100 йыллығы айҡанлы шә-хестең үҙенә һәм эш-мәкәрлегенә арналған энциклопедия сығарыу һәм башҡалар.
Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге директоры, философия фәндәре кандидаты Зилә Рәх-мәтуллинаның да сы-ғышы бик фәһемле, йөкмәткеле булды. Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы милли идеяларыбыҙҙы үҫтерергә кәрәклеге тураһында ен-текле һөйләне.
-Борон һуғышсыла-рыбыҙҙың милли үҙаңы, идеяһы көслө булған, шуға ла улар еңелеү белмәгәндәр. «Социаль бурыс» тигән төшөнсәгә таянғандар, халыҡ менән берҙәм эшләгәндәр, көрәшкәндәр. Тарихи шәхестәребеҙҙең үткәне, тормошо өйрәнелергә тейеш. Әммә мифлаштырыу һәм шәхесте ту-лыһынса идеаллаштырыу менән шөғөлләнергә ярамай. Мәҫәлән, Муса Мортазин беҙҙең өсөн легендар шәхес, уға ҡа-ғылышлы ниндәй генә аңлашылмаусанлыҡтар булһа ла, ул үҙенең бө-йөклөгөн юғалтмаясаҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ни тиклем тарихи шә-хестәребеҙҙе миһыр-банлы ҡабул итһәк, шул тиклем киләсәк быуын да беҙгә ҡарата шәфҡәтле буласаҡ, - тине ул.
Туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә ҡағылышлы тос фекерҙәр яңғыраны. Уның сығышы күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткән-дер, моғайын. Ғөмүмән, шуны билдәләргә кәрәк, Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы күп эҙләнеүҙәр, тикше-ренеүҙәр үткәргәндән һуң ғына уй-фекерен тыңлаусыға еткерә. Һәр һүҙе миҫалдар менән нығытыла килә.
- Тел мәсьәләһен хәл итмәй тороп милли үҙаңыбыҙҙы үҫтереү тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел. Тел бөтһә, халыҡтың рухи донъя-һы менән бергә үҙе лә юҡҡа сығасаҡ. Дағстан шағиры Рәсүл Ғамзатов әйтмешләй: «Берәй ҡасан телем үлһә, бөгөндән үк үлергә әҙермен».
Башҡорт теленә йыл-дан-йыл иғтибар кә-мей, хәҙер башҡортса, нигеҙҙә, ғаилә эсендә генә һөйләшергә тырыша-лар. Мәктәптәрҙә милли дәрестәребеҙҙең һаны әҙәйтелде. Туған телебеҙгә иғтибарҙы көсәйтеү мөһим, юғиһә, артабан һуң буласаҡ, айырыуса олатай-өләсәйҙәргә ейән-ейәнсәрҙәре менән үҙ телебеҙҙә аралашырға кәрәк. Уҙған быуат менән сағыштырғанда хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Элек һәр етәксе мотлаҡ рәүештә башҡорт телен белергә тейеш булған, уны өйрәнеү курстары ойошторолған, телде белгәндәргә өҫтәмә эш хаҡы түләнгән. Бөгөнгө көндә лә ошо эштәрҙе тергеҙеү бер ҙә насар булмаҫ ине, мәҫәлән, башҡорт булмағандарға телде белгәндәре өсөн стимуллаштырған тү-ләүҙәр ойошторғанда ҡалғандарға телде өй-рәнергә мөмкинлек булыр ине. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында юғары уҡыу йорттарын-да, колледждарҙа телде уҡытыу тәҡдиме менән РФ һәм БР Мәғариф министрлыҡтарына мө-рәжәғәт-хат ебәрергә кәрәк, шулай уҡ 2017 йылдың 21 февралендә ЮНЕСКО тарафынан булдырылған Халыҡ-ара туған телде яҡлау көнөндә «Башҡортостан Республикаһында баш-ҡорт теле көнө» үт-кәреү, норвеждарҙың, марийҙарҙың һәм баш-ҡаларҙың тәжрибәһен файҙаланып төньяҡ-көнсығыш диалекты ба-заһында әҙәби башҡорт теле булдырыу, респуб-ликабыҙҙың барлыҡ ра-йондарында башҡортса балалар өсөн тапшырыуҙар сығарыу, күңел асыу урын-дарында туған телде өйрәнеү элементтары ин-дереп уйындар үткәреү һәм башҡа.
Республикабыҙҙа төбәк башлығы ҡатнашлығында дәүләт сәйәсәте буйынса Милли Совет булдырып, сәйәсмәндәр, ғалимдар, яҙыусылар һәм башҡа күренекле шәхестәр ме-нән бергәләшеп үрҙә телгә алынған мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин буласаҡ, - тигән фекерҙәрен белдерҙе Зилә Нурмөхәмәт ҡыҙы.
Муса Мортазиндың биографияһына ҡағы-лышлы докладтар менән сығыш яһаусылар булды. Мәҫәлән, БР Дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин комбригтың биографияһына ҡағы-лышлы һорауҙарға аң-латма биреп китте.
- Шәхестең тормош юлы, яҙмышы ентекле тикшерелгән, өйрәнел-гән, һәм, әлбиттә, бер һорау ҙа булырға тейеш түгел кеүек күренә. Әммә бөгөнгө көндә ҡайһы бер урындарҙы иҫәпкә алғанда, бер аҙ аңлашылмаусыҡтар ки-леп сыға. Был проблемаға тәүгә «Башҡорттарҙың һуғыш тарихы» энцик-лопедияһын әҙерлә-гәндә, Мортазин ту-раһында мәҡәлә яҙғанда тап булдым. Бер сығанаҡта Муса Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә тыуған тип күрһәтелә, ә икенселәрендә - 20 декабрь. Шулай уҡ уның наградалар һаны ла төрлө урында төрлөсә яҙылған. Берәүҙәрендә өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән тип әйтелһә, ҡалғандарында - ике орден ғына. Комбриг тураһында мәҡәләләрҙе, төрлө сығанаҡтарҙы, ға-лимдарҙың яҙғандарын барлағандан һуң Муса Лут улының тыуған көнө 20 февраль, ә 20 декабрь түгел, тип билдәләргә кәрәк. Өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе лә архив документтары менән раҫланмаған. Быға ҡарамаҫтан, Мортазин билдәле дәүләт, хәрби эшмәкәр булып һәр ваҡыт ҡаласаҡ. Әгәр ҙә шул дәүерҙәге хәл-ваҡиғалар уға фронтты ташларға мәжбүр итмәһә, ул, моғайын, өсөнсө генә түгел, дүртенсе орденын да алыр ине.
Филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев сығышында Муса Мортазин образының ваҡытлы матбуғатта, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә нисек сағылдырылыуын һөйләне. Рәүеф Вә-ли улының ошо ту-рала «Мәңгелек ха-лыҡ хәтерендә» тип исемләнгән китап сығарыуын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Баҫманың ҙур тырышлыҡ менән конференцияға тиклем өлгөртөлөүе яҡшы булды. Рәүеф Шаһиев докладында Му-са Мортазинға һәйкәл асырға кәрәклегенә ҙур баҫым яһаны.
- Башҡорт халҡының легендар шәхесе, Граж-дандар һуғышы геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ка-валеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, ялҡынлы патриот, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы, тарихсы, башҡорт әҙә-биәте тарихында бе-ренселәрҙән булып 20-се йылдар аҙағында хәрби документаль прозаға юл һалыусы Муса Лут улы Мортазиндың ил кимәлендә тотҡан роле, ҙур абруйы, иншалла, үҙ тыуған иленә, халҡына ысын мәғәнәһендә кире ҡайтарыла килә...
Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, драмалар, поэ-малар, одалар, очерк, һүрәтләмәләр яҙылды, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы. 100 йыллыҡ юбилейында тыуған ауылы Көсөктә йорт-музейы асылды. Геройҙың исемен бөгөн хужалыҡтар, ойошмалар, урамдар йөрөтә, район хакимиәтенең премияһы булдырылды.
Муса Лут улы Морта-зиндың тыуыуына 110, 115, 120 йыллыҡтарында матбуғатта өс тиҫтәнән ашыу юбилей мәҡә-ләләре, шиғырҙар, поэмалар, иҫтәлектәр донъя күрҙе, уға һәйкәл ҡуйыу хаҡындағы сы-ғыштар гәзит-журнал биттәренән төшмәне, власть даирәләре халыҡ һүҙенә, теләгенә ҡолаҡ һалманы, был мәсьәлә бигерәк тә бөгөн, юбилей көндәрендә, актуаль. Бындай бөйөк шәхескә күптән Өфөлә, Учалыла һәйкәл ҡуйылырға тейеш ине лә бит, ни эшләйһең? Мортазин һәйкәлен ауылында йә Учалы ҡалаһының үҙәк майҙанында урын-лаштырыу үтәлһә, һәммә-беҙҙең дә йөҙө яҡты булыр ине, тип уйлайым. Рус халҡының «Лучше поздно, чем никогда» әйтеменә ярашлы, Муса Мортазиндың шөһрәтле исеме йәмәғәтселек көсө менән халҡына бөтә даны, бөйөклөгө менән ҡайтты. Инде ҡыҙы Шәүрә Мортазина әйтмешләй, уның хыял өмөтөнөң һуңғыһы, ата-һына һәйкәл ҡуйҙырыу хәл ителһә, ифрат изге эш башҡарылыр ине.
Муса Мортазиндың 125 йыллыҡ юбилейына арналған ғилми-ғәмәли форумда ҡатнашыусылар ҙа был саҡырыуҙы һәйкәл мәсьәләһен хәл итеүҙе хуплар, тигән ышаныста ҡалайыҡ!
Муса Мортазиндың 130 йыллығына ла әлеге көнгә тиклем нәшер ителгән һәм яҙыласаҡ мәҡәләләрҙе тулыһынса туплап бер-ике томын әҙерләүҙе лә бурысыбыҙ тип һанап йәштәргә тапшырһаҡ ине.
Илебеҙ, тыуған төйә-гебеҙ, туған телебеҙ, әҙәмде әҙәплелеккә са-ҡырған ауыҙ-тел ижа-дыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ имен-һау булһа Муса Лут улы Мор-тазин да мәңге халыҡ хә-терендә ҡаласаҡ.
Конференцияла һүҙ алыусылар, тарих фән-дәре кандидаттары Әхәт Сәлиховтың, Салауат Хәми-ҙуллиндың, филология фәндәре кандидаты Рә-шит Аҡҡөбәковтың, яҙыусы Мәүлитбай Яма-летдиновтың, Баймаҡ районы Өмөтбай урта мәктәбе уҡытыусыһы Айҙар Мәжитовтың һәм башҡаларҙың докладтары ла фәһемле булды.
Киләсәктә ошо тәҡдим-дәрҙең барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип ышанаһы килә. Легендар комбриг Муса Мортазиндың исеме халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Читайте нас: