Тамашасылар өсөн икеләтә байрам булды: концерттан ял минуттарын, ә яратҡан баҫманан бүләктәр алдылар. Лотереяла ҡатнашҡан берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы, төп бүләктәрҙе алыусыларҙан башҡа ҡалғандарға 2017 йылға «Яйыҡ» календарҙары тапшырылды.
Тәүгеләрҙән булып Рәйлә Шакированың квитанцияһы сыҡты. Яратҡан артисының кон-цертын ҡарайым тип ул Ҡунаҡбай ауылынан килеп еткән. Рәйлә Әмирхан ҡыҙы 72 йәше менән бара. Дүрт бала әсәһе: ике ҡыҙы, ике улы бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы ғаиләле, матур итеп донъя көтәләр. Бөгөн Рәйлә апай ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә өләсәй.
- «Яйыҡ» гәзитен инде 20 йыл алдырам. Көтөп кенә торам, почта әҙ генә һуңлап китһә лә, түҙемһеҙләнеп бер-нисә тапҡыр сығып ҡарап инәм. Башынан аҙағынаса уҡыйым, хатта ҡабаттан ҡарап сығам. «Яйыҡ»тан отҡан бүләк - салат өсөн һауыт-һаба - байрам табындарында түрҙән урын аласаҡ. Оҙаҡламай ике киленемдең дә тыу-ған көндәре. Уларға 2017 йылға «Яйыҡ» гәзитенә подписка бүләк итергә булдым, - тине шатлығын йәшермәй Рәйлә Әмир-хан ҡыҙы.
Артабан бәхет Иҫке Байрамғол ауылынан Әлфизә Сәйфетдиноваға йылмайҙы. Ул графин менән стакандар йыйыл-маһын отто. Һеңлеһе билеттар һатып алып концертҡа саҡырғас көн-дөң һыуыҡлығына ҡа-рамай, йыраҡ араларҙы яҡын итеп районыбыҙҙың төпкөл ауылынан килеп еткән ул. Әлфизә Мофазал ҡыҙы бөгөн хаҡлы ялда. 40 йыл мәктәптә хеҙмәт иткән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, уҡыу буйынса директор урын-баҫары булған. Тормош иптәше Марат Ишморат улы Туңғатар табип ам-булаторияһында водитель булып эшләй.
Сәйфетдиновтар ике бала тәрбиәләп үҫтер-гәндәр. Луиза ҡыҙҙа-ры журналистика фа-культетын тамамлап, «Башҡортостан» гәзи-тендә эшләгән, хәҙер Өфөнөң Совет районы хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика бүлеге началь-нигы. Улдары Айрат та Өфөлә.
- Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ «Ураҡ һәм сүкеш» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булдым. Шиғырҙарым, мәҡәләләрем баҫылып торҙо. Бөгөн «Яйыҡ»тан тыш «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрен алдырам. Иптәшем дә, мин дә баҫмалар уҡымайынса, яңылыҡтар менән та-нышып тормайынса йә-шәй алмайбыҙ. Ҡырҡ эште ҡырҡ яҡҡа ҡуйып тәү сиратта гәзиттәрҙе уҡып сығабыҙ, - тине Әлфизә Сәйфетдинова.
Сират супер-приз - авто-мобиль өсөн саң һурғысҡа етте. Бүләктең эйәһе тиҙ билдәләнде - ул Хима Лоҡманова. Был еңеүсебеҙ ҙә Иҫке Байрамғол ауылынан булып сыҡты. Күрәһең, был көндә уңыш тап әүештәргә йөҙө менән боролған. Хима Мөхәмәтша ҡыҙы һөнәре буйынса фельдшер. Сибай медучилищеһын тамамлағандан һуң 35 йыл халыҡтың һаулыҡ һағында тора. Бөгөн хаҡлы ялда. Ике бала әсәһе. Ҡыҙы Лилиә һөт заводының финанс директоры, улы Әмир Себерҙә эшләй. Хима Мөхәмәтша ҡыҙы ике ейәнсәренә өләсәй.
- «Яйыҡ» гәзитенә гел яҙылам. Быйыл квитанциямды махсус һорап алып, отошта ҡатнашырға булдым. 2017 йыл - Әтәс йылы - мин тыуған йыл. Шуға бәхет тап миңә йылмайыр кеүек тойолдо. Ҡыҙымдың автомобиле бар, көнкүрештә лә диван өҫтәрен таҙартып ебәреү өсөн кәрәге тейер, бер һүҙ менән, бүләгем тартмала саңланып ятмаҫ. Мотлаҡ файҙаһын күрәсәкбеҙ, - тине супер-приз отоусы.
Уйыныбыҙ йыл аҙағына тиклем дауам итә. Бәхет тағы кемдәргә йылмайыр - отошто түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалабыҙ.