Ҡул йылыһы һалынып эшләнгән был ижадтар тере үҫемлектәрҙән һис ҡалышмай, сағыу һәм матур. Сөм һауыт тулған меңләгән ваҡ сәйләндәрҙе (бисер), уларҙан яһалған күп тажлы сәскәләрҙе, һалынып төшкән япраҡлы ағастарҙы күргәс: «Был эш менән булыр өсөн күпме түҙемлек кәрәк!» - тигән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисерәһең. «Тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә ул. Ә ысынбарлыҡта бик мауыҡтырғыс шөғөл», - ти Зәлифә Ғилметдин ҡыҙы беҙҙең кисерештәрҙе аңлап.
Мәҡәлә геройыбыҙ сығышы менән Рысай ауылынан. Иманғолда йәшәй. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында хеҙмәт иткән. Дүрт бала әсәһе. Ҡыҙы Рита Силәбе өлкәһенең Нөғәйбәк районында төпләнгән, педиатр булып эшләй, ике ҡыҙ үҫтерә. Альбина тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә, әлеге көндә икенсе улы менән декрет ялында. Нил улы - сауҙа нөктәһендә менеджер, Айнур - тау сәнәғәте колледжының 2-се курс студенты.
Өлгөр хужабикә ҡул эштәре менән элек-электән мауыға.
- Нимә генә бәйләмәнем мин. Ябай япмаларҙан башлап, итәктәр, кофта, күлдәктәргә тиклем, - ти ул. - Ике йыл элек өлкән ҡыҙым топиарий (ҡулдан яһалған «бәхет ағасы») менән шөғөлләнә башланы. Уның эштәрен ҡараным да сәйләнде файҙаланып берәй нәмә яһап ҡарарға булдым. Иң тәүге эштәремде - роза сәскәләрен - тиҙ арала туған-тыумасаға, таныштарға бүләк итеп таратып бөттөм.
Ҡул эштәре нигеҙен Зәлифә Мөбәрәкова интернет селтәрендә-ге видеоларға ҡарап өйрәнә лә үҙенсә үҙгәртеп матурлыҡ тыу-ҙыра. Ижадтар өсөн материалдар һатып алына. Сәйлән, мәҫәлән, Магнитогорскийҙан кил-терелә. Учалыла уның 450 граммы 285 һум бул-һа, күрше ҡалала - 150 һум самаһы. Сәйләндәр төрлө ҡалынлыҡтағы, йомшаҡлыҡтағы сымға теҙелә. Һөҙөмтәлә, сағыу төҫтәрҙәге орхидея, гортензия, глоксиния, яран, пион, миләүшә сәскәләре хасил була.
Шулай уҡ, Зәлифә Ғилметдин ҡыҙы төрлө ағастар яһай. Уның өйөндә толстянка («аҡса ағасы» исеме аҫтында билдәле), глициниялар «үҫә». Ағастың оло-ны ныҡлы тимер - электродтың өҫтөнә гипсҡа мансылған бинт менән кәрәкле формала ҡатырылып яһала. Ағас ҡабығына оҡшатып тышы сыймаҡлана. Артабан ул колерҙар менән кәрәкле төҫ килеп сыҡҡансы бер-нисә ҡат буяла, өҫтөнә лак һәм ялтыр һөртөлә. Ботаҡтарға ал-дан йыйылған сәйлән япраҡтар нығытыла, шар-тына килтереп таштар һалына. Уртаса алғанда бер ағас бер аҙна самаһы әҙерләнә.
Кешеләр ағастарҙы үҙҙәре өсөн йә тыуған көндәргә заказ биреп эшләтәләр. Үҫемлектәрҙе уңыш килтереүсе, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап тороу-сы талсым (талисман), тип һанаусылар бар. Сәскәләрҙе уҡытыусылар, Әсә көнөнә, 8 Март һәм башҡа байрамдарға бүләк итеп алалар.
- Ижад менән булыу мине тынысландыра. Шулай уҡ, бармаҡ остарына массаж да була. Күҙҙәр-гә көс төшөрмәҫ өсөн оҙаҡ ваҡыт ултырмаҫҡа тырышам, - ти оҫтабикә.
Зәлифә Ғилметдин ҡыҙына был шөғөлөндә тормош иптәше Мәғәсүм Мөбәрәк улы ярҙамлаша. Ул материал әҙерләп би-рә һәм тимерсыбыҡҡа сәйлән теҙешә.
Күңел ялы алырлыҡ яратҡан шөғөлө булған кеше - бәхетле. Ул шөғөл, өҫтәүенә, бер аҙ килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы.