Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
27 Декабрь 2016, 12:22

Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар

Яңы йыл алдынан хеҙмәт алдынғыларын ҡотлау күптән матур традицияға әйләнгән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ҙур залында төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләнеләр. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре бар ине. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.

Учалы районы Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов алдынғыларға федераль, республика һәм район кимәлендәге наградалар тапшырҙы. Һәр кемде яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәб-рикләп, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.
- Был наградаларҙы фи-ҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән яулағанһығыҙ. Эшегеҙ менән йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ. Әле илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Ватанға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Берҙәм көс менән генә был ҡыйын осорҙо лайыҡлы үтеп сығасаҡбыҙ, - тине ул.
30 бүләкләнеүсенең яртыһынан күбеһе - медицина хеҙмәткәрҙәре. Һаулыҡ һағында тороусы аҡ халатлыларҙың хеҙмәте айырыуса юғары баһаға лайыҡ икәнен һәр кем яҡшы белә. Тиҙ ярҙам бүлегенең өлкән фельд-шеры Людмила Емельянова «РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы», ҡатын-ҡыҙ-ҙар консультацияһының шәфҡәт туташы Гөлдәр Садиҡова, Туңғатар табип амбулаторияһының тиҙ ярҙам бүлеге фельдшеры Айгөл Хөснөтдинова, үҙәк ҡала дауаханаһы-ның анестезиолог-реа-ниматологы Айнур Фәсхетдинов, табип-травматолог Илгиз Яруллин «БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе, дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Наилә Фәхретдинова, нев-рология бүлеге мөдире Хазина Сөләймәнова, хирургия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Илүзә Кинйәбаева, трансфузиология ка-бинеты шәфҡәт туташы Зәйтүнә Әбдрәшитова, акушер бүлеге мөдире, акушер-гинеколог Азамат Мәзитов, гинекология бүлеге шәфҡәт туташы Зөлфиә Ғниәтуллина, Учалы участка дауахана-һы өлкән шәфҡәт туташы Фәриҙә Яруллина, кли-ника-диагностика лабора-торияһы бүлеге лаборанты Гүзәл Шәғәпова, Туңғатар табип амбулаторияһы шәфҡәт туташы Резеда Шәрәфүтдинова һәм башҡа күптәр РФ һәм БР Һаулыҡ һаҡлау ми-нистрлығының Почет грамоталары менән наг-радландылар.
«БР мәғариф отличнигы» исеменә Комсомольск урта мәктәбе директоры, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Вилданова лайыҡ булды. Гөлшат Закирйән ҡыҙы егерме йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Уҡыусылары йыл һайын ҡала-район, төбәк олим-пиадаларында призлы урын яулай. Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәләр. Уҡытыусылыҡ һөнәре Гөл-шат Закирйән ҡыҙының ғаиләһендә династия бу-йынса дауам итә. Әсәһе башланғыс кластар уҡы-тыусыһы, ҡыҙы Айгөл Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала, киләсәктә филолог булырға йыйына. Ҡайныһы ла уҡытыусы икән. «Бер ваҡыт ҡыҙым ике яҡ нәҫел-дә йәмғеһе 44 педагог булғанын барлап сығарҙы. Балалар менән эшләү - беҙҙең ҡаныбыҙҙа», - ти ул.
Илсе ауыл Советы белгесе Сәлиә Әхмәтова урындағы үҙидара ор-гандарында оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн «БР муниципаль берәмектәр советы» Ассоциацияһы-ның Почет грамотаһы ме-нән билдәләнде. Бүләк-ләнеүселәр исемлегендә Учалы тегеү фабрикаһы эшселәренең дә булыуы ҡыуаныслы күренеш. Әлфиә Нотфуллина, Нә-симә Камалетдинова Уча-лы район хакимиәтенең Почет грамоталары ме-нән бүләкләнде. Алтын юбилейҙарын билдәләгән Фәниә һәм Камса Яруллиндар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Камса Фәйзулла улы оҙаҡ йылдар «Урал таштары» йәмғиәтендә таш юныусы, таш ҡырҡыусы булып хеҙмәт итә, тормош иптәше Фәниә Әсфәнди-әр ҡыҙы Учалы районы хакимиәтендә йыйыштырыусы булып эшләй. Матур ҡартлыҡ кисереүсе парға БР Башлығының ҡотлау һүҙҙәре еткерелде һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырылды.
Читайте нас: