Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Июнь 2018, 15:25

Яҡты, йылы эҙ ҡалыр Рамаҙан ғәйетенән!

15 июнь Ураҙа ғәйетенә ҡаланың «Нур» мәсетенә байрамса кейенгән йәше-ҡарты йыйылып бер-береһен изге көн менән тәбрикләнеләр. Тәүлегенә егерме сәғәткә яҡын һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ тороп, ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән изге байрамды оҙатырға килде улар. Мәсеткә күңел талабы буйынса килгән кешеләрҙең бәғзеләре ғәзиз ата-әсәһенең, яҡын кешеләренең рухына хәйер-саҙаҡалар биреп, уларҙы иҫкә алдылар. Барыһы ла дини йолаларыбыҙҙы, ихтирам итә. Әлхәм-дү лил-ләһ.

15 июнь Ураҙа ғәйетенә ҡаланың «Нур» мәсетенә байрамса кейенгән йәше-ҡарты йыйылып бер-береһен изге көн менән тәбрикләнеләр.

Тәүлегенә егерме сәғәткә яҡын һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ тороп, ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап иткән изге байрамды оҙатырға килде улар.

Мәсеткә күңел талабы буйынса килгән кешеләрҙең бәғзеләре ғәзиз ата-әсәһенең, яҡын кешеләренең рухына хәйер-саҙаҡалар биреп, уларҙы иҫкә алдылар. Барыһы ла дини йола-ларыбыҙҙы, ихтирам итә. Әлхәм-дү лил-ләһ.

Мәсет мөҡтәсибе Данил хәҙрәт бар кешене изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ҡотланы. Сараға килеүселәр намаҙға баҫып күңелдәргә иман нуры индерҙеләр. Мөҡтәсибтең хөтбәһен ихлас тыңлағандан һуң мәсет тарафынан әҙерләнгән өҫтәл табынына саҡырылдылар.

Өҫтәлдәр емеш-еләктән, төрлө тәмлекәсәтр менән һығылып тора ине. Һәм инде дини байрамдарҙың хәҙер айырылғыһыҙ биҙә-ге һаналған былау бешерелгәйне. Тәмле күстәнәс-тәрҙән ауыҙ итеп, байрам сәйе эсеп, киләһе ураҙалар-ҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты халыҡ. Иншаллаһ, амин!

Ә «Нур» мәсете мәхәлләһе иртәгеһенә традицияға ярашлы йыл да ойоштороп киленгән балалар өсөн байрамға саҡырҙылар. Иртәнге сәғәт ундан мәсет ихатаһы балаларҙың шат тауышы менән тулғайны. Йыйында балалар тауышы ишетелә икән, тимәк, изге эш тамырлы тигән һүҙ. Япма эсенә эшләнгән бер-нисә рәткә теҙелеп киткән өҫтәлдәргә балалар өсөн тәм-том, емеш-еләк, һуттар ҡуйылған мул табын әҙерләнгән. Бер ниндәй сикләүһеҙ, һәр кем ҡасан теләй бында кереп туҡлана алды - ғәйет бит.

Уйындар викторинанан башланып китте. Һорауҙар атайҙарға, әсәйҙәргә һәм балаларға айырым әҙерлән-гәйне. Артабан балалар һәм атайҙар өсөн турникта кү-тәрелеү ярышы үтте.

Шулай уҡ балалар сосиски формаһында эшләнгән арҡан менән тартыштылар. Ярыштарҙың иң ҡыҙыу мәле әлбиттә көрәш булды. Малайҙар һәр кем үҙ ауырлығы категорияһында сәмләнеп көрәштеләр. Шулай уҡ ҡыҙҙар-малайҙар батутта һикереп кинәнделәр.

Шәхси эшҡыуар Лиә Зийәйетдинова бала-сағаны йомшаҡ туңдырма менән һыйлап ҡыуандырҙы. Бында улар ҡат-ҡат сиратҡа баҫып туңдырма ашап мас булдылар. Өйлә намаҙын йәмәғәт менән уҡығандан һуң төшкө аш та өлгөрҙө. Һәм тирә-яҡҡа тәмле былау еҫе таралды. Тамаҡ туйып, эскә йылы төшкәс иң кульминацион ваҡыт - приздар өләшеү мәле етте. Бүләктәр бик һәйбәт әҙерләнгәйне. Еңеүселәргә, ҡатнашыусыларға Ҡөръән китаптары һәм башҡа дини китаптар, әсбаптар таратылды. Һәм әлбиттә бер балала бүләкһеҙ ҡайтманы. Шулай уҡ «Тәмле» конкурсына әҙ-ерләнеп килгән әсәйҙәр өсөн дә бик һәйбәт приздар - постель комплекты, сәй сервисы, «Тефаль» сәйнүге һәм башҡа донъя кәрәк-ярағы мул төштө.

Рамазан айы үтһә лә, ошо айҙа булған ниәттәребеҙ, их-ласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалһа ине. Иманлы булып, изге ғәмәлдәр генә ҡылып, бер-беребеҙгә итәғәтле булайыҡ, тигән ниәттәр менән ойоштороусыларға бар күңелдән рәх-мәттәр әйтеп таралышты байрамға килеүселәр.
Читайте нас: