Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
22 Июнь 2018, 11:49

Ергә ереккәндәр эшләй яланда

«Урал аръяғы - Агро» МТС-ы-ның Учалы филиалында баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Әлеге ваҡытта хужалыҡ эшселәре Ахун биләмәһе эргәһендәге «Мартин - 1» баҫыуында бойҙай менән етен культураларын химик утауға төшкәндәр.

«Урал аръяғы - Агро» МТС-ының Учалы филиалында баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле.
«Урал аръяғы - Агро» МТС-ының Учалы филиалында баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле.
«Урал аръяғы - Агро» МТС-ының Учалы филиалында баҫыу эштәренең иң ҡыҙған мәле.

Әлеге ваҡытта хужалыҡ эшселәре Ахун биләмәһе эргәһендәге «Мартин - 1» баҫыуында бойҙай менән етен культураларын химик утауға төшкәндәр.

Баш агрономдары Илшат Мирзин оҙатыуында механизаторҙарҙың эш урынына юлланабыҙ. «Урал аръяғы-Агро» МТС-ы йылдағыса яҙғы баҫыу эштәрен оҙаҡҡа һуҙмаған. Районда иң тәүгеләрҙән булып тамамлағандар тиһәң дә була. Сәсеү эштәре 2900 гектар майҙанда атҡарылған. Шул иҫәптән бөртөклө культура-лар - бойҙай, һоло, арпа 1622 гектарҙы биләй, 1155 гектары - техник һәм ҡалғаны мал аҙығы культуралары.

Майлы культураларҙы тәүҙә 200 гектар самаһы сәсергә йыйынһалар, һуңынан кинәт арттырғандар, етен - 553, рапс - 263, сурепица - 338 гектарҙы тәшкил итә. Судан үләнен иһә мал аҙығына тип үҫтерәләр.

Яҙғы баҫыу эштәрендә өс Джон Дир тракторы йөрөгән. Сүп үләндәрен ағыулауға бер техника йәлеп ителгән, механизаторҙар Дарим Хөснөтдинов менән Руслан Ялалов һиптерткес ҡорамал тағылған МТЗ-82 тракторында сменалап эшләйҙәр. Иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсә баҫыуҙалар.

Ранис Мөхәмәтйәнов техникаһында 10 тонналыҡ цистерна менән һыу, ә Айҙар Ғәйнетдинов КамАЗ-ында химик препараттар ташый. Көнөнә бер нисә рейс эш-ләргә тура килә үҙҙәренә. Химик препараттар менән тулыһынса тәьмин ителгәндәр. Әйткәндәй, уларға хаҡтың бик ҡиммәт булыуын ишетеп ҡалдыҡ.

Шуға ла һәр тамсыһы иҫәптә, контролдә тотола. Эшселәргә лә еңелдән түгел, көн дауамында ағыу менән булышалар. Әлбиттә, бының өсөн махсус кейем, респираторҙар бирелгән, шулай ҙа һаулыҡҡа зыяны теймәҫ, тип әйтеп булмай.

- Элек колхоздар булғанда химик утауҙа күп йөрөлдө. Эштең тәртибен беләбеҙ. Ағыуҙы һалған ваҡытта иң мөһиме тын алмаҫҡа, юғиһә шундуҡ тын юлдарына ултырасаҡ, - тип эштең тәртибе менән таныштырҙы Ранис Мөхәмәтйәнов.

Химик утау менән бер рәттән ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы ла ағыу һиптертелә.

Көндәр йылытһа, улар ҙа әүҙемләшеп китә торған. Баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙе оҙаҡҡа һуҙмай тамамларға уйлайҙар. Әйткәндәй, ямғыр, көслө ел ваҡытында эштәрен туҡтатып торорға мәжбүрҙәр механизаторҙар. Сөнки ағыу һыу менән йыуылып төшә, ә ел уны тирә-яҡҡа осора, ошо арҡала тигеҙһеҙ тарала икән.

Егеттәр үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, йылға ҙур өмөттәр бағлайҙар. Эш хаҡы менән дә ҡәнәғәттәр, ашнаҡсы ҡыҙҙарҙың тәмле аш-һыу менән һыйлауҙарын да телгә алдылар. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, «Урал аръяғы - Агро» МТС-ының бурыстарын еренә ет-кереп атҡарып сығыуҙарына ышаныс ҙур.

Нурия ШӘРИПОВА.


Читайте нас: