Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Июнь 2018, 12:11

Торлаҡ сертификаты күп балалыларға

Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. Уларҙың береһе - «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында» законына теүәл ярашлы, биш һәм унан да күберәк балиғ булмаған йәштәге бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа ла уңышлы эшләй.

Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләргә ярҙам йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла.

Уларҙың береһе - «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында» законына теүәл ярашлы, биш һәм унан да күберәк ба-лиғ булмаған йәштәге бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа ла уңышлы эшләй.

Уҙған аҙнала ошондай оло бүләк Учалы ауылынан Зәмилә һәм Шәфҡәт Ғайсиндарға тапшырылды.

Улар биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр, өс малай һәм ике ҡыҙ. Өлкәндәренә 26 йәш, иң бәләкәстәренә 11 йәш. Ғайсиндар һөнәре буйынса педагогтар. Заманында икеһе лә Һөйөндөк мәктәбендә эшләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда белем усағы ябылғас эшһеҙ ҡалалар, балаларға ла уҡырға кәрәк. Ахырҙа, перспективалы яҡты ҡарап Учалы ауылына күсергә тура килә. Ауыр мәлдәр ҙә була, шуға ҡарамаҫтан, бирешмәйҙәр, ваҡытлыса ҡыйынлыҡтарҙы сабыр ғына үткәреп ебәрергә тырышалар. Әлеге ваҡытта Зәмилә ханым Учалы ауылының 1-се һанлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, тормош ип-тәше Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге мәктәптә башҡорт теленән белем бирә.

Тантаналы сараға Зәмилә апай ҡыҙы Гөлгөнә һәм төпсөктәре Ғайсар менән килгән. Ҡалған ғаилә ағзалары бик теләһәләр ҙә килә алмағандар, эштәренең иң тығыҙ мәле тура килә.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа 2009 йылда торғандар. Сират яй ҡыбырлағас, әсәлек капиталына аҡса өҫтәп өй һатып алған булғандар. Ишле ғаилә өсөн бәләкәйерәк, әлбиттә, балаларҙың һәр ҡайһыһына бүлмә кәрәк. Ниһайәт, түҙгәнгә түш тигәндәй, әле килеп хыялдары тормошҡа ашты. Аҡсаға, ҙур, иркен йорт һатып алырға уйлайҙар.

- Ер участкабыҙ ҙа бар, бәлки төҙөнөрбөҙ, тип уйлағайныҡ. Сертификатты йорт һатып алыу өсөн генә файҙаланып була, тинеләр. Беҙҙең дә, балаларҙың да ҡыуанысы сикһеҙ. Юғиһә, сираттан төшөп ҡалмайыҡ тип, өйләнеү тураһында уйларға ла форсаттары булманы. Хәҙер, исмаһам, башҡа сығып йәшәргә лә мөмкин, - ти Зәмилә Ансар ҡыҙы.

Гөлгөнә менән Ғайсар ҙа тиҙерәк ҙур өйгә күсеү тураһында хыяллана. Әле улар йәйге ялын файҙалы уҙғарыу менән мәшғүлдәр.

Ҙур ҡыуаныс кисергән Ғайсиндарҙың ғаиләһенә дәүләт ярҙамын маҡсатлы тотоноп, балаларының тик шатлыҡтарын күреп, уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын, тип теләйбеҙ.

Шулай уҡ Учалы районында «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһы ла уңышлы эшләй. Был программа буйынса торлаҡ бүлегендә йөҙгә яҡын кеше сиратын көтә.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: