Ниһайәт, Учалы районының төньяҡ өлөшөн зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыуҙың икенсе этабы башланды.
Әлеге ваҡытта Поляков-ка, Малай Муйнаҡ, Абҙаҡ, Вознесенка, Иҫке Балбыҡ, Туңғатар, Комсомольск, Ҡорама ауылдары урамда-рында газ һуҙыла. Трак-торҙар траншеялар ҡаҙып торбаларҙы һалыу менән мәшғүл. «Газпром газорас-пределение Уфа» йәмғиә-тенең Белорецк филиалы-ның Учалы комплекслы хеҙмәте начальнигы Илнур Фатеев әйтеүенсә, газүт-кәргесе магистраленә «Газ-пром» акционерҙар йәмғи-әте инвестициялар һалған, ә төҙөлөш эштәрен подрядсылар - Дәүләкәндән «Оникс», Өфөнән «Геост-рой», «Газстройинвест» ой-ошмалары алып бара. Дө-йөм алғанда һигеҙ ауылда 71,6 километр оҙонлоғонда газ торбалары һалынасаҡ.
- Эштәрҙе ағымдағы йылда тамамларға йыйынабыҙ, һуңынан инде ауылдар ар-аһын «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырыу башланасаҡ, - тине Илнур Фатеев.
Ҡорамала төҙөлөш эш-тәре бер аҙна элек башланған. Әле урамдарҙан йөрөүе ҡыйынлыҡ тыуҙыра.Тәрән соҡорҙар ҡаҙылған. Ауыл халҡы барыһына ла түҙергә риза. «Зәңгәр яғыулыҡты» күптән түҙемһеҙлек менән көтәләр. Яңы урамында йә-шәүсе крәҫтиән-фермер ху-жалығы башлығы Ғәлим-йән Ҡәйүпов та беҙҙең ме-нән ҡыуанысын уртаҡла-шырға ашыҡты.
- Газды Американан һуҙа-лар шикелле... Инде нисәмә йыл һөйләйҙәр бит. Ниһа-йәт, хыялдарыбыҙ тормош-ҡа аша, беҙгә лә газ үтәсәк. Әлбиттә, барыһының да мейесе бар, өшөп ултырм-айбыҙ. Әммә уның мәшә-ҡәте лә күп, йәй буйы утын хәстәрләргә, ҡыш буйы яғып сығырға кәрәк. Ә тә-биғи газ уңайлы, ятһаң да, торһаң да йылы, бешерене-үе лә уңайлы. Аҡса мәсьәлә-һен дә хәл иткәнбеҙ, өйө-бөҙҙө бөгөндән «зәңгәр яғ-ыулыҡҡа» тоташтырырға әҙербеҙ. Иң мөһиме эштә-ре тотҡарланмаһын, ваҡы-тында тамамлаһындар, - ти Ғәлимйән Нәғимйән улы.
Газ үткәреү 70-100 мең ти-рәһенә төшә, әммә үҙен ту-лыһынса аҡлаясаҡ, тиҙәр.
Ә Учалы ауылын «зәңгәр яғыулыҡҡа» тоташтырыу «Ауылдарҙың тотороҡло үҫ-еше» дәүләт программаһы ярҙамында башҡарыла.
Проект алты этаптан тора. Тәүге өс этапты тормошҡа ашырыуға 30,7 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе этапта 205 шәхси йортҡа һәм Әхмәтғәлин, Йәштәр, 8 Март, Вокзал, Совет ура-мдарында урынлашҡан со-циаль обьекттарҙы газға то-таштырыуҙы күҙаллана.
Төҙөлөш эштәре былтыр башланған, быйыл да дауам итә. Икенсе этабы былтыр тулыһынса тамамланған. Баһаутдинов урамына газ торбалары һалынған һәм Бәләкәй Учалы микрора-йонына һуҙылған. Өсөнсө этапта 267 йортҡа газ үтәсәк, төҙөлөш эштәре 2018-2019 йылдарға планлаштырыл-ған. Заман уңайлығы тө-бәк тормошона яңы һулыш өрәсәк. Шарттар бар ерҙә йәштәр ҙә күпләп ҡала, яңы урамдар барлыҡҡа килә.