Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Июль 2018, 11:23

Учалыбыҙҙың «Алтын фонды»

29 июнь мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үтте. Быйыл 11-се класты ҡала-районыбыҙҙа 384 уҡыусы тамамланы, уларҙың етмеш бише айырым өлгөлө миҙалдар менән билдәләнде. Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусылары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар 2013 йылда «Мәғариф тураһында»ғы яңы указды индереү менән бәйле бөтөрөлдө.

29 июнь мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре үтте. Бы-йыл 11-се класты ҡала-районыбыҙҙа 384 уҡыусы тамамланы, уларҙың етмеш бише айырым өлгөлө миҙалдар менән билдәләнде.

Әйткәндәй, сығарылыш уҡыусылары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар 2013 йылда «Мәғариф тураһында»ғы яңы указды индереү менән бәйле бөтөрөлдө. Аңлатма ябай булды - миҙалдар юғары уҡыу йорттарына ингәндә бер ниндәй ҙә ташламалар бирмәй. 2014 йылда иһә «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» төбәк миҙалы булдырылды. Уны йыл һайын сығарылыш кисәһендә уҡыу алдынғыларына, төрлө конкурстар һәм ярыштар еңеүселәренә тапшырыу матур традицияға әйләнде лә инде.

Филармонияның тамаша залында энә төшөрлөк тә урын юҡ, байрамса кейенгән ҡыҙ-малайҙар бөгөн ғүмерҙәрендәге тәүге ҙур наградаға лайыҡ буласаҡтар. Эргәләрендә ата-әсәләре, яҡындары урын алған. Был миҙалдарҙа уларҙың да ҡаҙанышы ҙур. Һәр аҙымыңды йөпләп, хуплап торғанда ғына ошондай бе-йеклектәргә үрләргә мөмкиндер тип уйлайым мин!

Учалы ҡалаһынан Резеда һәм Илшат Хөсәйеновтар өсөн бөгөн айырыуса иҫтәлекле көн. Ҡыҙҙары Луиза мәктәпте миҙалға тамамлай. Луиза 1-се лицейҙың сығарылыш уҡыусыһы, барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә өлгәшә, бынан тыш, еңел атлетика буйынса ла алдынғы. Ҡотларға ҡустыһы Илнар ҙа килгән. Апаһына яратып та, ғорурланып та ҡарай ул. Киләсәктә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, уның да ошо сәхнәгә миҙал артынан сығыуын теләйбеҙ.

3-сө лицейҙан Шамил Фәхриев башланғыс кластарҙан уҡ тик бишлегә генә өлгәшә. Бик уҡымышлы, 11 йыл төн йоҡоларын йоҡламай белем эстәй ул. Егет атаһы менән әсәһе Динара һәм Азамат Фәхриевтарҙың, һеңлеһе Диананың ғорурлығы.

Ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сығарылыш уҡыусыларын тормошондағы мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы ҡотланы.

- Ошо наградалар - уҡыусыларҙың ғына түгел, шулай уҡ уларҙың уҡытыусыларының һәм ата-әсәләренәң эш күрһәткесе. Һәр ҡайһығыҙ өсөн миҙал артабанғы профессиональ карьерағыҙҙа тәүге аҙым булһын, - тип мөрәжәғәт итте ул ҡыҙ-малайҙарға.

Мәктәпте юғары уңыштар менән тамамлаусыларҙың берҙәм дәүләт имтихандары буйынса һөҙөмтәләре лә юғары. Бигерәк тә рус теле, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, математиканан күп балл йыйыусылар бар ине.

Учалыларҙы ҡотларға республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова ла килгәйне. Бөгөн залда Учалының «2018 йылғы алтын фонды» йыйылғанын билдәләне. Эльвира Ринат ҡыҙы кисәгә махсус бүләк менән килгән. «Яҡташтар премияһын» ауылдашы Яңы Байрамғол ауылынан 9-сы класс уҡыусыһы Алина Әхмәтйәноваға тапшырҙы. Алина тыуған яҡты өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләнә, күп тапҡырҙар төрлө конкурс-саралар еңеүсеһе.

Мәктәпте тамамлаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары белем алып, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булыуға өлгә-шерҙәр, тип ышанабыҙ!

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: