Иманғол ауылында йәшәүсе Миннур һәм Салауат Йыһаншиндар ошо көндәрҙә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградландылар. Ҡотлайбыҙ!
Бер мәктәптә уҡып, бәләкәй кластан дуҫлашалар улар. Бала саҡтағы йылы мөнәсәбәттәре тора-бара мөхәббәткә әйләнә. Йыһаншиндарҙың ғаилә дәүләте 1970 йылда барлыҡҡа килә һәм бына 48 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлын атлайҙар улар Миннур Ғәли ҡыҙы егерме йыл хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл Советында эшләй. Белгес, эштәр менән идарасы вазифаһын башҡара, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була.
Салауат Ғабдулла улы Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын «Коммунар» колхозында механик булып башлай. Атаһы Ғабдулла ағай ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур көс һалған кеше. Улы ла яҡынының исеменә тап төшөрмәй, намыҫлы хеҙмәт итә. Утыҙ ике йыл һөнәренә тоғро ҡала. Үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора, әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле фермерлыҡты ҡалдыра.
Йыһаншиндар әле лә тик ятмайҙар, йәмәғәт эше менән ҡайнап йәшәйҙәр. 2015 йылда ауылдаштары менән бергәләп арҙаҡлы яҡташтары, яугир-ветерандар хөрмәтенә музей асыуҙа әүҙем ҡатнашалар.
Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәндәре Вил Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында мастер булып эшләй, Азаттары Башҡортостан ветеринария идара-лығын етәкләй. Виленалары «Заказсы хеҙмәте» директоры. Ғәзиздәренең уңыштары менән ғорурланып йәшәйҙәр Йыһаншиндар. Булыр бала - биләүҙән, тигәндәй, ата-әсәләре улдары менән ҡыҙҙарының тормошта үҙ юлын табасағына шикләнмәгәндәр ҙә икән.
- Өсөһө лә бәләкәстән лидер булдылар. Һәр ҡайһыһы үҙенең уй-фекерен ҡурҡмай әйтә белде. Азатыбыҙ мыҡты кәүҙәле, 4800 грамм булып тыуғас, әсәһе: «Улыбыҙҙан берәй рәйес сығыр инде», - тип әйткәйне, юрағаны юшҡа килде. Азат бәләкәйҙән мал йәнле булды, мал-тыуар, ҡош-ҡорт араһынан инмәне. Уларға исемдәр ҡушып, шулар менән мәж килә торғайны, - тип йылмайып һөйләй Салауат Ғабдулла улы.
- Балаларыбыҙ эшләп үҫтеләр, малайҙар 5-6 йәштән мал ҡаранылар, Вилена 10 йәшендә икмәк бешерә торғайны. Ошо рәүешле холоҡтары ла сыныҡты, юҡ-барға ваҡыттары ла ҡалманы, - ти Миннур апай.
Йыһаншиндар бәхетле олатай-өләсәй ҙә, һигеҙ ейәндәре бар. Өлкәненә - 22, бәләкәстәренә - 6 йәш. Ғәзиздәренең тупһаһын һыуытмайҙар, ял көндәрендә, байрамдарға киләләр.
Әҙәм балаһына бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәк түгел һымаҡ. «Һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары», - тиҙәр Йыһаншиндар.