Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
10 Июль 2018, 12:42

«Дошманлашмағыҙ» - ишандың васыяты

Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған саралар ҙур масштабта үтте. 5 июль Өфөлә «Рәсәйҙә традицион ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев» тип аталған ғилми конференцияһы барҙы.

Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған саралар ҙур масштабта үтте.

5 июль Өфөлә «Рәсәйҙә традицион ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев» тип аталған ғилми конференцияһы барҙы. 6 июлдә саралар Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһына күсә: VII «Рәсүлев уҡыуҙары: ислам Рәсәйҙең хәҙерге заман тарихында» конференцияһы уҙа. Күрше өлкә губернаторы Борис Дубровский үҙе килеп, конференцияға мәртәбә өҫтәү менән сикләнмәй, хатта, «түңәрәк өҫтәлдә» фекер алышыуҙа ҡатнаша. Афарин!

З.Рәсүлев нигеҙ һалған «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе (асылыуына 135 йыл, ябылыуына 99 йыл үткәндән һуң) реставрацияланып яңынан асылды. Оло ваҡиға!

160 тирәһе башҡарыусы ҡатнашҡан мөнәжәтселәр бәйгеһе ойошторола. Әлбиттә, учалылар ситтә ҡалманы. Уральск ҡасабаһынан «Йәйғор» халыҡ фольклор ансамбле - II, Сораман ауылынан Зөбәйҙә Ҡәләмова - III дәрәжә лауреаттары булалар. Ошондай мәртәбәле сарала ирешкән оло ҡаҙаныш менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ғорурланабыҙ.

Учалыла үткән йыйында үҙебеҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар башлыса мосолманса, башҡорт милли кейемдәрендә килде - бик тә күркәм күренеш! Марс хәҙрәт Әлтәпов көслө тауышы менән аяттар яңғыратып сараны башлап ебәрҙе. Башҡорт халҡының рәсми булмаған гимны - «Урал»ды барыһы ла аяғүрә тороп тыңланылар.

Учалылар исеменән философия фәндәре кандидаты Зилә Рәхмәтуллина сәләмләне, доклад яһаны. Сығыштар фәһемле булды. Әйтәйек, Дағстандың Ма-хачкалаһында З. Рәсүлев исемендә мәсет эшләгәнен белдек. Ташкент университетынан Ринат Шиһабдинов Зәйнулла ишандың Зәки Вәлидигә йоғонтоһо тураһында бәйән итте. Эҙләй торғас, З.Вәлиди Үҙбәкстанда туҡталған өйҙө лә тапҡандар, хәҙер шунда йорт-музей ойоштороу идеяһы менән янып йөрөй икән.

Силәбе өлкәһендәге «Рәсүлев уҡыуҙары» даими үткәрелә, быйыл Рәсәй генә түгел, төрлө илдәрҙән дә һәммәһе ете йөҙ тирәһе белгес-ғалимдарҙы йыйыуы билдәләнде. Һәм Башҡортостандағы конференция был әһәмиәтле саралар күләгәһендә тороп ҡалмаһын тигән теләк тә әйтелде.

Санкт-Петербург ҡалаһынан «АЛЬ-МАКАМ» фонды директоры Игорь Панков Зәйнулла ишандың һуңғы бер сығыштарындағы өгөт-нәсихәтте телгә ал-ды: «Реформалар юлында күмәкләп иждиһат итегеҙ (тырышлыҡ күрһәтегеҙ), был маҡсатҡа хеҙмәт итегеҙ, дошманлашмағыҙ һәм милләт, дин эштәрендә тартҡылашмағыҙ - мин һеҙгә ошо фатихамды бирәм». Һәр кемебеҙ ошо юлдарҙы һәр саҡ иҫендә тотһон ине!

Иҫтәлекле урындар буйынса сәйәхәт тә башҡаралар. «Зәйнулла ишандың тыуған төйәге - Шәрип ауылында халыҡ менән осрашыу тулҡынландырғыс үтте, - ти Марс хәҙрәт, - Әүеш тауына ла күтәрелдек, әүлиәгә зыярат ҡылдыҡ, күмәкләп зекер әйттек». Шуныһы ғына үкенеселерәк инде - Әүлиә шишмәһе яңыраҡ ҡына (3 июль) һурығып өлгөрә.

Ярар, йәйге селләлә бейек тауға күтәрелеү ҙә хәтерҙәргә ныҡ уйыла торған ваҡиға һәм ҙур сауап булалыр, иншаллаһ! Һәр хәлдә лә, ҡунаҡтар ҡәнәғәт ҡалды.

Илфат ЯНБАЕВ.


Читайте нас: