Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Июль 2018, 12:06

Ике-өс аҙнаға һуң башланды

Аграрийҙар бесән һәм сенаж әҙерләүгә тотондо. Башҡортостанда яҡынса 300 мең гектар күп йыллыҡ үлән йәғни бөтә күләмдең алтмыш бер проценты сабылған. Учалыла иһә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланып ҡына тора.

Аграрийҙар бесән һәм сенаж әҙерләүгә тотондо. Башҡортостанда яҡынса 300 мең гектар күп йыллыҡ үлән йәғни бөтә күләмдең алтмыш бер проценты сабылған.

Учалыла иһә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланып ҡына тора. Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Шәғәретдинов әйтеүенсә, көндәрҙең һыуыҡ һәм ямғырлы булыуы сәбәпле, быйыл йәшел үлән ғәҙәттәгенән ике-өс аҙнаға һуңыраҡ өлгөргән. План былтырғы кимәлдә ҡалған - 35 мең тонна сенаж, 10 мең тонна силос, 9 мең тонна бесән әҙерләйәсәктәр. Алдынғыларҙан булып сабыуға «Юлдаш» йәмғиәте, «Садыҡов» крәҫтиән-фермер хужалығы, «Байрамғол» агрофирмаһы төшкән. Ҡалған хужалыҡтар ҙа әкренләп ҡушыла. Йәшел массаның гектар ҡеүәте уҙған йылға ҡарағанда 2 тапҡырға әҙерәк.

- Июндең һыуыҡлығы арҡаһында мал аҙығы әҙерләүгә ун көнгә һуңлап тотондоҡ. 12000 тонна сенаж, 8000 тонна силос, 1400 тонна бесән әҙерләргә тейешбеҙ. Сенажға бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе сабасаҡбыҙ, силосҡа кукуруз һалынасаҡ. Үлән йоҡа, уртаса гектар көсө ҡырҡ центнер тәшкил итә. Былтыр 86 центнер булғайны. Шуға ла өлгөрһәк, үләнде икенсе тапҡырға сабырға ла уйлайбыҙ, - тине «Байрамғол» агрофирмаһы директоры Салауат Баһауетдинов.

Бер нимәгә ҡарамаҫтан, планды үтәргә тырышасаҡбыҙ, ти улар. Өҫтәүенә, хужалыҡтың былтырғынан ҡалған йыл ярымлыҡ запастары бар. Малдары ла үҙ-ҙәренең күп шул. Барлығы 2625 баш һыйыр малы иҫәпләнһә, шуларҙың 1027-һе һауыла. Быларҙан тыш, йылҡысылыҡҡа иғтибар арта. Әлегә агрофирманың алты йөҙ туҡһан баш аты бар. Хужалыҡ һөтсөлөк йүнәлешендә эш алып бара. Шуға ла тармаҡ продукцияһының күләме һәм сифаты мал аҙығына туранан-тура бәйле.

Баш агроном Айҙар Заһиров әйтеүенсә, баҫыуҙарҙа ваҡытында химик утау үткәрелгән, башҡа агро-техник эштәр башҡарылған. Май сүлмәге тышынан билдәле тигән шикелле, баҫыуҙарҙың таҙалығы, үләндең тигеҙ күтәрелеүе хужаларҙың тырышлығы тураһында һөйләй.

Әлеге ваҡытта, «Йәшел ураҡ»та өс «МаcДon», алты «Полесье» йөрөй, сенажды ун машина ташый. Һәр ҡайҙағы кеүек хужалыҡ механизаторҙарға ҡытлыҡ кисерә. Проблеманы ауырлыҡ менән булһа ла хәл итәләр. Техникалары эшһеҙ ултырғаны юҡ әлегә.

Мал аҙығы әҙерләүҙә күп көс һалған уңғандарҙы атап үтеү урынлы булыр. Нәжип Йомағужин, Андрей Дмитриев, Наил Ғатауллин, Рифат Ишмөхәмәтовтар тырышып эшләйҙәр.

Күреүебеҙсә, хужалыҡтарға быйыл да йәшел ураҡ кампанияһы ваҡытында ҡатмарлыҡтар менән осрашырға тура килә. Йәшел ураҡ кампанияһы ҡыҙа, көн генә эшләргә ирек бирһен.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: