Ураҙ ауылы эргәһендәге Талышман һыу һаҡлағысы янында беҙгә бер йыл элек булырға тура килгәйне.
Киләсәктә бында егерме гектар майҙанда бағыр балығы, йәғни, руссалап әйткәндә форель үрсетергә йыйыныуҙары хаҡында белгәйнек. Ниһайәт, ошо көн-дәрҙә был тарафтарға юл төшкәс, эштәренең нисек барғанын күреп-белеп сығырға булдыҡ. Беҙҙе Павел Пальцев ҡаршы алды.
- Әлеге ваҡытта Илнар Хафизов менән быуаға күҙ-ҡолаҡ булып торабыҙ. Башҡортостан үҙен балыҡ менән ни бары биш процентҡа тәьмин итә. Ошоно ла иҫәпкә алып һуңғы ваҡытта балыҡсыллыҡҡа иғтибар арта бара. Үткән йыл ите ҡиммәтле, юғары сифатлы булып һаналған форелде үрсетеп ҡарау тураһында һүҙ сыҡҡас, райондағы байтаҡ һыу ятҡылыҡтарын ҡарап тикшереп сыҡтыҡ. Вадим Хәбибуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығы быуаны ҡуртымға алып миҙгел дауамында тикшереү алып барҙы. Бағыр өсөн тап ошо урын уңайлы килеп сыҡты. Балыҡ йылыны яратмай, уға һыу һалҡынса булырға тейеш. Аҫтан сығып торған шишмәләр уртаса температураны һаҡларға ярҙам итә. Шулай уҡ быуа бикре (осетр), пелядь кеүек ҡиммәтле балыҡтарҙы үҫтереү өсөн дә уңайлы, - тип бәйән итте йүнсел егет.
Павелға 24 йәш, Өфө ҡалаһынан. Башҡорт дәүләт аграр университетында балыҡ үрсетеүсегә уҡып сыҡҡан. Һөнәрен бик яҡшы белә, балыҡтар тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Биләмәлә хатта тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн бәләкәй генә лабораторияһы ла бар икән үҙҙәренең.
Бәләкәй генә быуала бер нисә төр балыҡ төрө йәшәй. Толстолобиктар һыуҙы таҙартыусы ролен башҡаралар, бынан тыш табан, карп бар. Элиталы йәйғор төҫөндәге форелде иһә махсус бассейндарҙа тоталар. Балыҡтар бик һиҙгер, уларға ҡул менән тейергә ярамай. Юғиһә, шундуҡ үләсәктәр. Бағырға көндөң эҫелеге лә насар тәьҫир итә. Әгәр һыу 22 градустан артыҡ йылынһа ла, тонсоға башлайҙар. Әммә бағырҙың тап ошо йәйғор төҫлөһө сыҙамлы булыуы ме-нән айырыла икән. Юғары температураға ла артыҡ бирешеп бармай. Киләсәктә һыу һаҡлағыстың түбән яғында махсус каналдар һуҙырға уйлайҙар. Ошо рәүешле форель өсөн тәбиғи шарттар булдырыласаҡ, һыуҙың йылылығы ла ун һигеҙ градустан артмаясаҡ. Киләсәктә халыҡҡа балыҡ ҡармаҡларға мөмкинлек биреләсәк, тинеләр.
Әлегә тәүге аҙымдар ғына яһала, был бизнесты киңәйтергә иҫәп тотабыҙ, тиҙәр. Биләмәлә туристик комплекс булдырыу тураһында ла уйлайҙар. Балыҡ ҡармаҡлауҙан тыш, ғаиләң менән ял итеү өсөн өйҙәр төҙөү, пляжды төҙөкләндерергә, спорт уйындары өсөн майҙансыҡ эшләргә ниәтләйҙәр. Шулай уҡ атта һыбай йөрөү, тюбингтан һәм саңғынан шыуыуҙы ойоштороу ҙа күҙаллайҙар.
Әлбиттә, был эштәрҙе башҡарыу өсөн сығымдар ҙа талап ителә. Талап ителгән инвестициялар һалынһа һәм балыҡтарын һатып килем ала башлаһалар, уй- ниәттәренең мотлаҡ тормошҡа ашыуына шик юҡ. Хужалыҡтың агротуризмдан килем алыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәре лә бар бында.