Балалар каникулда булыуға ҡарамаҫтан, белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу мәл бара әле.
Педагогтар башланырға торған уҡыу йылына ең һыҙғанып әҙерләнә. Төп эштәр мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын ремонтлау, тәртипкә килтереү менән бәйле. Белем усаҡтары бихисап техник талаптарға яуап бирергә тейеш бит.
Һәр бер мәктәптә тиерлек косметик ремонт үтә - стеналарҙы буяу, түшәмдәрҙе ағартыу һәм башҡа ваҡ-төйәк эштәр. Капиталь ремонт иһә алты мәктәп һәм балалар баҡсаларында старт алды. Бөгөнгө көнгә тәҙрә алыштырыу буйынса эштәр ҡаланың 4-се «Дельфин» балалар баҡсаһының беренсе корпусында һәм 3-сө «Светлячок» балалар баҡсаһының икенсе корпусында тамамланған да инде. Ике баҡсала ла подрядсы булып «Ибраһимов» шәхси предприятиеһы сығыш яһаған. Дәғүә юҡ, ти.
Ҡаланың 15-се балалар баҡсаһында ла тулыһынса түбәне алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарыла башлаған. Ләкин аукцион һөҙөмтәләре буйынса ре-монтты үҙ иңенә йөкмәгән Магнитогорск ҡалаһының «Ойл-стройкомплект» йәмғиәте төҙөкләндереүҙе июнь аҙағына тамамларға тейеш булһа ла, өлгөрмәгәндәр әле. Беренсенән, эш насар ойошторолһа, икенсенән, июндәге һыуыҡ көндәр иҫке түбәне һүтеп, яңыһын һалырға ирек бирмәгән. Ул ғына ла түгел, баҡсаның йыһазына ла өлөшләтә зыян килгән, тип әйтелә.
Ураҙ лицейында түбәне үҙебеҙҙең «Монтаж» йәмғиәте алыштыра. Әле бында эштәр яҡшы бара. Лицей директоры Дилә Хаджеева белдереүенсә, мәктәп ҡурҡыныс хәлдә булған. 1976 йылда төҙөлгән бина түбәһенән яҙын һыу үтеп, түшәм штукатуркаһы ишелеп, ике кабинет бөтөнләй ябыҡ торған булған. Коридор, бүлмәләр юҡҡа сыға башлағас, район хакимиәте, мәғариф бүлеге, ауыл Советы ярҙамы менән, ниһайәт, был эш яйға һалынған. Йәмғиәт эште август башында тапшырырға тейеш. Был маҡсатта 1 млн. 450 мең һум аҡса бүленгән.
Мулдаҡай мәктәбе лә яңы уҡыу йылына ентекле әҙерләнә - шулай уҡ бинаның түбәһе капиталь ремонтлана башлаған. Комсомольск мәктәбенең Туңғатар фили-алында әлеге ваҡытта «Абсолют Сервис» йәмғиәте спорт залында иҙән алыштырыу менән мәшғүл.
«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә дүрт мәғариф учреждениеһында ремонт эштәре үтәсәк. Учалы эшҡыуары Вадим Ибраһимов Ахун балалар баҡсаһында тәҙрә алыштырыу буйынса эштәрҙе тамамлаған да инде. Мөдир Гөлнара Әхмәрова билдәләүенсә, 1982 йылда төҙөлгән бина әлегә тиклем бындай ремонт күргәне булмаған. Иҫке тәҙрәләр ике аҙна эсендә яңыларға алыштырылған. Дөйөм сумма - 500 мең һум - республика бюджетынан бүленгән. Оҙаҡламай мәктәптәрҙә беренсе ҡыңғырау сыңлаясаҡ. Уға тиклем һуңғы ремонт эштәре тамамланасаҡ һәм йәй буйына ял итеп, яңы көс туплап килгән шат балалар беренсе сентябрҙә мәктәп ишектәрен асып инәсәк.