Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
24 Июль 2018, 10:30

Емеш-еләк йыйыр мәл бер генә

Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына хайран ҡалырһың. Ниндәй генә файҙалы үләндәр, емеш-еләк үҫмәй! Бигерәк тә емеш-еләк өлгөрөүен күптәр көтөп ала. Урмандарҙа, яландарҙа еләктәр бешә башланы ла инде. Баҙарҙа, магазин алдарында еләк һатыусылар байтаҡ ҡына күренә.

Районыбыҙ тәбиғәтенең байлығына хайран ҡалырһың. Ниндәй генә файҙалы үләндәр, емеш-еләк үҫмәй!

Бигерәк тә емеш-еләк өлгөрөүен күптәр көтөп ала. Урмандарҙа, яландарҙа еләктәр бешә башланы ла инде. Баҙарҙа, магазин алдарында еләк һатыусылар байтаҡ ҡына күренә.

Халыҡ башлыса урман еләген эҙләй. Ҡайын еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһы 200 һум тора, ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 550 һумға, 10 литрлығын 1200-гә һатып алырға мөмкин. Ҡалала йәшәүселәр баҡсала үҫтерелгән, урман-яландарҙан йыйып алынған емеш-еләккә өҫтөнлөк бирә.

Аҡса емеше түгел, баҡса емеше, тиһәләр ҙә, түтәлдәр һәм ҡыуаҡтар емештән һығылып торһон өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Баҡса еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһын 120 һумға алырға була.

- Мин бала саҡтан емеш йыйҙым, - ти исем-шәрифен гәзиткә яҙмауҙы үтенгән апай. - Бигерәк тә ҡара һәм ҡыҙыл көртмәле осоро табышлы. Әле лә емеш-еләк осорон көтөп алабыҙ. Пенсиябыҙ етә лә ул, балалар бар бит. Уҡыуға әҙерләргә кәрәк, үҙебеҙгә лә ярап ҡала. Күпмегә һатҡаныбыҙ сер булып ҡалһын, - тине.

- Үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма әҙерләйбеҙ ҙә, артығын һатабыҙ инде. Аҡсаһына балаларҙы кейендерәбеҙ, ашарға тотонабыҙ, - ти Ҡалҡан ауылы яғынан килгән ханым.

Миндәктән килгән апай ҡара көртмәле менән һатыу итә. Файҙалы еләктең стаканы - йөҙ ҙә илле һум, бер литры - 350, биш литрлыҡ биҙрәләгеһе 1200 һум тора. Алыусылар етерлек.

- Күптәр көртмәле йыйыуҙы еңел кәсеп тип ҡарай. Әммә был емеште йыйыр өсөн бик сабыр кеше булырға кәрәк. Күпме көс түгелгәнен үҙ елкәһендә та-тығандар ғына аңлайҙыр ул. Бер бәләкәй генә биҙрәне тултырыр өсөн дә көнө буйы йөрөргә кәрәк. Хаҡына килгәндә, минеңсә, ҡыйбат түгел. Көртмәле - иң шифалы емештәрҙең береһе, һаулыҡ өсөн файҙаһы күп, - тип бәйән итте хужабикә.

Азалия Хөснөтдинова - Белорет районы ҡыҙы. 6-сы класты тамамлаған. Ниәте - каникул ваҡытында әҙерәк аҡса эшләп, үҙенә мәктәпкә барырға әйберҙәр алыу.

- Көн дә сәғәт таңғы дүрттә торам да еләк йыйырға йүгерәм, - ти тырыш ҡыҙыҡай. - Учалыға автобус менән йөрөйөм. Бына бөгөн етенсе тапҡыр килдем. Ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәһен 500-550 һумға һатам. Бына бөгөн биш һәм ун литрлыҡ биҙрәләр менән килдем. Һатып бөтмәйенсә ҡайтҡаным да юҡ, «һә» тигәнсе алып китәләр.

Бына бит, ниәт иткәндә һәр кемдең хәленән килерҙәй эш. Игендең уңыу-уңмауына ҡарағанда ла еләк-емештең уңыуы район халҡы өсөн бөгөнгө көндә мөһимерәк. Сөнки бик күптәр ошо миҙгелдә емеш-еләк һатып байтаҡ аҡса эшләп ҡала. Йәйҙе бит юҡҡа ғына аҡсалы ай тимәйҙәр. Иренмә генә - аҡса аяҡ аҫтында үҫә һәм өлгөрә!

Ошондай уйҙар менән ҡайтып барған саҡта юл ыңғайы магазинға туҡтарға булдым. Килеп төшөү менән әзмәүерҙәй ир минән ун һум аҡса теләнселәй башланы. Урман яғына күрһәтеп:

- Ана, унда ун һум түгел, меңешәр һум аҡса ята, тик йыйып алырға ғына кәрәк,- тинем. Теге бәндә аңламаны, аптырап миңә ҡараны ла, китеп барҙы.

Вилиә ЯНБАЕВА.


Читайте нас: