Йорт хайуандарын тамғалау «БР ауыл хужалығы хайуандарын көтөүҙә, ҡыуыуҙа тәртип булдырыу» тураһында
404-се һанлы Законға таянып башҡарыла.
Районда йәшәгән халыҡ малын мотлаҡ тамғаларға бурыслы. Биркалар һәр мал өсөн айырым кодлы. Унда мал аҫралған ил, төбәк, район, ауыл советы һәм малдың үҙенең номеры күрһәтелә. Тамғалау тәртибен боҙған өсөн ғәмәлдәге законға ярашлы яуаплылыҡ ҡаралған.
Әлеге ваҡытҡа тиклем районда бик күп һыйыр малына тамға ҡуйылған да инде. Ошо турала Учалы районы ветеринар станцияһы начальнигы Салауат Исла-мов бәйән итте:
- Был эшкә халыҡ барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә яуаплы ҡараны. Биркаларҙы тәү сиратта алған ветеринар участкалар - Ахун, Амангилде, Иманғол, ҡала биләмәһе (Бөйҙө ауылы ла шунда инә) ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамамлап та ҡуйҙылар. Шулай уҡ Миндәк, Яңы Байрамғол, Озерный, Ураҙ, Ҡунаҡбай участкаларында ла эште бөтөү өҫтөндәләр. Дөйөм алғанда, эре мөгөҙлө малды тамғалау район буйынса һикһән биш процентҡа тамамланған. Был эш хәҙер даими үтәсәк, туҡтамаясаҡ.
Ҡунаҡбай ауыл Советында ла эш яҡшы ойошторолған. Ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шаймарданова белдереүенсә, әлеге ваҡытта Ҡунаҡбай һәм Аҡҡужа ауылдарында малды тамғалау тамамланған, белгестәр Илтабан ауылы халҡының малын биркалау менән була.
- Минеңсә, малдарҙы тамғалау кәрәк, - ти Фазила Әмин ҡыҙы. - Ауыл халҡы ла был яңылыҡты аңлап ҡабул итте. Закон үтәлергә тейеш.
Беҙ эштең иң ҡыҙыу мәленә тап булдыҡ. Ҡунаҡбай ветучастка етәксеһе Фәнил Мусин, фельдшер Шамил Закиров һәм санитар Рәсимә Мусина Илтабан ауы-лында йәшәүсе Мирзиндар хужалығындағы малға биркалар тағалар ине.
- Биркаланған малды журналға теркәп ҡуйыу мотлаҡ, - тип эш нескәлектәренә төшөндөрҙө Фәнил Сабит улы. - Мал урланһа, һуйылһа йә үлһә, был хаҡта журналда билдә ҡуйыла. Малды һуйған осраҡта уның биркаһы ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырылырға тейеш. Был бирка шул уҡ хужаһы тарафынан ҡабатлап файҙаланыла ала. Тамғалағандан һуң ундағы һанды ветеринар белгес малдың паспортына яҙып ҡуя. Яңы тыуған малды бер ай, иң күбендә ике ай-ҙан да ҡалмай биркалатырға кәрәк. Бирка боҙолһа йә юғалһа, мал хужаһы был хаҡта ауыл Советына, ветеринар станцияға еткерергә тейеш. Биркаһы юғалған мал ҡабаттан тамғаланасаҡ.
Малды тамғалау алдынан, иң башта планға ярашлы дауалау-профилактик саралар алып барыла. Ошо сараларҙан һуң ғына малдың ҡолағына тамға ҡуйыла. Йыл аҙағына тиклем эш тамамланырға тейеш, тип планлаштырылған.