Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
31 Июль 2018, 10:41

«Алтын ашыҡ» - Илселә

Боронғонан-боронғо Баҡшай яланында шау-гөр килеп, спорт һәм мәҙәниәт байрамы үтте. «Ай, Уралым, Уралым!» II этнофестиваленә нисә тамашасы килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел, меңәр-меңәр кеше йыйыла, ә бына ҡатнашыусылар һаны дүрт йөҙҙән дә апаруҡ ашып китә.

Руслан Әхмәҙиев
Руслан Әхмәҙиев
«Ай, Уралым, Уралым!» II этнофестиваленә нисә тамашасы килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел, меңәр-меңәр кеше йыйыла, ә бына ҡатна-шыусылар һаны дүрт йөҙҙән дә апаруҡ ашып китә.

Сараны асыу тантанаһында барыһын да Учалы районы Советы секретары Зариф Ғарипов сәләмләй:

- «Ай, Уралым, Уралым!» этнофестивален үткәреү беҙҙең Учалы районының яҡшы традицияһына әйләнеп килә, илебеҙҙең төрлө тарафтарынан бик күп ке-шеләрҙе берләштерә. Бөгөнгө байрам, һис шикһеҙ, милләт-ара татыулыҡ символы, йәштәр өсөн халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау һәм артабан үҫештереү тәңгәлендә ыңғай өлгө. Милли мәҙәниәтебеҙгә тоғролоҡ, патриотлыҡ, фестибалебеҙгә иғтибар биргәнегеҙ өсөн һәр ҡатнашыусыға рәхмәт белдерәм, - тип телмәр тотто.

Байрамдың хөрмәтле ҡунағы булып Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова килде. Эльвира Ринат ҡыҙы сараның уникаллеген һәм программаның бай эстәлеген юғары баһалай, уҡсыларға - мәргәнлек, башҡа спорт һәм ижад ярыштарында сығыш яһаусыларға - далан теләне.

Эйе, әлбиттә, иң ҡыҙыҡ тамаша - уғатарҙар ярыштары. «Баҡшай мәргәне-2018» турнирында 70-ләп спортсы көс һынаштылар. Төрлө-төрлө этаптпарҙан торҙо: биатлон, тиҙлеккә атыу, төрөк путы, «аждаһа», «күскенсе» һәм «корея» атыуҙары һәм башҡа. Төрөк путын егеттәребеҙ быйыл Стамбулда үткәрелгән «Фәтих кубогы» Халыҡ-ара турнирынан отоп ҡайттылар. Сәп ике түңәрәктән тора: аҫҡыһы (ҙуры) - үҙеңә ҡарай сабып килгән аттың, өҫкөһө (бәләкәйе) - һыбайлының силуэтнын хәтеләтә; «дошман кәүҙәһенә» уҡ эләктереү күберәк мәрәйҙәр килтерә. «Аждаһа» - әкиәттәрҙәге ҡурҡыныс мәхлүк менән алышыу, бер-бер артлы биш башына ла тейҙергән осраҡта ғына мәрәйҙәр бирелә; бер башҡа ике уҡ эләкһә, береһе генә иҫәпләнә. Тиҙлеккә атыу этабы: утыҙ секунд үткәнсе ир-егеттәр биш уҡ атып өлгөрөргә тейеш (ҡатын-ҡыҙҙар - 4), юғиһә һөҙөмтә бөтөнләй иҫәпләнелмәй. Ошондай 10 этап үтеү һөҙөмтәләре буйынса турнирҙың абсоют еңеүсеһе булып Сибайҙан Хөрмәт Таһиров таныла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында - Өфөнән Дана Кәримова. Фестивалдең икенсе көнөнә «Баҡшай һунары-2018» тип аталған традицион йәйәнән атыу буйынса 3D-турнир ойошторола. Уныһы инде үлсәм буйынса ысынбарлыҡҡа тура килтереп яһалған ҡырағай йәнлектәргә кәсеп итеү. Еңеүсе - Учалы ҡалаһынан Руслан Әхмәҙиев. Иң оҫта һунарбикә - Д.Кәримова. Ул шулай уҡ «Азиянан Европаға» - традицион яндан атыу буйынса махсус турнирҙа ла еңә, Дана - дан ҡыҙ тиерлек. Был үҙенсәлекленән-үҙенсәлекле ярышта (йылғанын бер ярынан икенсеһенә, йәғни Азиянан Европаға уҡ сөйөү!) ирҙәр араһында иң мәргән булып Уральск ултырағынан Рөстәм Фәзлетдинов таныла.

Ә традицион яндан туҡ атыу буйынса команда турнирында, әлбиттә, беҙҙең учалылар беренсе булды.

Учалы йыйылма ко-мандаһы составы: Рәис Низаметдинов, Лилиә Низаметдинова, Самат Ғатауллин, Руслан Әхмәҙиев.

«Баҡшай уйындары» - халыҡ уйындары конкурсы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

«Ҡаҡма туп», «Марш», «Самауыр» кеүек мәрәкәләрҙе тамашасылар ихлас ҡабул итте, бәлки, ошо рәүештә йәнә йән өрөлөр, йәштәр тағы боронғоса күңел-сафа ҡора башлар, тип өмөт итерлек. Был конкурста «Ашыҡ уйыны» күрһәткән Илсе мәҙәниәт йорто еңде. Белеүебеҙсә, ашыҡ - малдың бәкәл быуы-нындағы ваҡ һөйәк, уйын өсөн генә түгел, бағымсылыҡта ла ҡулланылған. «Алтын аj шыҡ» - бик ҡәҙерле нәмәне йә еңеү үә даланды аңлатҡан һүҙбәйләнеш. Шуға ла илселәр «Ашыҡ уйыны» менән «Алтын ашыҡ»ҡа иреште тип икеләнмәй әйтерлек.

Хәтерегеҙҙәлер, яҙын Башҡортостандың йөҙ йыллыҡ юбилейына арналған «Фольклор-ҙың бер көнө» конкурсының беренсе этабы тураһында яҙғайныҡ. Иң яҡшы коллективтар финалға сығып, «Ай, Уралым, Уралым!» фестивалендә сығыш яһау хоҡуғы алғандар ине. Йәнә йәнле тамаша үтте, халыҡ йолалары бар шартына тура килтереп, сәхнәләштереп күрһәтелде. Бөтә сығыштар сағыу, бай йөкмәткеле булғас, ең-еүсене билдәләүе ауырға төшкәндер, шулай ҙа Ғәлиәхмәр ауыл клубы Гран-при алыу бәхетенә иреште. Улар талҡан эшләү йолаһын күрһәтә. «Ҡурайсынан башҡа бер кемебеҙҙең дә музыкаль белеме юҡ, шулай ҙа ихлас тырыштыҡ. Үҙебеҙ белгәндәрҙе иҫкә төшөрҙөк, ололарҙан һораштыҡ, - ти тамашала ҡатнашыусы Әлфирә Мәғәфүрова. - Клубыбыҙҙы ябып ҡуймаһындар тип йөрөйбөҙ инде. Һәр беребеҙ үҙенә берештән башҡорт кейемен тектереп алдыҡ. Тырышлыҡ зая китмәне! Дәртләнеп, фәһем алып ҡайттыҡ, ойоштороусыларға бик ҙур рәхмәт!»

«Семәр» - милли кейем тегеү конкурсында 29 оҫтабикә ҡатнашты, һуңынан бар теләгән кешеләргә кәсептәренең нескәлектәренә төшөндөрөп мастер-класс ойошторалар.

Быйыл милли көрәш буйынса турнир ҙа үтте. Тарихта беренсе тапҡыр «Баҡшай батыры» исеменә хәҙер ин-де танылыу тапҡан йәш спортсы Дим Хәйруллин лайыҡ булды.

Рәсил Мөхәмәтйәнов, Пермь крайы Башҡорттары ҡоролтайы комитеты рәйесе:

- Төп йорттан ситтә йәшәгәс, бындай саралар беҙҙең өсөн айырыуса кинәнес. Йәш быуын милли тамырҙарынан айырылмаһын тип тырышабыҙ. Учалы ра-йоны менән был йәһәттә тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Күренекле сәнғәт эшмәкәре Рәис Низаметдинов хореография, ҡурайҙа уйнау буйынса мастер-класс дәрестәре биргәне булды. Фестивалдә ҡатнашып йөрөй торғас, ошо фекерҙә нығындым - милли уйындарҙы, спорт төрҙәрен киңерәк пропагандалау, ғәмәлгә киң индереү маҡсатҡа бик тә ярашлы буласаҡ.

Зәйет ағай Шакиров, Ҡолош ауылы:

- 87 йәшлек бабай йәштәр менән ярышып булдыра алмай инде ул! Шуға ла еңеү өсөн түгел, боронғо ғәҙәт-йолаларыбыҙ онотолмауын үҙем күреп шатланыу, тормошҡа дәрт-илһам алыу өсөн киләм. Шөкөр, барыһы ла бик яҡшы!

Светлана Корюкина, Екатеринбург ҡалаһы ҡунағы (боронғо рус халыҡ кейемендә):

- Әлегә тиклем ирем Александрға эйәреп кенә ярыштарға йөрөй торғайным, ул уғатарлыҡ буйынса спорт мастеры кандидаты. Быйыл үҙем дә тәүәккәлләп ҡараным, һис тә үкенмәйем! Фестиваль яҡшы ойошторолған, халыҡ ихлас, тәбиғәт күркәм, Хоҙай ҡушһа, киләсәктә лә килербеҙ. «Зәңгәр хыялым» - һыбай килеш тә атырға өйрәнеү.

Эльмира Багауова, Өфө ҡунағы:

- Ғаилә башлығы уғатарлыҡҡа тотонғас, мине лә, ҡыҙҙарыбыҙҙы ла әүрәтте. Шул тиклем ҡатмарлы тип кем уйлаһын! Әммә бик мауыҡтырғыс, артабан да камиллашырға ниәт бар. Әйткәндәй, иптәшем Рөстәм Бейеш-батырҙың тоҡомо (уның турала халыҡ йырын ишеткәнегеҙ барҙыр), шуға ла, данлыҡлы ата-бабаларының хөрмәтенә мәргән уҡсыға әйләнергә йыйына.


P.S. Белешмә (Башҡорт

википедияһынан)

Учалы Стоунхенджы

(Бағышай, Баҡшай):

- Англияның бөтә донъяға билдәле Стоунхенджына оҡшаған археологик ҡомартҡы.Ҡаҙылған урындарҙа күпләп уҡ баштары,

һауыт-һаба ярсыҡтары, баҡыр әйберҙәр һәм башҡа боронғо ҡомартҡылар табыла.

Ҡорам торған урында таш быуат, дәүеренә ҡараған әйберҙәр табылған. Ҡорамға биш мең йыл самаһы, тип күҙаллай ғалимдар.

Илфат ЯНБАЕВ.



Читайте нас: