Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Август 2018, 11:16

Мал аҙығын күберәк тупларға кәрәк

Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Ауыл хеҙмәтсәндәре мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша. Көнгә бик ышаныс юҡ, шуға ла аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға кәрәк.

Район хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. Ауыл хеҙмәтсәндәре мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ әҙерләп ҡалырға тырыша.

Көнгә бик ышаныс юҡ, шуға ла аяҙ торған һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға кәрәк. Бөгөнгө көндә 6900 гектар үлән сабылған, 4030 тонна бесән әҙерләнгән, 12590 тонна сенаж һалынған. Бер баш малға 9,3 цн аҙыҡ берәмеге тупланған. Үлән йоҡа, гектар ҡеүәте былтырғынан ике тапҡырға ҡайтышыраҡ.

«Юлдаш» йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләүгә июлдең башында төшкәндәр. Әле күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу менән мәшғүлдәр. Кипкән бесәнде төктәргә урап бер ыңғайы фермаға ташыйҙар. Хужалыҡ етәксеһе Ғәли Сибәғәтуллинды тап итеп булманы. Ул бик тынғыһыҙ кеше, әле лә эштәре менән ҡайҙалыр киткәйне. Беҙҙе управляющий Искәндәр Туҡтанов ҡаршы алды. Искәндәр Усман улы хужалыҡта 2005 йылдан бирле эшләй. Ғәли Шәүкәт улының уң ҡулы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан һаман да сафта, эшенә мөкиббән бирелгән.

- Һауа торошона ышаныс юҡ, көндәр яҡшы торғанда бесән эшләп өлгөрөргә тырышабыҙ. Йәй һуңлап килде, былтыр сабырға 10 июндә төшкәйнек, быйыл бер айға кисәү башланыҡ, - ти Искәндәр Усман улы.

- Механизаторҙарыбыҙ ырамлы ғына эшләй. План буйынса 400-450 тонна бесән әҙерләргә йыйынабыҙ, әлеге көндә 180 тонна өйөлгән.

Механизаторҙар Андрей Кузьменко менән Олег Яров тракторҙарында күп йыллыҡ үлән саба. Көнөнә 15-20 гектар майҙанды иңләйҙәр. Пландарын арттырып үтәйҙәр, тип маҡтай үҙҙәрен управляющийҙары.

Ә эргәләге генә баҫыуҙа механизаторҙар Евгений Выдрин, Артем Глукманов, Василий Гаврилов, Илшат Ҡотлоәхмәтов эшләй. Бакуйға һалынған, елләп кипкән үләнде йыйып, ташып-өйөү менән мәшғүлдәр. Хужалыҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, механизаторҙарҙың күбеһе күрше Силәбе өлкәһенән йөрөп эшләйҙәр. Береһе лә зарланмай, эшенән дә, аҡсаһынан да ҡәнәғәттәр.

Хужалыҡтың көтөүлектәре, бесәнлектәре менән бергә 3 мең гектарҙан ашыу ере бар. Бойҙай, һоло, ҡарабойҙай, арыш, тритикале, техник культуралар сәселгән.

Йәмғиәт орлоҡ етештереүсе булараҡ танылыу алған. Продукцияларына ихтыяж һәр саҡ ҙур. Шуға ла уны һатыу буйынса ҡыйынлыҡтар юҡ, ауыл хужалығы предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәләр.

Бесәнде тамамлағандан һуң арыш һуғырға төшәсәктәр, иген бешеү өҫтөндә. Быйыл ҡайһы бер хужалыҡтарҙың ужым арышы насар ҡышланы, ҡабаттан сәсергә тура килде. Юлдаштар иһә һыуыҡтарҙы имен-аман сығарған. Көҙгөһөн арышты ваҡытында сәскәс, үҫентеләр тамыр ебәреп, нығынған. Йылҡыға етерлек аҙыҡ туплар өсөн хужалыҡтың барлыҡ мөмкинлектәре лә бар. Һауа торошо ғына көй-һөҙләнмәһен инде, бесәнселәргә ирек бирһен!

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: