Яйыҡ
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Август 2018, 10:36

Учалылар тағы хайран итте

Үткән шәмбе, Туңғатар ауылында «Барын-Табын йыйыны» уҙҙы. Сара бик матур ойошторолдо, байрамдан йәше лә, ҡарты ла ситтә ҡалманы. Мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев йыйынды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Үткән шәмбе, Туңғатар ауылында «Барын-Табын йыйыны» уҙҙы. Сара бик матур ойошторолдо, байрамдан йәше лә, ҡарты ла ситтә ҡалманы.

Мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев йыйынды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әйткәндәй, был йәһәттән район Советы депутаты, «Ҡадиров» крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мозафар Ҡадировтың эшмәкәрлеген билдәләп китеү урынлы булыр. Йыйын юғары кимәлдә үтте, йыйын майҙанында ир-тәнән кискә тиклем тауыш тынманы. Һәүәҫкәр артистар халыҡты сығыштары менән ҡыуандырҙы. Өфө ҡунаҡтары ла ситтә ҡалманы, республикабыҙҙың халыҡ артисы, танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов милли музыка ҡоралында һыҙҙырып күңелдәрҙе иләҫләндерһә, яҡташыбыҙ Лариса Ҡужагилдина барыһын да моңло тауышы менән әсир итте.

Башҡортостандың Милли архивы тарафынан Учалы төбәге тарихы буйынса ойошторолған күргәҙмә лә халыҡ өсөн фәһемле булды. Унда боронғо халыҡ иҫәбе алыу, совет дәүерендәге партия һәм комсомол комитеттары документтары, Муса Мортазинға ҡағылышлы үҙенсәлекле мәғлүмәттәр тәҡдим ителде.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Фәтих улы ла был документтарға битараф ҡалманы, мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм ошондай үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторғандары өсөн архив етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. БР Милли архивы директоры урынбаҫары, Табын ырыуҙары берләшмәһе етәксеһе Нияз Сәлимов үҙҙәрендә һаҡланған Туңғатар ауылына ҡағылышлы архив документтар күсермәһен Туңғатар ауылы биләмәһе башлығы Әлмир Рәхмәтуллинға тапшырҙы. Шулай уҡ йыйынды ойоштороуға ҙур өлөш индергәне өсөн Мозафар Ҡадировҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма ко-митетының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Спартак Ильясов, Әҡлимә Сафина, Минзәлә Шөғәйепова, Лариса Ҡужагилдина Табын ырыуҙары берләшмәһенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр.

- Йыйын бик матур үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күптәр тарихыбыҙҙы белеп етмәй. Йәштәр араһында ҡы-ҙыҡһыныусылар һирәк. Бер нисә быуат элекке түгел, хатта XX быуат башында булған ваҡиғаларҙы ла яҡшылап белмәйбеҙ бит. Был йыйын милли асылыбыҙҙы тәрәндән өйрәнергә, үткәнебеҙ менән ҡыҙыҡһынырға ҙур этәргес булыр. Беҙҙең Табын ырыуҙары берләшмәһенә ҡырҡ-тан ашыу Табын ҡәбиләләре ҡарай.Учалыларҙың тәүгеләрҙән булып ошондай ҙур йыйын уҙғарыуҙары ҡалғандарға ла үрнәк, башҡалар ҙа күтәреп алһын ине, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Нияз Сәлимов.

Ниһайәт, сараның рәсми өлөшөнән һуң халыҡ уйындар барған яланға тартылды.

Бер майҙанда традицион яндан уҡ атыу менән шөғөлләнеүселәр йыйылды.

Уҡсылар сафы көндән-көн тулылана бара, был милли спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйҙе.

Был юлы ярышҡа 35 кеше сыҡты, улар араһында балаларҙың да булыуы ҡыуандырҙы. Силәбенән, Екатеринбургтан, Сибайҙан, Өфөнән һәм Әбйәлилдән дә мәргәндәр сыҡты. Ир-аттар араһында беренсе урынға Учалынан, Барын-Табын ырыуы егете Таһир Танатов лайыҡ булды. Икенсе урында Өфөнән Артур Батыршин, өсөнсөлә Силәбенән Артем Ражев. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан учалыларға етеүселәр табылма-ны. Беренселектә Лилиә Хужәхмәтова, икенсе урында Әлфиә Ғарипова, өсөнсө урында Динә Вәлиева.

16 йәшкә тиклемдәр араһында Уральскийҙан Алһыу Фазлетдиноваға етмәнеләр, уның артынса Илмир Абдрахманов еңеү яуланы, Өфө егете Данияр Дәүләтгәрәев өсөнсөлөктө береһенә лә бирмәй, алдынғылыҡта.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев та үҙенең мәргәнлеген һынап ҡараны һәм барыһын да хайран ҡалдырҙы. Өсөнсө атыуҙа уғы сәптең иң урта-һына барып ҡаҙалды. Уҡсыларға конкуренция бына ҡайҙа икән ул!

Һыбай уҡтан атыусылар араһында Әбйәлилдән беренсегә Рушан Хәсәнов, икенсе урынға Силәбенән Артем Ражев һәм өсөнсө урынға яҡташыбыҙ, Илтабан егете Самат Ғатауллин лайыҡ булды. Афариндар!

Көрәшселәр ҙә ситтә ҡалманы, бәйге сәмле, мауыҡтырғыс барҙы. Билдәре ныҡ, көстәре ташып торған егеттәр төп бүләк - тәкәне алырға һәм йыйын батыры булып танылыу өсөн бар ғәйрәтен, таһыллығын һалып көрәште. Көрәш майҙаны көйәрмәндәрҙең, яҡ-ындарының келәмдәге батырҙарға көс-ҡеүәт биреп, хуплаған тауыштарынан гөр килеп торҙо.

Күптәребеҙ яратып өлгөргән «ылаҡ» уйыны ла сәмле барҙы. Ул хәҙер һәр байрамдың төп биҙәгенә әйләнде. Нисә йылдар, нисәмә быуын вәкилдәре күреп-белеп үҫмәгән «ылаҡ» уйынының төбәгебеҙҙә тергеҙелеүенә шатбыҙ. Әлбиттә, ҡарап тороуға бик хәүефле ярыш инде. Уйында еңеү яулау өсөн уйынсынан тыш, аттарҙың да роле ҙур. Арғымаҡтар үҙ хужаһы менән берҙәй сығыш яһарға тейеш. Шулай итеп, был төр уйында Әбйәлил командаһы йылғырыраҡ булып сыҡты, Ҡарт Муйнаҡ һәм Абҙаҡ командалары икенсе-өсөнө урындарҙы бүлеште. Киләсәктә районыбыҙҙа был спорт төрөн үҫтереү йәһәтенән шарттар тағы ла яҡшырыр тип өмөтләнәбеҙ.

Ҡара-табындарҙың йыйыны матур ваҡиға булып тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Был сара татыулыҡ, дуҫлыҡ һәм тамырҙарға тоғролоҡ символы. Ырыуҙаштарыбыҙ бәйләнештәрҙе йылдан-йыл нығыта икән, киләсәккә лә өмөт, ышаныс бар. Был йоланы башҡа ырыуҙар ҙа күтәреп алыр, тип ышанабыҙ. Быныһы бик матур булды.

Нурия ШӘРИПОВА.


Читайте нас: