Йәй миҙгеле юлсыларҙың ауыл хужалығындағы ураҡ кампанияһына оҡшаш ҡыҙыу эш ваҡыты.
Әле Белорет - Учалы - Мейәс юлын төҙөкләндереү дауам итә. Төбәгебеҙҙең хәүефле участкаларының береһендә ҡыҙыу эш бара. Шартым ауылынан Мейәс яҡҡа ике километр юлға асфальт түшәйҙәр, былтыр бер километрын төҙөкләндер-гәйнеләр. Мейәскә киткән юлдың байтаҡ өлөшө иҙелеп-емерелеп бөткән, был участканан ауыр йөк маши-налары күп йөрөй. Бынан алда Ҡарт Муйнаҡ һәм Шар-тым ауылдары араһында ике километр юлды төҙөклән-дергәндәр ине.
Көн түҙеп торғоһоҙ эҫе. Термометр +30 градусты күрһәтә. Асфальт-бетон заводынан алып киленгән эҫе ҡатнашманың эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел, әммә эш бер минутҡа ла туҡтамай. Юлсылар участканы тиҙерәк тапшырырға кәрәклеген яҡ-шы аңлай, сөнки Мейәскә Учалы аша күп йөрөйҙәр - юлды өлөшләтә лә ябып бул-май. Әле лә машиналар бер туҡтауһыҙ үтеп тора, ҡайһы берҙәре ремонт барыуға ҡарамаҫтан, юғары тиҙлектә елдереүҙән тартынмайҙар, кешене һуҡтырырбыҙ, тип һис тә уйламайҙар.
Асфальт һалыуҙа Юнир Вәлиев, Илнур Кәримов, Таймас Латыпов, Марат Шәғәлин, Азамат Тажетдинов, Азат Минһажев, Илдар Заһиҙуллин йөрөй. Эҫе ҡатнашманы «КАМАЗ» машиналарында Алик Тайыпов, Азамат Ғәбитов, Рушан Нафиҡов, Айҙар Ғәзимов ташый. Тағы бер бригада юл ситен нығытыу һәм юл билдәләре ҡуйыу менән мәшғүл. Был участканы эшләү өсөн 3,3 мең тонна асфальт талап ителгән. Ҡатнашма артынан йыраҡ йөрөмәйҙәр, үҙ асфальтбетон заводында эшләйҙәр.
Юлдың ҡара япма менән тип-тигеҙ итеп ябылғанын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп торҙом. Әйткәндәй, юлды яңы технологиялар менән түш-әйҙәр. Ваҡланған таш лы һәм мастикалы асфальтты уңы-шлы ҡулланалар.
- Был асфальт йыйылмаһында 1400-сө - маркалы куб формалы ваҡланған таш, резина-битум бәйләүсе ҡушымталар бар. Матдә асфальтҡа һығылмалылыҡ бирә, шулай уҡ нығытыусы стилобит бар. Стилобит ҡышҡы осорҙа асфальттың ватылыуын кәметә, файҙаланыу ваҡытын оҙайта, ҡытыршылыҡ өҫтәй, ныҡ тота-шыуға булышлыҡ итә, - тип аңлатып китте юл-төҙөлөш идаралығы мастеры Рөстәм Билалов. Был төр асфальттың хаҡы ҡиммәт, әлбиттә. Әммә сифаты ла сағыштырғыһыҙ, тип билдәләй юлсылар.
Асфальттың сифатын яҡ-шыртыуға «Техноплекс» йәм-ғиәтенең һәм Учалы юл-ремо-нт төҙөлөшө идаралығының ныҡлы хеҙмәттәшлеге лә булышлыҡ иткән. Завод икенсе йыл рәттән юлсыларҙың заказы буйынса заманса по-лимер-битум материалы эшләй, һуңынан уны асфальт әҙерләгәндә ҡушалар.
Учалынан Мейәскә хәтлем төҙөкләндерергә кәрәкле хәүефле участкалар байтаҡ ҡына, әлбиттә киләсәктә улары ла ремонтланыр, тип ышанабыҙ. Әлеге ваҡытта Иманғол юлын асфальтлау дауам итә. Иманғол-Баҙарғол юлында 1,5 километр араны төҙөкләндерәләр. Шулай уҡ Илтабан менән Ураҙ ара-һында асфальт түшәлә.
Дөйөм алғанда «Баш-киравтодор» йәмғиәтенең Учалы юл-ремонт төҙөлөш идаралығы ағымдағы йыл-да 5,7 километр юлды ас-фальтлағандар ҙа инде.
Дүрт километр емерек юлды тулыһынса төҙөклән-дергәндәр, дүрт мең тирәһе квадрат майҙанда соҡор-саҡыр тигеҙләү («ямочный ремонт») үткән. Юл эштәре һыуыҡтар төшкәнсе барасаҡ.