Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Август 2018, 11:28

Йәйҙең йәме - бесән әҙерләүҙә

Мал күҙенә ҡарап торған ауыл халҡы өсөн быйылғы йәй үтә һөйөнөслө - болондарҙа бесән күпереп үҫте, сабып ҡына өлгөр!

Мал күҙенә ҡарап торған ауыл халҡы өсөн быйылғы йәй үтә һөйөнөслө - болондарҙа бесән күпереп үҫте, сабып ҡы-на өлгөр!

Һәр кем үҙ сабынлығында мәж килә, көн торошоноң да әлегә сабып-йыйыу өсөн иң уңайлы мәле. Яуаплы осор башланды ла инде, ҡара тирең сыҡҡансы эш-ләп ҡалмаһаң, кәртә-ҡура-ға бесән үҙе килеп ятмаҫ.

Хәйер, иңенә салғы һалған бесәнселәр, салғы сүкеүҙән яңғырап торған яландар хәҙер һирәк күренеш. Хәҙер халыҡ техника менән сабыу-ға һалынды, ихата алдында торған трактор, мотоблок менән береһен дә аптыратып булмай. Ир-ат бесән миҙгеле хаҡындағы фекерҙәре менән беҙҙең менән бүлеште.

- Бесән эшләй башланыҡ. Ҡыҙыу осор бит, иртәнән алып кискә тиклем ҡулдан салғы төшмәй. Әлегә тиклем, мал күп булһа ла, бесәнде тик ҡул көсө менән эшләнек. Өс йыл тирәһе инде үҙем бесән өсөн махсус мотоблок һатып алғанмын, шуның менән сабам. Һуңынан балалар ҡул тырмаһы менән йыйып, күбәләп бирә, аҙағынан күмәкләшеп кәбән ҡоябыҙ, - ти Ҡотой ауылында йәшәүсе Жәүәт Янбаев.

- Үҙебеҙҙең тракторыбыҙ, сапҡысыбыҙ, тырмабыҙ бар. Июлдән алып сентябрь аҙағына тиклем эшләйем дә ҡуям. Дөрөҫөн генә әйт-кәндә, һуңғы ваҡыт ауылда йәшәү файҙаһыҙ тигән һы-ғымтаға килә башланым әле. Эшләйһең, эшләйһең, һөҙөмтәһе юҡ: запас частәр, яғыулыҡ ҡиммәт, ит һатып килем алып булмай. Яңыраҡ ҡына малды махсус урындар-ҙа салдырыуҙың мотлаҡ булыуы бар ауыл халҡын аптыратҡайны, һуңғараҡ «Меркурий» системаһына күсергә тигән яңы талап та күптәрҙе һағайып ҡалырға мәжбүр итте. Ғөмүмән, ауылда йәшәүселәргә аяҡ салыусылар табылып ҡына тора инде, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Вадим исемле ир.

- Әлегә бесәнгә төшмәнек, эштән ебәрмәйҙәр. Шулай ҙа әмәлен табып, бесән эшләйәсәкмен. Бесәнде ҡул менән эшләйбеҙ, сөнки беҙҙең бесәнлектәрҙә үҫ-кән бәләкәй ағастар күп, мотоблоктың косилкаһы уларға тиҙ бирешә. Мал-тыуар ул тиклем күп түгел, шуға күрә трактор алыуҙы ла кәрәкле тип тапмайым, - тине Бөй-ҙөлә йәшәүсе уҙаман.

Ҡыҙғаныс, хәҙер ауылдар элекке кеүек гөрләп тормай шул. Халыҡ ат егеп, арбаға тейәлеп, бесәнгә китер ине, хәҙер - тып-тын. Элек мал тотҡан быуын ҡартайып, күбеһе теге донъяға китеп бөттө, ә йәштәр эш яратып бармай. Ауылда йәшәһәләр ҙә мал аҫрамай, картуф сәс-мәй генә донъя көтәләр, сөнки магазинда бөтә бар - баралар ҙа һатып алалар: икмәген дә, һөтөн-майын да… Бесән мәле, өмәләр хаҡында һүҙ барыуы ла мөмкин түгел, хәҙер шәхси хужалыҡтарҙа, хатта, салғылар ҙа ҡалмаған. Мал аҫрағандар үҙҙәренә үҙҙәре бесән эшләп ала, күптәренең техникаһы бар. Элекке һымаҡ ҡул салғыһына ҡарап тормайҙар. Шулай инде, заман башҡа - заң башҡа.

Вилиә ЯНБАЕВА.


Читайте нас: