Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
22 Август 2018, 11:57

Мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар

Сираттағы эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Илсеғол ауыл биләмәһенә юл тотто. Был ауыл ултырағы районыбыҙҙың төньяғында урынлашҡан.

Сираттағы эш сәфәрендә район хакимиәте башлығы Илсеғол ауыл биләмәһенә юл тотто. Был ауыл ултырағы районыбыҙҙың төньяғында урынлашҡан.

Уға Илсеғол, Орловка, Му-лдаҡай, Мулдаш, Кәрим, Көсөк, Һөйөндөк, Һөләй-мән, Алтынташ һәм Үстинәү ауылдары ҡарай. Фәрит Фәтих улы иң тәүҙә Кәрим аулына туҡтап, мәҙәниәт йорто һәм фельдшер-аку-шер пункттарын ҡараны. Мә-ҙәниәт йорто директоры Гөлсәсәк Сиражетдинова әй-теүенсә, бина 1987 йылдан бирле ремонт күргәне юҡ - иҙәндәре сереп бөткән, һыуыҡ, электр селтәре лә бик хөрт. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә байрмдарҙы үткәрергә тырышалар, артистар килеп тора. Фәрит Фәтих улы бы-йыл йылытыу системаһын ре-монтларға вәғәҙә бирҙе.

2011 йылда асылған ФАП та бөгөн насар хәлдә. Ике айға яҡын уның ишектәре ауыл халҡы өсөн бикле тора. Бинала түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, электр уты ла насар, буран ваҡытында ел ҡыйыҡты алып осорған булған, мейес яғырлыҡ түгел, төтәй.

- Халыҡ ҡабул итеүгә килһә, төтөн еҫенә сыҙай алмайҙар, балаларҙы шуға йәлләп ке-ретмәйбеҙ, өйҙәренә ге-нә барып ҡарайбыҙ, - тип про-блемалары менән бүлеште фельдшер-акушер пункты мөдире Венера Мәжитова.

Өҫтәүенә, Венера Мөбә-рәк ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡан. ФАП-та башҡа эшләргә те-ләүселәр юҡ, йәштәр ауылға ҡайтып бармай. Әгәр ҙә яҡшы шарттар тыуҙырылһа, 38 йыл стажы булған фельдшер, мо-ғайын, ауылдаштарының һү-ҙен кире ҡаҡмайынса арта-бан да эшләр ине.

Артабанғы туҡталышыбыҙ - Илсеғол участка дауахана-һында. Дауахана заманса биҙәлмәһә лә, насар хәлдә түгел. Иң мөһиме - учрежде-ние халыҡ өсөн кәрәк, улар өсөн уңайлы шарттар ҙа бул-дырылырға тейеш. Һәр кем-дең Учалыға барып дауала-нырға хәленән килмәй. Уҙ-ған йыл иҙәнде, өлөшләтә тәҙрәләрҙе алмаштырғандар. Бина мейес менән йылыты-ла, йылытыу системаһын яй-ға һалыу кәрәк, сөнки һы-уыҡ. Әлеге мәлдә Илсеғол участка дауаханаһы 24 ауыл халҡының күҙ төбәп торған учреждениеһы. Бөгөнгө көндә ауыл дауаханаһын участканың баш табибы Ғәфүр Хәкимов етәкләй. Район хакимиәте башлығы, хәлебеҙҙән кил-гәнсә ярҙам ҡулы һуҙырбыҙ, тип ышандырҙы.

Мулдаҡай мәктәбе яңы уҡыу йылына ентекле әҙерләнгән - бинаның түбәһе капиталь ремонтланған, косметик тө-ҙөкләндерелгән. Мәктәп директоры Гүзәл Әбүбәки-рова бәйән итеүенсә, мәк-тәптә бөтә уңайлыҡтар бар - бәҙрәф эшләнгән, тәҙрә-ләр алмаштырылған. Хеҙмәт кабинетында ғына һыуыҡ, форсаты килеп сығыу менән йылытырға ниәтләйҙәр. Мә-ктәптә бөтәһе 130 бала белем ала. Коллективта 20 уҡытыусы эшләй, тик инглиз теле уҡы-тыусыһы ғына етешмәй.

Балалар баҡсаһында, мә-ҙәниәт йортонда ашығыс ваҡытта хәл итерлек киҫкен проблемалар юҡ. Баҡса йылы һәм яҡты, мәҙәниәт йорто халыҡтың яратып йөрөгән урындарының береһе.

Хакимиәт башлығы шулай уҡ Һөләймән ауылына ла туҡтап, ауыл халҡының йә-шәйеше, проблемалары менән яҡындан танышты.

Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас: