Ҡорбан байрамы - иң мөһим мо-солман байрамдарының береһе. Ул хаж тамамланыуын белдерә, Ҡорбан байрамы Зөлхизә айы-ның унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә.
Учалы ҡала һәм район мөх-тәсибе Дим Закиров бел-дереүенсә, быйыл ҡорбанға ике мәсеттә йөҙҙән ашыу һа-рыҡ салынған.
- Иншаллаһ, Ҡорбан бай-рамдары хәҙер шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Ҡайҙа ғына барма - рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, ата-бабаларҙың доғалары, изге теләктәре тормошҡа аша, хаҡ динебеҙ көсәйә, ул тормошҡа көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Быйыл да «Зәйнулла ишан» мәсетенә 300 йөҙләп кеше йыйылды. Бигерәк тә йәш-тәр балаларын етәкләп, са-быйҙарын күтәреп килеү-ҙәре бик ҡыуандыра. Байрам намаҙынан һуң ҡорбан са-лынып, һаулыҡтары ҡаҡ-шау сәбәпле, сараға килә алмаусыларға алдан әҙерлән-гән исемлек буйынса таратып бирелде, - тип һөйләй ул.
Быйылғы йылда районы-быҙға ҡорбанлыҡҡа башҡа төбәктәрҙән һарыҡтар кил-терелмәгән. Уларҙы һуйыр өсөн махсус урын әҙерләп, ветеринария нормалары ҡағиҙәләренә ярашлы, те-йешле документтары бул-ғандары ғына ҡабул ителгән.
«Нур» мәсетендә лә Ҡорбан ғәйете тантаналы рәүештә билдәләнде. Иман йортона халыҡ күпләп килгәйне. Мә-сеттең имам-хатибы Данил Сиражетдинов байрам на-маҙынан һуң Башҡортостан-дың Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғ-мәтуллиндың Ҡотлау хатын уҡыны, байрамдың тарихы, ҡорбан салыу тәртибе менән таныштырҙы, мосолмандарға кәрәкле ҡиммәттәр тураһы-нда вәғәздәр һөйләп үтте.
- Раббыбыҙ биргәненең ҡәҙерен белеп, булғанына шөкөр итеп, тейешлеһен үтәп, тыйғанынан тыйы-лып, ниәттәребеҙ изге, кү-ңелдәребеҙ таҙа, ғәмәлдәре-беҙ күркәм булып, динебеҙ сафлығын һаҡлап ҡалайыҡ! - тип, ихлас өндәне ул. Һуңы-нан байрамға килеүселәрҙе мәсет тышында әҙерләнгән өҫтәлдәргә ҡорбан ашы ашарға саҡырҙы. Тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр таратып бешкән былауҙы һәр кем ауыҙ итте.
Өс көн буйына дауам иткән байрам көндәрендә мосол-мандар Ҡорбан салып, туғ-андарын, ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәрҙең, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә, бүләктәр тарата.
«Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Алаһы Тәғә-ләгә изге ғәмәлдәр менән яҡ-ынайыуҙы аңлата. Ҡорбан салып, беҙ Раббыбыҙға яҡын-лығыбыҙҙы тағы бер иҫ-батлайбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә: «… Аллаһы Тәғәләгә күңелдәрегеҙҙәге имандарығыҙ, ихласлығығыҙ ирешә. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн салынған ҡорбан ҡанының беренсе та-мсыһы ергә төшкәнсе, Аллаһ шул кешенең гонаһтарын һис шикһеҙ ярлыҡар», - ти.
Алаһы Тәғәлә Ҡорбан ғә-йетен, был мөбәрәк көндө уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, сал-ған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен! Амин!