Яйыҡ
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Август 2018, 10:18

Шахтерҙар һәм ҡала байрамы

Уҙған шәмбе ҡалабыҙ үҙенең юбилейын, ә шахтерҙар һөнәри байрамын билдәләне.

Уҙған шәмбе ҡалабыҙ үҙенең юбилейын, ә шахтерҙар һөнәри байрамын билдәләне.

Сарала республика Баш-лығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты, эш сәфәре барышында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» програмамаһы сиктәрендә төҙөлгән балалар майҙансығын, ҡала уртаһын биҙәгән заманса төҫлө музыкаль фонтанды ҡараны, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ойошторған техникалар күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Ленин исемендәге майҙанда урынлаштырылған музыкаль фонтан халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Учалылар эштән һуң, буш ваҡыттарында музыка аҫтында һыу сәсрәтеп «уйнаған» фонтан эргәһенә килеп хәл алып ҡайта. Уны былтыр «Төҙөк-ләндереүгә биш аҙым» моно ҡалаларҙы үҫтереү федераль проекты сиктәрендә эшләп ҡуйҙылар. Капиталь ремонттан һуң үҙәк майҙан танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ям-ғыр һыуы канализацияһы ремонтланды, иҫке асфальт япмаһы алыштырылды, клу-мбалар ҡуйылды. Фонтан тирәләй төбәгебеҙҙә һәм күрше райондарҙа табылған тау тоҡомдары өлгөләре урын-лаштырылған. Улар араһында Сәфәр, Һөләймән, Абҙаҡ, Бөйҙә, Ташбулат, Орск, Буребай, Фәйзулла йәшмәләрен күрергә мөмкин.

Ҡоролманың тирә-яғына 146 лазер яҡтыртҡыстар ҡуй-ылған, фонтандан урғылған һыу музыка яйына бейей. Үҙәктән һиптергән һыуҙың бейеклеге 17 метрға етә, ҡалған 11-енең 2 метрҙан 12 метрға хәтлем.

- Учалыларға ғаиләләре менән ял итеү өсөн матур урын булдырыуҙары шәп, - тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тарафынан ой-ошторолған техникалар күр-гәҙмәһе лә мауыҡтырғыс булды. 45 тонна йөк күтәреүгә һәләтле Sandvik-TH545 ер аҫты, Sandvik-DD311 проходкалау һәм Sandvik-LH514 тейәү ҡоролмалары быйыл Яңы Учалы ятҡыылғында эшләү өсөн һатып алынған. Предприятиеның генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин экскурсия барышында машиналарҙың етештереү-сәнлеге һәм уңайлылығы тураһында һөйләне. Күргәҙ-мәнең иң мөһим экспонаты, моғайын, Яңы Учалы ру-днигынан ҡаҙылып, тейәү машинаһының сүмесенә һалып килтерелгән беренсе тонна мәғдән булғандыр.

Артабан республика башлы-ғы Тыныслыҡ урамының 22, 24, 26-сы һәм Киров урамының 5-се «А» йорттары ҡаршыһын-да урынлашҡан «Ҡала мөхите» федераль программаһы яр-ҙамында төҙөкләндерелгән майҙансыҡтарҙы ҡараны. Майҙансыҡтар заманса итеп йыһазландырылған. Спорт тренажерҙары, карусель, аты-лмаҡ, ауыр йөрөгән кеше-ләр өсөн платформа урын-лаштырылған. Былтыр «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» муниципаль программаһы сиктәрендә күп фатирлы биш йорттоң биләмәһен төҙөкләндергәйнеләр.

Рөстәм Зәки улы халыҡ менән аралашырға ла ваҡыт тапты. Йортта йәшәүселәрҙең майҙансыҡ тураһында феке-рҙәрен тыңланы, хатта тре-нажерҙарҙың береһендә үҙе-нең физик мөмкинлектәрен дә һынап ҡараны. Әйткәндәй, ҡорамалда күнекмәләрҙе Баш-лыҡ етеҙ эшләй.

Учалыларҙы про-граммала әүҙем ҡатна-шыуҙары өсөн маҡтаны һәм киләсәктә халыҡтың инициативаһы менән ҡалған йорттарҙың иха-таларында ла ошондай майҙансыҡтар ҡалҡып сығасағына шикләнмә-үен әйтте. Мәҫәлән, бы-йыл һигеҙ күп фатирлы йорттоң дүрт ихатаһы-нда ремонт бара .

- Учалы - яҡшы ҡала. Федераль ведомствола-рҙың береһенең етәксеһе ете-һигеҙ йыл элек һеҙгә килеп: «Үҙемде Европа ҡалаларының береһенә килеп эләккәндәй хис итәм - таҙалығы һәм тә-ртиплеге менән хайран итте», - тип, иҫе китеп һөйләгәйне.

Уның менән мин дә килешәм, Учалыла һәр ваҡыт таҙалыҡ, тәртип хөкөм һөрә, яңы объ-екттар сафҡа инә, ҡаланы төҙөкләндереү ышаныс-лы аҙымдар менән бара», - тине ул.


Хирургия корпусы төҙөләсәк


Рөстәм Зәки улы үҙәк ҡала дауаханаһында хиру-ргия корпусы төҙөләсәге тураһында ла белдерҙе. Республика Башлығы фәҡәт үҙе әйткәс, буш хә-бәр түгелдер, моғайын. Хирургия корпусы халыҡ өсөн бик кәрәк, иҫкеһе авария хәлендә, тишеккә ямау һалғандай күпме генә төҙөкләндерһәләр ҙә ҡойолоп тора.

- Ниһайәт, учалыларҙың күптән көтөлгән хыялы тормошҡа ашасаҡ. Би-наны төҙөргә проект бар, аҡса бүленгән. Йыл ярым-ике йылдан, йәғни 2020 йылдан да ҡалмайынса объект са-фҡа индереләсәк, тип ышанабыҙ. Әлеге ваҡытта мәсьәлә тулыһынса хәл ителгән, бина мотлаҡ төҙөләсәк, - тип ҡы-уандырҙы учалыларҙы Рөстәм Зәки улы. Шулай уҡ ҡала-район халҡының йәшәйешен яҡшыртыу, демографияны артты-рыу, яңы эш урындары булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыласағын әйтте.

Рөстәм Зәки улы ҡа-ланың 55 йыллығына һәм Шахтерҙар көнөнә арналған байрам сара-ларында ла ҡатнашты. Учалыларҙы байрам ме-нән ҡотларға БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары килде.

Байрамдың рәсми өлөшө «Таусы» стади-онында уҙҙы. Сараны ҡаланың ойошма-предп-риятиеларының хеҙмәт коллективтары парады асты. Бер-бер артлы таусыларҙан, төҙөүселә-рҙән, мәғариф, торлаҡ-коммуналь өлкәһе, үҙәк ҡала дауаханаһы, «Урал» профилакторийы хеҙ-мәткәрҙәренән, йә-мәғәт ойошмалары вә-килдәренән, уҡыусы-ларҙан, студенттарҙан торған егерменән ашыу колонна үтте. Коло-ннаның иң башында быйыл ҡала менән бер-гә 55 йәштәрен бил-дәләүсе йөҙҙән ашыу кеше барҙы. Уларҙың һәр береһенең иңендә «Учалының тиҫтерҙә-ре» тигән иҫтәлекле таҫ-ма тағылғайны.


«Бишле» менән

ҡаршылайҙар


- Учалыға һәр саҡ ҙур теләк менән киләм тип әйткем килә. Бына тигән, матур, бар йәһәттән дә күркәм ҡала. Халҡы, үҫеп килгән быуын ғо-рурландыра. Юбилей датаһындағы ике «5»-ле учалыларҙың эшенә һәм йәшәү сифатына ҡуйылған баһа ул. Ҡала үҫә, матурая, сәнәғәт комплексы йәйелә. Уча-лы предприятиелары ышаныслы эшләй һәм һәйбәт һөҙөмтәләр күр-һәтә. Төбәктең флаг-маны булған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм ҡалған предпри-ятие-ойошмаларҙың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Республика артабан да һәр яҡлап ҡала-районға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамаясаҡ һәм, әлбиттә, халыҡ өсөн кәрәкле объекттарҙың береһе - хирургия ко-рпусының быйыл тө-ҙөлә башлаясағын бе-лдерәм, - тип белдерҙе республика Башлығы яҡташтарыбыҙҙы бай-рам менән ҡотлап.


Эштәре юғары

баһаланды


Производство алдын-ғыларына юғары дәүләт наградалары - БР Почет грамоталары тапшы-рылды. Комбинаттың бер төркөм эшселәре «БР атҡаҙанған шахтеры» исеменә лайыҡ булдылар.

Тау-байыҡтырыу ком-бинаты хеҙмәткәрҙәре Азамат Исхаҡов, Урал Лоҡманов, Александр Семенов, Рәфис Хәлилов БР Почет грамоталары менән бүләкләнделәр. «БР-ҙың атҡаҙанған шах-теры» тигән маҡтаулы исем Василий Голови-нға, Илгиз Сафуановҡа, Кәрим Фәйзуллинға би-релде. Афариндар!

Яҡташтарын район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев та тәбрикләне. Ҡаланың үҫешенә тос өлөш индер-гән ойошма, предпри-ятие коллективтарына, тәүтөҙөүсе ветерандарға, айырыуса тау-байыҡ-тырыу комбинаты кол-лективына, бөтә быуын шахтерҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Учалы тау-байыҡтыр-ыу комбинатының гене-раль директоры Зәкәр-иә Ғибәҙуллин да пред-приятие коллективына, учалыларға йылы һүҙҙә-рен йәлләмәне. Ҡаланың юбилей йылы улар өсөн дә һөйөнөслө, комбинат, ниһайәт, Яңы Учалы ятҡылығын үҙләштерә башланы. Йыл аҙағына тиклем тәүге йөҙ мең тонна мәғдән сығарырға ниәтләүҙәрен әйтте.

Комбинаттың иң яҡ-шы хеҙмәткәрҙәренә РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почет грамотаһы, «Урал тау-металлургияһы компа-нияһы алдындағы ҡаҙа-ныштары өсөн» бил-дәләре тапшырылды.

Тантана байрам кон-церты менән дауам итте. Магнитогорск ҡунаҡ-тары «Иван да Марья» фолк-модерн төркөмө, филармония артиста-ры, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сағыу сы-ғыштарын бүләк итте.


Байрам ҡунағы - Юлъяҡшин!


Мәҙәниәт һәм ял пар-кы майҙанында бихи-сап спорт һәм ижади саралар ойошторолдо. Көрәш, уҡтан атыу, мини-фут-бол буйынса ярыш, күр-гәҙмә, экспозициялар һәм башҡаһы. Халыҡ конкурс-бәйгеләрҙә ҙур теләк менән ҡатнашты.

Байрам кискеһен Дан стелаһы эргәһендә дауам итте. Сәхнәлә ижади коллективтар сығыш яһаны, хор һәм бейеү батлдары ойошторолдо, иң-иңдәр билдәләнде. Һуңынан учалыларҙы Башҡортостан Респуб-ликаһының атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡ-шин сәләмләне.Тама-шасыларға ул иң популяр йырҙарын бүләк итте - йырлатты, бейетте.

Юбилей саралары күк йөҙөн төрлө төҫтәргә биҙәгән сағыу салют менән тамамланды.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: