Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Сентябрь 2018, 12:37

Алдыбыҙҙа мөһим эштәр тора

Август - уҡытыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә, хатта уҡыусылар өсөн дә иң ҡыҙыу мәлдәрҙең береһе.

Август - уҡытыусылар өсөн дә, ата-әсәләр өсөн дә, хатта уҡыусылар өсөн дә иң ҡыҙыу мәлдәрҙең береһе.

Нәҡ ошо айҙа үткән йылға йомғаҡ яһала, ҡаҙаныштар баһалана, етешһеҙлектәргә байҡау эшләнә, алдағы яңы уҡыу йылында хәл ителәсәк мәсьәләләр ҡарала, пландар ҡабул ителә, маҡсаттар аныҡ-лап билдәләнә.

Учалы филармонияһында мәғариф хеҙмәткәрҙәре-нең август кәңәшмәһе үтте. Яңы уҡыу йылына арнал-ған конференцияла район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай де-путаттары Эльвира Айытҡо-лова һәм Зәкәриә Ғибәҙуллин, республика мәғариф минист-ры урынбаҫары Гүзәл Әхмәт-шина ҡатнаштылар. Сығыш яһаусылар район мәғарифына ҡағылышлы проблемаларға, уларҙы хәл итеү юлдарына ентекләп туҡталды.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡо-ролтайҙың мәғариф, мә-ҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙенең сығышында белем биреүҙе үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен, ысулдарын барланы. Белем биреү процесында компьютер технологияларын актив ҡул-ланырға саҡырҙы.

Электрон белем биреүҙе үҫтереү сиктәрендә, респуб-лика етәкселеге 2019 йылға төбәктең бөтә мәғариф ойо-шмаларын интернет сел-тәре менән тәьмин итергә тигән маҡсат ҡуйҙы. Учалы районында был эш «Баш-информсвязь» йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көнгә бө-тә ауыл һәм ҡала мәктәптәре интернет селтәренә тоташ-ҡан, бының өсөн район бю-джетынан аҡса бүленгән. Уҡытыусылар дәрестәрҙә кү-берәк интерактив таҡтаны ҡулланырға тейеш тигән тәҡ-дим айырым һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, районда шулай уҡ ата-әсәләр берләшмәһе ойоштороу уңышлы атҡары-ла. Ошо юҫыҡта мөһим бер аҙым булып 22 август көнө үткәрелгән Ата-әсәләр фо-румы торҙо. Унда балалар хоҡуҡтарын яҡлау, ғаиләлә баланы тәрбиәләү буйынса төрлө аспекттар, интернет селтәрендә балаларҙың хәүе-фһеҙлеге кеүек мәсьәләләр яҡшылап ҡаралды.

Мәғариф министры урын-баҫары Гүзәл Әхмәтшина Учалы районында белем биреүҙең сифатын уртаса республика күрһәткестәре менән сағыштырҙы. Шулай уҡ ул мәғариф өлкәһендә тор-мошҡа ашырылып килгән «Киләсәккә билет», «Заман ата-әсәләре», «Йәш профес-сионалдар» кеүек федераль программалар тураһында бә-йән итте, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы уларҙа ак-тив ҡатнашырға саҡырҙы. Министр урынбаҫары район мәктәптәренең Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һәм Учалы тау сәнәғәте коллед-жы менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарының да ыңғай икә-нлеген билдәләне.

Ҡала-райондың мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова үткән уҡыу йылына ентекләп анализ һәм йомғаҡ яһаны.

Район мәктәптәренең уҡыу программаһына «Робототехника һәм программалау нигеҙҙәре», «Компьютер графикаһы», «Шахмат грамоталылығы» кеүек яңы программалар һәм шулай уҡ «Минең буласаҡ һөнәрем», «Һөнәрҙәр иле» белем биреү модулдәре индерелгән. Бөтә мәктәптәрҙә лә «Ғаилә не-скәлектәренә төшөндөрөү» курстары булдырылған. «Робототехника» фәне 1-се Баш-ҡорт лицейында, 3-сө һәм 5-се мәктәптәрҙә практикалана. Беренсе еңеүҙәр бар ҙа инде - 3-сө лицей командаһы «Робофест-Башҡортостан» фестивалендә еңеү яулап, «Робофест-2018» Бөтә Рәсәй фе-стиваленең республика йыйы-лма командаһы исемлегенә инде. «Инженериада УТМК» федераль конкурсының финалына 3-сө мәктәп һәм 1-се Башҡорт лицейы командалары сыҡты.

Башҡортостан Республика-һының Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең генераль директоры Зәкәриә Ғибә-ҙуллин мәғариф өлкәһенә тау-байыҡтырыу комбина-тының күрһәткән ярҙамы тураһында бәйән итте. Шул иҫәптән, белем биреү усаҡ-тарына ремонт, В. Терешкова исемендәге һауыҡтырыу лагеры базаһында балаларҙың йәйге ялы, уҡыусыларҙың спорт һәм ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам, район мәк-тәптәрендә инженер кластары үҫеше һ.б. Быйылғы йылда комбинат Ижад һарайы базаһында технопарк төҙөү өсөн 3,2 млн һум йүнәлтәсәк, шулай уҡ Учалы тау сәнәғәте колледжын, Ураҙ һәм Яңы Байрамғол мәктәптәрен тө-ҙөкләндереүгә аҡса бүләсәк.

Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев белем биреүҙең сифатын күтәреү-ҙе талап иткән мәсьәләләрҙе атап үтте. Үҙенең сығышында район тарафынан мәғариф өлкәһенә тейешле кимәлдә иғтибар, шулай уҡ даими матди ярҙам күрһәтелеп то-роуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Мәктәптәрҙе төҙөк-ләндереү, уҡытыусы һөнә-ренең абруйын арттырыу, уларға социаль ярҙам күрһәтеү һәм башҡа йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарға туҡтал-ды, уҡытыусыларға ата-әсә-ләр, балалар менән тығыҙ бәйләнештә булырға кә-рәклеген билдәләне, етеш-һеҙлектәрҙе, кәмселектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә ныҡлы эш-ләргә кәңәш итте.

- Һуңғы биш йыл эсендә 19 балалар баҡсаһы һәм 23 мәктәпте төҙөкләндерҙек. Ағымдағы йылда ун мәктәптә һәм һигеҙ балалар баҡсаһын-да ремонт эштәре уҙҙы. Ошо рәүешле беҙ йыл һайын ба-лаларыбыҙҙың хәүефһеҙ-леге һәм уңайлығы өсөн бөтә шарттар булдырабыҙ, - тине хакимиәт башлығы.

Шулай уҡ төп проблема-ларҙың береһе - районда йәш белгестәр етешмәүе.

- Бөгөн күпселек тармаҡ-тар йәш белгестәргә ҡытлыҡ кисерә. Уҡыу йорттарын та-мамлаған 10-15 процент ҡына белгестәр районға кире ҡай-та, - тине башлыҡ.

- Йәш уҡытыусыларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Мәҫәлән, торлаҡ программаһы сиктәрендә һуңғы өс йылда ауылда эш-ләгән алты йәш уҡытыусы сертификатлы булды.

Август кәңәшмәһенең матур йолаһына әйләнгән һөнәр оҫталарын тәбрикләү ҙә күтәренке рухта үтте. Оҙаҡ йылдар балаларға белем би-ргән, күркәм ғүмер байрам-дарын билдәләгән мәғариф ветерандары ла, белем уса-ғында яңы эш башлаған йәш белгестәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Район хакимиәте башлығы ололарға рәхмәт һү-ҙҙәрен еткерһә, йәш белгес-тәргә уҡытыусы исеменә тап төшөрмәй, ветеран уҡытыу-сыларҙың бай тормош һәм эш тәжрибәһен ҡулланып, йәштәрҙе лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләүҙәрен теләне.

Район мәктәптәренең уҡыу программаһына “Робот-отехника һәм программалау нигеҙҙәре”, “Компьютер графикаһы”, “Шахмат грамоталылығы” кеүек яңы программалар һәм шулай уҡ “Минең буласаҡ профессиям”, “Профессиялар иле” белем биреү модулдәре индерелгән. Бөтә мәктәптәрҙә лә “Ғаилә нескәлектәренә төшөндөрөү” курстары булдырылған. “Робототехника” фәне 1-се Башҡорт лицейында, 3-сө һәм 5-се мәктәптәрҙә практикалана. Беренсе еңеүҙәр бар ҙа инде - 3-сө лицей командаһы “Робофест-Башҡортостан” фестивалендә еңеү яулап “Робофест-2018” Бөтә Рәсәй фестиваленең республика йыйылма командаһы исемлегенә инде. “Инженериада УГМК” федераль конкурсының финалына 3-сө мәктәп һәм 1-се Башҡорт лицейы командалары сыҡты.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Учалы тау байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибаҙуллин мәғариф өлкәһенә тау байыҡтырыу комбинатының күрһәткән ярҙамы тураһында бәйән итте. Шул иҫәптән, белем биреү усаҡтарына ремонт, В. Терешкова исемендәге һауыҡтырыу лагеры базаһында балаларҙың йәйге ялы, уҡыусыларҙың спорт һәм ижади һәләттәрен үҫтереүҙә ярҙам, район мәктәптәрендә инженер кластары үҫеше һ.б. Быйылғы йылда комбинат Ижад һарайы базаһында технопарк төҙөү өсөн 3,2 млн һум йүнәлтәсәк, шулай уҡ Учалы тау сәнәғәте колледжын, Ураҙ һәм Яңы Байрамғол мәктәптәрен төҙөкләндереүгә аҡса бүләсәк.
Читайте нас: