Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Сентябрь 2018, 13:20

Яҡшы машинистар ҡайҙа? Беҙҙә!

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Учалы ер аҫты руднигында «Иң яҡшы йөк тейәү-ташыу машинисы» но-минацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» оҫталыҡ конкурсы үтте.

Учалы тау-байыҡтырыу ком-бинатының Учалы ер аҫты руднигында «Иң яҡшы йөк тейәү-ташыу машинисы» но-минацияһында «Һөнәре бу-йынса иң яҡшыһы» оҫталыҡ конкурсы үтте.

Бәйгелә «Үҙйылға», шахта төҙөү идаралығы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы һәм Учалы ер аҫты руднигының иң тәжрибәле һигеҙ машинисы көс һынашты.

Ярыш ике этапта үтте. Бе-ренсеһендә теоретик бе-лемдәре тикшерелде. Тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Артабан практик өлөшкә күстеләр, бында инде ҡат-нашыусыларға «үҙеңде ҡот-ҡарыу» ҡорамалы менән эш итергә кәрәк ине. Йәғни норматив буйынса ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында шахтер ҡотҡарыу банкаһын 15 секунд эсендә асып, үҙен кислород менән тәьмин итеп өлгөрөргә тейеш икән.

- Әлбиттә, хаталар булды, әммә «ғүмерҙәренә зыян килтермәйенсә» заданиеһын барыһы ла үтәп сыҡты, - тип билдәләне Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Ха-рис улы Әхмәтйәнов.

Бәйгенең иң мауыҡтырғыс өлөшө тышта үтте. Бында уларға бер нисә эш бирелде. Таусылар CAT-та тәүҙә бас-кетбол майҙанына сыҡты. Машинаның ҙур һоҫҡоһо менән туп уйнатырға, һу-ңынан дүрт автошинаны «ҡоймаҡ» рәүешендә бер-береһенең өҫтөнә һалырға, шырпы ҡабын машинаның һоҫҡоһо менән ябырға һәм ҡаҙылманы йөккә тейәргә тейештәр ине.

Бында етеҙ эшләүҙән тыш, тағы ла талаптарҙы үтәү мотлаҡ булды. Шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙмауға ла ҙур иғтибар би-релде. Яҡындарының яр-ышҡанын ҡарарға «көйәр-мәндәр»ҙә килгән. Алмас Ғабдрахмановтың ҡыҙы За-рина тормош иптәше һәм балалары менән күренә. Алмас ағай майҙансыҡҡа икенсе булып сыҡты. Бәләкәстәр олаталарының һәр сығышын дәртләндереп, ҡеүәтләп торҙолар.

Уйлап ҡарағыҙсы, баскетбол сеткаһына былай ҙа тупты саҡ индерәләр, ә ҙур һоҫҡо менән нисек туп бәрергә була һуң?

Тәжрибәле машинистарға иһә «көнбағыш сиртеү» ме-нән бер икән. Алмас ағай икенсе булып һынау тотто. Баскетбол тубын оҫта ғына сеткаға индерҙе. Шиналарҙы ла етеҙ генә теҙә башлағайны, көтмәгәндә, иң өҫтә ятҡаны шыуҙы ла төштө. Барыбыҙ ҙа «ах» иттек. Салауат Хәйбуллин иһә барлыҡ һынауҙарҙы ла үтәне, һис бер яңылышып та ҡуйманы. Афарин!

Шулай итеп, һынауҙар үт-елде. Һөнәре буйынса иң яҡшыларҙы билдәләргә ва-ҡыт етте.

Һөҙөмтәләр буйынса бар-лыҡ заданиеларҙы ла «Үҙ-йылға» руднигының йөк тейәү-ташыу машинисы Салауат Хәйбуллин теүәл үтәп сыҡҡан. Егеткә лайыҡ-лы рәүештә беренсе урын һәм «Иң яҡшы йөк тейәү-ташыу машинисы» исеме бирелде. Йөҙ мең һум аҡсалата бүләк алды. Икенсе урында Учалы ер аҫты руднигы машинисы Алмас Ғабдрахманов, ул илле мең һум аҡса менән бүләкләнде. Өсөнсө урынға «Үҙйылға» руднигынан Ва-лерий Ожогин сыҡты, ул утыҙ мең һумлыҡ премия ме-нән дәртләндерелде.

Әлиә ДАУЫТОВА.





Читайте нас: