Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Сентябрь 2018, 12:21

Өфөлә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы

Өфөлә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул тауыш биреү өсөн һайлау участкалары менән бер үк ваҡытта асылды һәм 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 6-ға тиклем эшләй. Бында киң мәғлүмәт саралары һайлауҙар барышы тураһында оператив мәғлүмәт ала. Медиаүҙәкте ойоштороусы – республиканың Йәмәғәт палатаһы.

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.


Өфөлә «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй башланы. Ул тауыш биреү өсөн һайлау участкалары менән бер үк ваҡытта асылды һәм 10 сентябрҙә иртәнге сәғәт 6-ға тиклем эшләй. Бында киң мәғлүмәт саралары һайлауҙар барышы тураһында оператив мәғлүмәт ала. Медиаүҙәкте ойоштороусы – республиканың Йәмәғәт палатаһы.


Көн дауамында партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар үтә. Улар һайлауға күпме кешенең килеүе, инвалидтарҙы, барырға юлы ҡыйын булған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙе, тәфтиш изоляторында булғандарҙы, аэропортта һәм тимер юл вокзалында үтеп барыусы пассажирҙарҙы, дауахана пациенттарын, шифаханаларҙа ял итеүселәрҙе тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт бирә.


Республикала күпме кеше тауыш бирергә килгән һәм тауыш биреү барышы хаҡында мәғлүмәтте тура трансляция режимында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан бирәләр. Медиаүҙәктә политологтар эшләй, улар тауыш биреү барышына комментарий бирә.




Читайте нас в