Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Сентябрь 2018, 11:45

Киләсәгебеҙ өсөн тауыш бирҙек беҙ

Ауыл халҡы һайлауҙарҙа һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Был көн улар өсөн байрамға әйләнә. Иртә таңдан сын-яһау кейенгән ололар, балаларын етәкләгән ғаиләләр, йәше-ҡарты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға.

Ауыл халҡы һайлауҙарҙа һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Был көн улар өсөн байрамға әйләнә. Иртә таңдан сын-яһау кейенгән ололар, балаларын етәкләгән ғаиләләр, йәше-ҡарты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға.

Был юлы ла БР Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙы мөһим бурыстары итеп ҡаранылар.

Сараның ауылдарҙа ниндәй ойошҡанлыҡ менән барыуын белеү маҡсатында иртә таңдан Уральск яғына юл тоттоҡ. 3124-се һайлау участкаһы Уральск ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Сәғәт һигеҙ тула ун биш минуттан. Участка 8.00 сәғәттә генә асыласаҡ, шуға ла комиссия ағзалары эргәһенә үтергә әлегә бер нисек тә ярамай.

Ишек төбөндә полиция хеҙмәткәре һаҡта тора. Ул бюллетендәр участкаға килтерелгән көндән алып бында. Ҡулында махсус металл эҙләү ҡорамалы, ошо рәүешле, халыҡтың хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Кешелә берәй тимер әйбер булһа, шундуҡ сигнал бирә башлаясаҡ. Полиция хеҙмәткәре тикшергәндән һуң ғына учаскаға индерәсәк. Металл эҙләү ҡорамалдары менән район хакимиәте тәьмин иткән, ҡала һайлау участкаларында иһә улар ишек рәүешендә эшләп ҡуйылған икән. Шәп нәмә. Аккредитация үтеү тураһындағы документыбыҙҙы күрһәтеп, тикшереү үткәндән һуң ғына һайлау участкаһына индерҙеләр. Комис-сия ағзалары тулы «хәрби әҙерлектә». Комиссия рәйесе Марина Кәримова әйтеүенсә, бөгөн бында Уральск һәм Октябрьск ауылдарынан 1701 кеше тауыш бирергә тейеш. 17 кеше тәүгә һайлай, ә 100-ҙән ашыу кешегә, һаулыҡтарына бәйле, өйҙәренә барасаҡтар. Улар араһында 94 йәшлек Мөслимә Исхаҡова ла бар.

Сәғәт 8.00, Марина Дамир ҡыҙы һайлау участкаһы асыҡ, тип иғлан итте. Ул арала ишектән кешеләр ҙә күренә башланы. Иң беренселәрҙән булып Юлай Сә-лимов тауыш бирҙе. Юлай ағай ирекле янғын һүндереү командаһында эшләй, эшкә барышлай һайлау учаскаһына килгән. Уның артынса тормош иптәше Мәрйәм Сәлимова урнаға бюллетенен төшөрҙө.

Уральск ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Әхмәҙиев та саранан ситтә ҡалмаған.

- Биләмәлә ике участка эшләй, бында һәм Иҫтамғолда. Баҙарғолдар һәм ишкендәр Иҫтамғолға һайларға бара. Үҙем әле генә шунан тауыш биреп килдем. Бесән, картуф мәле, әлбиттә, шуға ҡарамаҫтан, халыҡ килер тип ышанабыҙ. Бөгөн беҙ-ҙә спорт саралары ла үтәсәк. Стадионда, мәҙәниәт йортоноң спорт залында уҡыусылар, студенттар, ауыл халҡы ҡатнашлығында мини-футбол, ауыр атлетика буйынса ярыштар ойоштороласаҡ, - тип бәйән итте хакимиәт башлығы.

Артабан Яңы Байрамғол ауылына юлланабыҙ. 3113-сө һайлау участкаһы мәктәптә урынлашҡан. Һөйәрғол, Муса, Ҡәйепҡол, Яңы Байрамғол ауылдарынан 607 һайлаусы теркәлгән. Сәғәт иртәнге туғыҙынсы ярты, әлегә халыҡтың биш проценты ғына, йәғни егермеләп кеше тауыш биргән ине.

Алдағы һайлауҙарҙа күрше ауылдарҙан кешеләрҙе килтереү өсөн транспорт бүлгән булғандар, был юлы иһә юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, комиссия рәйесе Фәйез Бәҙретдинов әйтеүенсә, проблема хәл ителгән, машина мотлаҡ буласаҡ тине.

Күҙәтеүселәрҙән коммунистар партияһынан ғына вәкил бар. «Берҙәм Рәсәй»ҙән дә буласаҡтар тинеләр.

- Һайлау һүлпәнерәк бара, халыҡ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен бөтөрөп, яйлап килә торған, - тине КПРФ партияһы күҙәтеүсеһе Мәғәфүр Лоҡманов. Мәғәфүр ағайҙан сираттағы һайлауҙарҙан нимә көтөүен һорашам.

- Тормош менән быға тиклем ҡәнәғәт инем, пенсия йәшен арттырыуҙары ғына күңелде китте. Киләһе йыл хаҡлы ялға сығам, тип ҡыуанып йөрөһәм. Ҡырҡ ике йыл стажым бар. Ауыл халҡының бер йыуанысы, ҡыуанысы ошо пенсия бит. Эше булһа, йырлап эшләр инек, аптырарлыҡ хәл, - тип борсолоуын белдерҙе ул. Шулай шул, ҡалала йәшәүселәргә ҡайҙа барһалар ҙа эш бар, ә ябай крәҫтиәнгә нимә эшләргә? Йөрөп эшләргә алыҫ, 65 йәшкә тиклем мал-тыуар аҫрап ҡына йәшәп тә булмай. Әле күптәр 55-60-ҡа ла кермәй үлеп китәләр, алда нимә көтә, билдәһеҙ. Тормош яҡшырамы тиһәң, киреһенсә, артҡа табан этәреләбеҙ, шикелле.

Муса ауылынан Фәниә Лоҡманова һайлауға тотош ғаиләһе менән килгән - ҡыҙы Гөлназ, килене Ләйсән, ейәне Айбулат менән.

- Бер һайлауҙан да ҡалмайбыҙ, киләсәгебеҙ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа. Хәҙерге тормош менән ҡәнәғәтбеҙ. Тырышҡан кеше йәшәй, барыһы ла кешенең үҙенән тора. Мәҫәлән, беҙҙең Муса ауылында уңған, шәп кешеләр йәшәй. Эш юҡ тип илап ултырмайҙар, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, һөтөн-ҡаймағын һатып аҡса эшләйҙәр, үҙҙәре лә, йорттары ла матур. Эскән кеше юҡ, хатта ситтән «төшөрөргә» яратҡан берәйһе күсеп килһә, оҙаҡҡа тотҡарланмайҙар, кире китә-ләр. Ауылыбыҙ ундайҙарҙы яратмай, ҡабул итмәй, - тип бәйән итте Фәниә апай.

Әхирәттәр Роза Иҙелбаева менән Рәилә Әхмәтйәнованы урамда тап иттек. Ололар сын-яһау кейенеп иртә таңдан һайлауға ашығалар ине.

- Һайлауҙарҙы көтөп алабыҙ, беҙҙең өсөн ҙур байрам ул. Икебеҙ ҙә һикһән йәшебеҙҙе ваҡлайбыҙ. Бөгөн шылты-ратып: «Өйҙә генә ултырығыҙ, барып һайла-тасаҡбыҙ», - тигәндәр ине, кире ҡаҡтыҡ. Үҙ аяғыбыҙ менән барып һайлайбыҙ, күңелебеҙ асылып, кеше күреп ҡайтырбыҙ, - ти улар. Әхирәттәр, һайлауҙан һуң һәр ваҡыттағыса бер-берҙәренә сәйгә барасаҡ, самауырҙары шыжлай, ҡоймаҡтары ла ҡойолған икән.

- Һайлауҙан һуң ҡоймаҡлап сәй эсеү беҙҙең күптән традицияға әйләнгән. Бер-беребеҙҙе «оҙаҡ күрмәгәс» һөйләшеп хәбәр бөтмәй. Йәшәйешебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, ожмахта йәшәйбеҙ, тип әйтһәң дә була. Пенсиябыҙ, шөкөр, етә. Балаларҙың ғүмерен, һаулығын бирһен Хоҙай, күк йөҙө тыныс булһын, - тип теләйҙәр ағинәйҙәр.

3122-се һайлау участкаһы Ураҙ ауылының мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Урамда күңелле музыка тауышы яңғырай. Ауыл халҡы һәр ваҡыттағыса әүҙем, айырыуса беренселәрҙән булып һайлаусылар араһында өлкәндәр күп. Ғөмүмән, Ураҙ ауылында һайлауҙарға актив йөрөйҙәр, тип билдәләне комиссия рәйесе Хәтип Шәғәлин. Хәтип Яҡуп улы һайлау комиссияһында 1998 йылдан бирле эшләй.

Мәҫәлән, Президент һайлауҙарында халыҡтың һикһән биш проценты ҡатнашҡан, был юлы ла ошо сама булыр, тип көтәләр.

Ураҙ ауылынан Әлиә Сәғәҙәтова һайлауға ҡурсаҡтай өс ҡыҙы Лилиана, Азалия, Айгүзәл менән килгән. - Йәшәйешебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, тип әйтергә була, шулай ҙа күп балалы ғаиләләргә ташламалар, аҡсалата ярҙамдар күберәк күрһәтелһә ине. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, нимә тиһәң дә магазиндарҙа ҡиммәтселек. Өс баланы мәктәпкә әҙерләү, уларҙы тәрбиәләүгә сығымдар күп кәрәк. Шуға ла депутаттарыбыҙ беҙҙең турала ҡайғыртырға онотмаһындар ине. Юғиһә, аҙ түләнгән балалар пособиеһына ғына нисек йәшәмәк кәрәк? - ти ханым.

Ҡунаҡбай ауылында ла һайлауҙың ҡыҙған мәле. Илнур Шакиров үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр тауыш бирә икән. Егет Магнитогорск дәүләт техник универ-ситетында белем ала. Таусы буласаҡ, комбинатҡа эшкә ҡайтырға ниәтләй.

- Минең өсөн тулҡынландырғыс та, ҡыуаныслы ла мәл, - ти ул.

Йәш һайлаусыны ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шәймәрҙәнова ҡотлап, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.

Әйткәндәй, был участкалаҠунаҡбай, Илтабан, Күбәк ауылдарынан 1195 һайлаусы теркәлгән. Күбәк ауылында ун кеше йәшәй, уларҙы барып һайлатасаҡтар икән. Ғөмүмән, һайлауҙар тыныс үтте.

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: