Сентябрҙә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан файҙаланып, районыбыҙҙа «мәңгелек урман» һағында тороусыларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Урман өлкәһендәге структур үҙгәрештәр артынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай, әллә нисәүгә төрлөләндереп бөттөләр. Алда тағы ла үҙгәрештәр буласаҡ, тип көтөлә. Белеүебеҙсә, 2016 йылда «Учалы лесничествоһы» ҡаҙна учреждениеһының вәкәләттәренең һәм штаттарының бер өлөшө күсерелде. Бөгөнгө көндә төбәгебеҙҙә Урман хужалығы министрлығына ҡараған дүрт структур подразделение эш итә. «Урмансылыҡтар менән идара итеү» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Учалы урмансылығы буйынса бүлегенә башлыса урман хужалығын алып барыу, арендаға биреү, аукциондар үкәреү, контроль һәм над-зор эштәре йөкмәтелгән, штаттарында ун кеше, етәкселәре - Ришат Игликов. «Учалы урман хужалығы» дәүләт автоном учреждениеһы урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү менән шөғөлләнә. Коллективта утыҙ биш кеше, директорҙары Айбулат Алик улы Байғарин.
Бынан тыш, «Учалы лесничествоһы»нда БР «Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү буйынса үҙәк»тең бүлексәһе лә эшләй. Штатта бер водитель һәм тракторсы. Белорет район-ара территориаль бүлегендә бер инспектор һанала, улар урман эшмәкәрлеген күҙәтеү һәм тикшереү менән шөғөлләнәләр икән.
Бер кемгә лә сер түгел, хәҙерге заманда халыҡҡа ағас алыу ҙур проблемаға әйләнде. Күптән түгел Интернет селтәрендә, бынан кире кешеләр бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ күпләп ағас аласаҡ, тигән хәбәр таралғайны. Уңайы менән файҙаланып, Ришат Рәфғәт улынан ошо турала тулыраҡ белешергә булдыҡ.
- Был турала бөтөнләй хәбәрҙар түгелбеҙ. Киреһенсә, һуңғы йылдарҙа халыҡҡа ағас биреү ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша. Мәҫәлән, әлеге көндә урмандарҙың 229 мең кубометры ағас киҫеүгә бүленгән. Уның 24 мең кубометрын ылыҫлы ағастар тәшкил итә. Уның да иң күп өлөшө ҡуртымға бирелгән.
Иң ҙур арендатор - Өфө фанера комбинаты, уның артынса «Нива», «Ураллестрой» яуаплылыҡтары сикләнгән йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуар Сәйетгәрәев һ.б. ағас эше менән була. Иң ҙур арендатор Өфө фанера комбинаты, уларға 161 мең кубометр урман тура килә, 20 мең кубометры - ылыҫлы ағастар. Компания нигеҙҙә ылыҫлы урманды ғына сығара, ә ҡайын һәм уҫаҡ кеүек япраҡлы ағастар тейешле күләмдә ҡырҡылып бөтмәй, илле процентҡа ла етмәй, - тип бәйән итте Ришат Рәфғәт улы Игликов.
Ҡуртымсылар иҡтисади яҡтан урмандың файҙаһын күреүҙән тыш, уны тергеҙеү, һаҡлауға бәйле бурыстарҙы ла башҡарырға тейеш. Был йәһәттән әлегә барыһы ла йөкмәтелгәнде теүәл үтәйҙәр, бурыстарына яуаплы ҡарайҙар икән.
Бер арендатор менән, бурысын үтәмәгәне өсөн, килешеүҙе өҙөргә тура килгән икән.
Шулай итеп ҡуртымға 22500 кубометр ылыҫлы ағас бирелгән, ә ҡалған 1500 кубометры ҡайҙа?
Баҡтиһәң, «Домокомплект» программаһы буйынса йорт төҙөүселәрҙе, янғында зыян күреүселәрҙе тәү сиратта ағас менән тәьмин итергә бурыслылар. Мәҫәлән, һигеҙ йөҙҙән ашыу кубометры «Домокомплект» торлаҡ төҙөү программаһы буйынса резервҡа ҡалдырылған, янғындан зыян күреүселәр ҙә тәү сиратта ағаслата ярҙам алырға хоҡуҡлылар. Шулай итеп урмандың күпләп ҡуртымға бирелеүе сәбәпле, халыҡтың мохтажлығын ҡәнәғәтләндерерлек ылыҫлы ағас ҡалмай ҙа тиерлек.
Төҙөлөш өсөн ағас һорап ғариза яҙыусылар бик күп. 2011 йылдан бирле меңдән ашыу кеше сиратта тора. Ниндәй генә төҙөлөш материалдары уйлап сығарылһа ла, беҙҙең халыҡ өсөн иң яҡыны - ағас. Ҡарағай йорттар иң яҡшыһы, экологик яҡтан да һаулыҡҡа зыянһыҙ, тип һанала. Бигерәк тә ауылдарҙа ағасһыҙ төҙөлөш алып барыуҙы күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Әгәр ағасты үҙең сығарып эш итһәң, арзанға ла төшә, етмәһә.
Әммә, сират бер нисек тә алға бармай. Һәр кеше ғүмерендә бер тапҡыр йорт төҙөргә ағас алырға хоҡуғы бар икәнен беләбеҙ. Бының өсөн сиратҡа яҙылырға һәм үрҙә телгә алынған мең кеше артынса сабыр ғына сиратыңды көтөргә кәрәк. Бәлки 20-30 йылдан, хаҡлы ялға сыҡҡас, ағаслы булырһың... Бер беҙҙә генә түгел, тотош республика буйынса ошондай ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Белорет менән Бөрйән райондарында ғына хәл бер аҙ яҡшы икән. Уларҙа, ни тиһәң дә, ылыҫлы урман күп шул. Төҙөлөш өсөн ҡайын ағасын алырға була, ғариза ғына яҙырға кәрәк. Күптәр шулай эшләй.
Закон буйынса үҙ белдегең менән теләгән урындан ағас ҡырҡыу тыйыла. Йәғни утын әҙерләйем тиһәң, ҡулыңда урман хужалығынан рөхсәт - ағасты һатып алыу тураһындағы килешеү (договор) булырға тейеш. Шул уҡ талап кәбән аҫтына һалына торған ағасҡа ла ҡағыла. Һөйрәткене кеше законлы нигеҙҙә үҙе алған диләнкәнән, йә урман киҫеү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙан һатып алыуы мөмкин (быны иҫбатлаусы документтың булыуы шарт). Кире хәлдә, ҡылмыш законһыҙ һанала, бының өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Төбәгебеҙҙә өс кешенең рөхсәтһеҙ кәбән аҫтына ағас киҫеп һалғаны асыҡланған. Протоколдар төҙөлгән, береһенә енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Айбулат Байғарин быйыл башҡарған эштәре тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, быйыл урман хеҙмәткәрҙәре 140 гектарҙа ағас ултыртҡандар, пландарын 100 процентҡа башҡарғандар. Гектарында дүрт мең үҫенте иҫәпләнә.
- Ҡалған йүнәлештә лә дәүләт йөкләмәләре үтәлеп килә. Питомникта 1,5 гектарҙа сәсеү башҡарылды. Бөгөн унда 1 һәм 2 йыллыҡ ҡарағай үҫентеләре йәйрәп үҫә, ваҡыты еткәс урманға күсереп ултыртыласаҡтар. 700 мең ҡарағай үҫентеләрен һаттыҡ. 40 килограмм ылыҫлы тоҡом ағастары орлоҡтары әҙерләнде. Тубырсыҡты үҙебеҙҙең мастерҙар ҙа йыя, килограмы 25 һумдан халыҡтан да ҡабул итәбеҙ. Тубырсыҡтарҙы киптерергә махсус киптергес төҙөнөк, - ти Айбулат Алик улы Байғарин.
- Урмандарҙың яныуы ла хәүефләндерҙе.
- Быйыл 18 урман янғыны теркәлде, республика буйынса иң күбе. Майҙандары ла байтаҡ булды. Айырыуса Илсеғол зонаһында янғындар күп сыҡты. Төп сәбәбе - кеше факторы. Мәҫәлән, Һәйтәк биләмәһендә берәүҙәр баҫыу таҙартырға була, ошо арҡала ут сыға.
Шәхестәре билдәле, полицияға яҙып биргәнбеҙ, иҫбатлап булырмы-юҡмы. «Учалы лесничествоһы»нда БР «Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү бу-йынса үҙәк»тең бүлексә хеҙмәткәрҙәре менән янғындарға бергәләшеп сығабыҙ. Бүлексә, бынан тыш, янғындан һаҡлағыс бураҙналар ярыу менән шөғөлләнә, ял итеү өсөн быйыл алты беседка эшләп ултырттылар, - тине ул.
- Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре байрамы айҡанлы алдынғы эшсәндәрҙе лә ҡотлап үтәйек.
- Урман тергеҙеү инженеры Гүзәл Хәмиҙуллина, Урал аръяғы участка лесничествоһы етәксеһе Азат Мөхәмәтйәров, Өргөн участка лесничествоһының ур-ман мастеры Илдар Ғәлимов, питомник хеҙмәткәре Гөлсирә Ғәниева һәм башҡаларҙың хеҙмәте бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.