Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Сентябрь 2018, 14:48

Тыуған яҡтан сәләм

Учалы почтамтында әрме сафында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн «Тыуған яҡтан сәләм» акцияһы уҙҙы.

Учалы почтамтында әрме сафында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ өсөн «Тыуған яҡтан сәләм» акцияһы уҙҙы.

Почта хеҙмәткәрҙәре был сараны инде икенсе тапҡыр үткәрәләр. Беренсеһендә улар үҙҙәре аҡса йыйып, приютҡа һәм балалар йортона посылка ебәрәләр.

Акцияны ойоштороусы почта начальнигы Надежда Максимованың инициативаһын район хакимиәте лә бик хуп күргән. Хәҙер инде ул ҡалалағы һәр предприятиеға хат ебәреп, акцияға ҡушылыуҙарын өндәй.

- Минең теләгем, Ватанды һаҡлаусы йәш һалдаттар беҙҙән посылканы алып ҡыуанһындар, райондаштарының нисек итеп уларҙы хөрмәт итеүҙәрен, беҙҙең күңел йылыбыҙҙы тойһондар, - ти Надежда Петровна.

Был юлы ҡала-район хакимиәте тарафынан ебәрелгән посылканы биш райондашыбыҙ - ата-әсәһеҙ ҡалған балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә алыу бәхете эләгә. Уның эстәлеген һалдатҡа иң кәрәкле әйберҙәр йыйылмаһы тәшкил итә (әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан ир-егеттәр менән кәңәшләшеп эшләнгән). Иң беренсе урында ойоҡбаш, ҡырыныу-йыуыныу приборҙары, кремдар. Күстәнәскә, әлбиттә, тәм-том. Посылкалар Рәсәйҙең биш тарафына - Сыбаркүлгә, Биробиджанға (Еврей Автономиялы Республикаһы), Әлкәгә (БР-ҙың Шишмә районы), Нижегородская һәм Амур өлкәләренә оҙатылды.

Яҡташтарыбыҙҙың Ватан алдындағы бурыстарын яҡшы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: